1919 Урыҫ Армияһы

Урыҫ армияһы (реф.

тик. Русская армія) — бөтә Рәсәй масштабында 1919 йылда Рәсәй дәүләтенең барлыҡ ҡораллы көстәре менән Юғары башкомандующийы адмирал А. В. Колчактың берҙәм формаль рәүештәге командованиеһы аҫтында булған Аҡтар хәрәкәтенең ҡораллы көстәре.

Урыҫ армияһы
1919 Урыҫ Армияһы
Ғәмәлдә булған йылдары

1919

Ил

Рәсәй флагы Рәсәй

Тип

Ҡораллы көстәр

Численность

яҡынса 300 000 кеше (июнь, 1919)

Дислокация

Рәсәй флагы элекке Рәсәй империяһы территорияһы

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы

Командирҙары
-

Төҙөлөү тарихы

1919 Урыҫ Армияһы 
«Урыҫ армияһы» гәзитенең логотибы

1918 йылдың 18 ноябрендә Омск ҡалаһына 1918 йылдың 14 октябрендә килгән һәм хөкүмәткә хәрби комиссар сифатында индерелгән А. В. Колчакты Рәсәйҙең Юғары хакимы итеп иғлан иткәндән һуң Аҡтар хәрәкәте ғәскәрҙәренең мөһим үҙгәртеп ҡороуы (реорганизацияһы) уҙғарыла. Колчак шулай уҡ Рәсәйҙең бөтә ҡоро ер һәм диңгеҙ көстәре менән юғары башкомандованиеһын үҙ өҫтөнә ала.

Юғары хаким булараҡ алмирал Колчакты аҡ армияларҙың башкомандующийҙары Рәсәйҙең көньяғында һәм көнбайышында, шулай уҡ Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығышта таныйҙар; 1919 йылдың май—июнь айҙары сиктәрендә генералдар А. И. Деникин, Е. К. Миллер, Н. Н. Юденич үҙ ирке менән Колчакка буйһондолар һәм рәсми рәүештә Рәсәй территорияһындағы бөтә армиялар өҫтөндә уның Юғары башкомандованиеһын танынылар. Юғары Главком үҙ сиратында главкомдарҙың вәкәләттәрен раҫланы. Юғары хаким приказына ярашлы Миллер һәм Юденич генерал — губернатор статусын алды. Уның ҡарамағында Юғары Главкомдың урынбаҫары генерал А. И. Деникин етәкселегендә Көньяҡ Рәсәй ҡораллы көстәре, Көнсығыш, Төньяҡ һәм Төньяҡ-Көнбайыш фронттары, шулай уҡ хәрби-диңгеҙ көстәре һәм сит илдәрҙә Рәсәйҙең хәрби вәкиллеге була.

«Урыҫ армияһы» атамаһы барлыҡ аҡ фронттарҙың берекмәһе булараҡ нығына, фронттар командующийҙары статусын Юғары башкомандующийҙан формаль рәүештә Төньяҡ һәм Төньяҡ — Көнбайыш армиялары генералдары Юденич һәм Миллер алалар.

Ойоштороу структураһы һәм составы

А. В. Колчак үҙенең 1919 йылдың 3 ғинуарындағы бойороғо менән яңы Урыҫ армияһы структураһы һәм составы яғынан Император Николай II Урыҫ армияһына оҡшаш булырға тейеш тип ҡарар итә.

Берҙәм армияның күҙ уңында тотолған структураһы:

  • 150-әр штыклы роталар;
  • батальондарҙың һәр береһе 4 ротанан;
  • 4 батальонда (йәки 16 ротала) 4100 штыклы полктар;
  • дивизиялар 16500 штыклы 4 полктан;
  • 2 дивизияла 37000 штыклы корпустар.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Tags:

1919 Урыҫ Армияһы Төҙөлөү тарихы1919 Урыҫ Армияһы Ойоштороу структураһы һәм составы1919 Урыҫ Армияһы Иҫкәрмәләр1919 Урыҫ Армияһы Әҙәбиәт1919 Урыҫ Армияһы1919 йылА. В. КолчакРәсәй

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Диего ВеласкесЙола25 мартДонъя финанс баҙарыБәшмәктәрБүреләр (рок төркөмө)Науруз көжөһөМәҙрәсәБөтә Донъя СелтәреРИА НовостиШвейцарияҠылымСалауат Юлаев (хоккей клубы)Баймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыҠурған (ҡала)Дибаева Зилә Сиражитдин ҡыҙы1732 йыл24 февральМостай КәримХанты-Манси автономиялы округы — ЮграЛос-АнджелесАуылОктябрь (Ҡарасай)Башҡортостан Республикаһы27 март11 ноябрьАң фәлсәфәһеИзраильҠара гөбөргәйелГеографик координаталарӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыИндонезияБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы17 сентябрьДжимми УэйлсБиблия14 октябрьҒабдулла ТуҡайОкеанияВашингтон МонументыМонгол империяһыАмерика СамоаһыЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)ВикимилекШаршамбы23 апрельСыйырсыҡИслам тарихыҠош юлыБашҡорт Автономиялы Совет Социалистик РеспубликаһыКаспаров Гарри КимовичМонархияИстанбулБөрйән районыМайкл ДжексонАйғырОрёл өлкәһеҒәрәп телеФранц Петер ШубертМария ЧеботарьЭль-НиньоXVI быуатНилHTMLИмам майҙаны🡆 More