Башҡортостан Республикаһының урта һөнәри белем биреү дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы «Урта махсус музыка колледжы» — Башҡортостан Республикаһының һөнәри музыка профилле урта махсус төп уҡыу йорто.
Башҡортостан Республикаһының урта профессиональ белем биреү дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы «Урта махсус музыка колледжы» (ГБОУ СПО РБ «Урта махсус музыка колледжы») | |
Исеме | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы Урта махсус музыка мәктәбе (1972—2004) |
---|---|
Нигеҙләнгән йылы | 1972 |
Тибы | дәүләт |
Директоры | Сафин Миңлевалей Карам улы |
Уҡытыусылар | 100 кеше |
Урынлашҡан | |
Адрес | 450077, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 104-се йорт. |
Сайт | |
Урта махсус музыка колледжы Викимилектә | |
1972 йылдың 1 сентябрендә Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағанда ошо юғары уҡыу йортона нигеҙ һалыусы композитор Заһир Исмәғилев башланғысы менән ун йыллыҡ мәктәп сифатында асыла.
Төрлө йылдарҙа музыка колледжында бик күп күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре эшләй, уларҙың күбеһе артабан хеҙмәтен донъя һәм Рәсәй консерваторияларында дауам итә, шул иҫәптән профессорҙар: М. Х. Швайштейн (А. Шнитке Мәскәү Дәүләт институты); В. Н. Монастырский (Иерусалим консерваторияһы); В. В. Беляков (Гнесиндар исемендәге РАМ); И. Д. Лавров (Венесуэла музыка академияһы); В. Н. Семенов (Воронеж сәнғәт академияһы); А. Мөхәмәтов (Ҡазан консерваторияһы).
1981 йылда колледжға бирелгән төп бина ҡаланың тарихи өлөшөндә боронғо айырым йортта урынлашҡан, ул 1901 йылда төҙөлгән, «тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы» статусына эйә, «сауҙагәр Ногарев йорто» булараҡ билдәле.
90-сы йылдар аҙағында Башҡортостан Республикаһы етәкселеге ҡарарына ярашлы колледжға мәктәптең ишек алдында урынлашҡан Собестың элекке бинаһы мәктәп интернаты булараҡ бирелде. 2003 йылда йәш музыканттар өсөн төп Европа Yamaha, Steinway, Реtrоf фирмаларының ҡорамалдары менән йыһазландырылған яңы уҡыу корпусы һәм интернат төҙөлдө. Реконструкциянан һуң интернат һәм колледждың төп бинаһы берҙәм комплексҡа әйләнә.
2004 йылда мәктәп «Урта махсус музыка колледжы» итеп үҙгәртелә.
2016 йылда Урта махсус музыка колледжы — республикалағы берҙән-бер һәм Рәсәйҙәге һигеҙ махсус музыка уҡыу йорттарының береһе. Бында балалар беренсе кластан, бер үк ваҡытта музыка һәм дөйөм белем биреү дисциплиналары буйынса уҡып, профессиональ музыка белеме алалар, Рәсәйҙә тиҫтәләп йылдар эсендә тупланған, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең музыкаль элитаһын формалаштырған уникаль мәғариф системаһы.
Хәҙерге ваҡытта колледжда Рәсәй Федерацияһының: ике атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, өс атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, өс атҡаҙанған артисы, бер дөйөм мәғарифтың почётлы хеҙмәткәре, бер мәғариф алдынғыһы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының: бер почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, биш мәғариф алдынғыһы, 17 атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 11 атҡаҙанған артисы, туғыҙ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, бер халыҡ артисы, ике атҡаҙанған уҡытыусыһы, Заһир Исмағилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ун профессоры һәм ете доценты, бер академик, бер сәнғәт белеме докторы һәм һигеҙ фән кандидаты белем бирә.
Урта махсус музыка колледжы ғәмәлдә булған осорҙа 500-ҙән артыҡ профессиональ музыкант сығарылған, улар араһында иң билдәлеләре:
һәм башҡа Рәсәй Федерацияһының һәм сит илдәрҙең күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре.
Ижади ҡаҙаныштары өсөн йыл һайын 30 мәктәп уҡыусыһы Башҡортостан республикаһы президенты, «Яңы исемдәр» Рәсәй программаһы, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлыҡтары, В. Спиваков исемендәге Халыҡ-ара мәрхәмәтлек фонды стипендиаттары булалар. Виолончелист Антон Павловский В. Спиваков премияһына, «Урыҫ башҡарыу оҫталығы» фонды стипендияһына һәм Ш. Бабич исемендәге Республика йәштәр премияһына лайыҡ булды.
1994 йылда Урал аръяғы төбәгенең һәләтле балалары өсөн Сибай ҡалаһында ӨММК-ның Башланғыс махсус музыка лицей-мәктәп асылды (әлеге ваҡытта — ӨММК-ның Сибай филиалы.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының тәҡдиме нигеҙендә Урта махсус музыка колледжының Сибай филиалы «Рәсәйҙең алдынғы мәҙәниәт учреждениелары — 2013» һәм « Рәсәйҙең алдынғы мәҙәниәт учреждениелары — 2014» Милли Реестрына индерелде
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Урта махсус музыка колледжы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.