Туғылым Ҡала Округы

Туғылым ҡала округы (урыҫ.

Тугулым)— Рәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһендәге муниципаль берәмек. Свердловск өлкәһенең Көнсығыш идараһы округына ҡарай

Туғылым ҡала округы
ФлагГерб
Туғылым Ҡала ОкругыТуғылым Ҡала Округы
Рәсем
Дәүләт Туғылым Ҡала Округы Рәсәй
Административ үҙәк Туғылым
Административ-территориаль берәмек Свердловск өлкәһе
Халыҡ һаны 19 958 кеше (1 ғинуар 2018)
Башланыу датаһы 17 июнь 1925
Майҙан 3333 км²
Рәсми сайт tugulym.gossaas.ru
Урынлашыу картаһы
Туғылым Ҡала Округы Туғылым ҡала округы Викимилектә

Туғылым Ҡала Округы
Екатеринбург — Төмәнавтотрассаһында Свердловск өлкәһенең көнсығыш сиге Туғылым районы сиге менән тап килә

Административ үҙәге — ҡала тибындағы Туғылым ҡасабаһы (эшселәр ҡасабаһы).

Өлкәнең административ-территориаль ҡоролошо күҙлегенән ҡарағанда, ҡала округы Туғылым районы административ-территориаль берәмеге эсендә урынлашҡан.

Тарихы

Туғылым районы Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма Комитетының Урал өлкә башҡарма комитеты президиумы ҡарары нигеҙендә 1925 йылдың 17 июлендә Урал өлкәһенең Төмән округы составында ойошторола.

Район составына түбәндәге ауыл советтары инә: Липчинский районынан — Борзиковка, Шелконоговка; Талица районынан — Оло-Рамылка, Үрге-Талманка, Деминка, Килинка, Марковка, Потаскуевка; Төмән өлкәһенән — Заводоуспенка, Лучинкинка, Мальцевка, Меседовский, Островский, Ошкуковский, Пискулинский, Скородумский, Тугулымский, Цепошниковский, Юшковский.

7 декабрь, 1925 йыл — Ошкук ауыл советы Журавлевка ауыл советына үҙгәртелә, Юшков ауыл советы — Золотовка ауыл советына әйлнә. 15 сентябрь, 1926 йыл — Оло-Рамыльск Рамыльск ауыл советы итеп үҙгәртелә, Үрге-Талман — Талман ауыл советы булып ҡала. 10 июль, 1931 йыл — Липчин районының Бурмакинск, Галашевка, Двина, Никон, Елкинск, Зубковка, Калугинск, Липичинка, Михайловка, Шадрин ауыл советтары Туғылым районы составына индерелә.

1934 йылдың 4 декабре — Силәбе өлкәһе составына тапшырыла. 1938 йылда район Свердловск өлкәһенә тапшырыла. 1961—1963 йылдарҙа Туғылымский районы бөтөрөлә, уның территорияһы Талица районы составына индерелә .

1963 йылдың 1 февралендә Туғылым сәнәғәт районы барлыҡҡа килә.

1966 йылдың 22 ноябрендә 112-се һәм 190-сы кварталдары ҡасабаларының атамалары ярашлы рәүештә Ҡыҙыл урман (Красный бор) һәм Бәшмәкле (Грибной) тип үҙгәртелә .

17 декабрь 1995 йыл урындағы референдум һөҙөмтәләре буйынса районда Тугулымский үҙгәртелә муниципаль берәмеге «Тугулымский районының».

2004 йылдың 12 октябрендә Туғылым районына ҡала округы статусы бирелә.

2006 йылдың 1 ғинуарынан «Туғылым районы» муниципаль берәмеге Туғылым ҡала округы тип атала башлай.

Өлкәнең административ-территориаль ҡоролошо сиктәрендә Туғылым районы административ-территориаль берәмеге йәшәүен дауам итә.

Халҡы

Халыҡ иҫәбе
2002200920102011201220132014
25 45524 54022 58122 55022 00621 63921 154
20152016
20 93520 572

Ҡала округы халҡының 28,73 проценты ҡала шарттарында (Туғылым) йәшәй.

Составы

Ҡала округы һәм районы составына 52 тораҡ пункты инә. Туҡылым районына 2017 йылдың 1 октябренә тиклем 11 административ-территориаль берәмек ҡараған була: 10 ауыл советы һәм 1 ҡасабаһы. эшселәрНевозможно определить количество столбцов

Иҡтисады

Район иҡтисадының нигеҙен ауыл хужалығы, башлыса, игенселек һәм ит-һөт малсылығы тәшкил итә. 1950-се йылдарҙа89 колхоз, 1990-сы йылдарҙа 8 ширҡәт һәм 80 крәҫтиән хужалығы була. Игенселектә яҙғы бойҙай, ужым арышы һәм һоло сәсеү өҫтөнлөклө йүнәлеш булып иҫәпләнә. Тәбиғи мал аҙығын әҙерләү өсөн һутлы үләнле болондар, киң сабынлыҡтар булғанға күрә малсылыҡ тармағфы йылдам үҫешә. Малдар тәбиғи көтөүлектәрҙә көтөлә.

Успенский ҡағыҙ фабрикаһы һәм Ертар быяла заводы — райондың иң эре сәнәғәт предприятиелары. Ике предприятие ла 1990 йылда хосусилаштырыла һәм уның яңы хужалары һәм урындағы халыҡ тарафынан ғәмәлдә таланып юҡҡа сыға. Әлеге ваҡытта округта урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте предприятиелары эшләй, ОАО «Туғылым урман-сәнәғәт худалығы» асыҡ акционер йәмғиәте һәм «Юшалы ағас эшкәртеү комбинаты» — округтың иң ҙур предприятиелары.

Мәғариф

Ҡалала Сәнәғәт милке федераль институты филиалы урынлашҡан.

Мәҙәниәт

Туғылым район тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшләй. Гилёво ауылында И. И. Федюнинскийҙың йорт-музейы (Урал дәүләт хәрби-тарихи музей филиалы) бар.

Ҡала округының танылған кешеләре

Белопухов, Степанович Евстрат — Советтар Союзы Геройы.

Марков, Георгиевич Феоктист — Дан орденының тулы кавалеры.

Метелев, Василий Петрович — Советтар Союзы Геройы.

Пьянков, Михаил Иванович — Дан орденының тулы кавалеры.

Соковнин, Виктор Александрович — урыҫ опера йырсыһы (бас) һәм педагог.

Федюнинский, Иван Иванович — совет хәрби етәксеһе, армия генералы, Советтар Союзы Геройы.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное деление Тюменской области (XVII—XX вв.). — Тюмень, 2003. — 304 с. — ISBN 5-87591-025-9.

Tags:

Туғылым Ҡала Округы ТарихыТуғылым Ҡала Округы ХалҡыТуғылым Ҡала Округы СоставыТуғылым Ҡала Округы ИҡтисадыТуғылым Ҡала Округы МәғарифТуғылым Ҡала Округы МәҙәниәтТуғылым Ҡала Округы Ҡала округының танылған кешеләреТуғылым Ҡала Округы ИҫкәрмәләрТуғылым Ҡала Округы ӘҙәбиәтТуғылым Ҡала ОкругыРәсәй ФедерацияһыСвердловск өлкәһе

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

СумоЙыуаҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыТатарҙарГибралтар боғаҙы5 октябрьБалакирев Милий АлексеевичЛатыпов Ҡотдос Ҡәниф улыТыныслыҡҺабантуй2 апрельЕгоров Геннадий СемёновичGoogleЙылҡысыҡҡанкүлТәңреСамосаБейсболСпортМалиновка (тау)Яккима (станция)АҠШ-тың ҙур мисәтеҠарһаҡПастернак Борис ЛеонидовичЭфиопияӘхмәтшин Рәлиф Фәйзел улыБулат Солтангәрәев исемендәге ижади конкурсБритания китапханаһыНью-ЙоркСтрасбургБиблияИген культураларыХалыҡ-ара стандарт китап номерыГазпром Нефтехим СалауатАланьяАлаторВикиРәсәйҠотдосХоккайдоУэльсӘбүғәлисинаСоловей-разбойник (рус фольлоры)Алсынбаев Нияз Зәбихулла улыРәсми телӘл-Кәфирун сүрәһеВодородФредерик ШопенҮҫемлектәрСабаҡай мәмерйәләреПилотһыҙ осоу аппаратыТом КрузКорея РеспубликаһыВьетнам һуғышыАшламаБикбаев Рауил Төхфәт улыЕңеү көнө (йыр)1997 йыл🡆 More