Томансы

Томансы (рус. Туманчино) — Башҡортостан Республикаһының Мәләүез районындағы ауыл.

2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 186 кеше. Почта индексы — 453873, ОКАТО коды — 80241810005.

Томансы
Томансы
Рәсми атамаһы Томансы һәм Туманчино
Дәүләт Томансы Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Аптраҡ ауыл Советы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 186 кеше (2010)
Почта индексы 453873


Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 186 92 94 49,5 50,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

    1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
    1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһына ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (95 %).

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 13 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Аптраҡ): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Мөлөуз): 13 км

Тарихы

Томансы ауылы XIX быуатты 217 кеше йәшәгән 23 йорт менән ҡаршы алған. Нигеҙ һалыусының улы Мөхәмәт Томансин йорт старшинаһы булған, ләкин үҙ ауылында йәшәмәгән. X ревизия буйынса йорттар һаны 65 еткән, ә халыҡ һаны яҡынса 400 кеше булған. 1920 йылда 89 йорт хужалығында 435 кеше йәшәгән. 298 кешегә 3 сирек, йәғни 24 бот ужым игене, 151 сирек (1208 бот) яҙғы иген сәселгән.

Урамдары

Исемдәре:

  • Көнгәк урамы (рус. улица Кунгак)
  • Мангар урамы (рус. улица Мангар)
  • Нәжмитдин Аллағолов урамы (рус. улица Назметдина Аллагулова)
  • Йәнгилде урамы (рус. улица Янгильде)

Билдәле шәхестәре

  • Дәүләтбаев Рәмис Рәжәп улы (25.09.1962), журналист, 2000—2015 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиотапшырыуҙар компанияһы етәксеһе, Рәсәй телевидениеһы академигы (2010), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.
  • Әхмәҙиев Әхәт Абдрахман улы (14.02.1910—30.09.1989), хужалыҡ эшмәкәре. 1965—1968 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Стәрлетамаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесенең 1-се урынбаҫары — ауыл хужалығы идаралығы начальнигы. Совет-фин, Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1965). Башҡорт АССР-ының 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955), I дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Томансы Халыҡ һаныТомансы Географик урыныТомансы ТарихыТомансы УрамдарыТомансы Билдәле шәхестәреТомансы ИҫкәрмәләрТомансы ӘҙәбиәтТомансы ҺылтанмаларТомансы2010 йылБашҡортостан РеспубликаһыМәләүез районыОКАТОРус теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Конго Демократик Республикаһы28 ғинуарПоль ЛаббеИсхаҡов Ришат Сәлмән улы1931 йылБарселонаГрек телеУкраинаҺүҙбәйләнеш1947 йыл1957 йылЙәйге Олимпия уйындарыТоррес ФернандоЭль-НиньоВупи ГолдбергАрал диңгеҙе30 апрельИрәндекМәскәүФазыловАльберт ЭйнштейнҠара сәсәкЮлдыбаева Гөлнар Вилдан ҡыҙыРәсәй республикаһыQIWIТауышАлбан теле1985 йыл1 май2017 йыл2012 йылТанзиматОктябрь революцияһыКлеопатра VIIАлабуғаКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыБоронғо рус теле1909 йыл2004 йыл2005Йыр һәм бейеү байрамы (Латвия)1933 йылАҠШ президентыПарижМостай КәримКатмандуАсыҡ контентВикиКирәл (тау)Ғәйшә бинт Әбү БәкерКешенең йөҙөүеКубаВаллеттаТыраж1975 йылДонецкЯңыбай (Ейәнсура районы)Арыҫлан петроглифтарыАмерика Ҡушма ШтаттарыОктябрьЭҙләүҙе оптималлаштырыуДжером РоббинсТанауАрғынбаева Светлана Роберт ҡыҙыМадридИтКПСС🡆 More