Өфө Тарих, Тел Һәм Әҙәбиәт Институты

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты — Башҡортостандың иң өлкән ғилми учреждениеһы.

1932 йылдың 5 мартында ойошторола. 1982 йылда Институт «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты
Нигеҙләү датаһы 1932
Рәсми атамаһы Институт истории, языка и литературы БНЦ УрО АН СССР, Институт истории, языка и литературы БФ АН СССР, Башкирский НИИ истории, языка и литературы, Башкирский НИИ языка и литературы һәм Башкирский НИИ национальной культуры
Дәүләт Өфө Тарих, Тел Һәм Әҙәбиәт Институты СССР
Өфө Тарих, Тел Һәм Әҙәбиәт Институты Рәсәй
Алмаштырылған Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Шәхестәр:ТТӘИ
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 
(РФА ӨФҮ ТТӘИ)
Файл:IIJLLogo.jpg
Нигеҙләнгән

1932

Төрө

дәүләт

Директор

Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы;

Урынлашыуы

Өфө

Юридический адрес

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Өфө, Октябрь проспекты, 71-се йорт

Сайт

http://rihll.ru

Тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барылған бөтә осор эсендә Институт тарафынан 600-ләп ғилми хеҙмәт баҫтырылған. ТТӘИ эргәһендә «Башҡорт энциклопедияһы» төркөмө ойошторола, һуңынан ул үҙаллы подразделение булып айырылып сыға.

ТТӘИ-ҙең «Археология», «Этнография», «Ватан тарихы», «Рәсәй халыҡтары әҙәбиәте», «Фольклористика», «Төрки телдәр», «Сәнғәт ғилеме» специальностары буйынса үҙ аспирантураһы бар, уларҙа 26 аспирант һәм 37 дәғүә итеүсе уҡый.

Ун хеҙмәткәрҙең хеҙмәте — Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы, өсөһөнөкө — В. П. Бирюков исемендәге Урал премияһы, береһенеке Ғ. Сәләм исемендәге премия менән билдәләнгән, Институттың ике тиҫтәгә яҡын ғалимы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының почетлы исемдәрен йөрөтә.

Бүлектәре

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 7 бүлектән тора:

  • археологик тикшеренеүҙәр бүлеге;
  • этнология бүлеге;
  • Башҡортостан тарихы бүлеге;
  • Башҡортостандың яңы тарихы бүлеге;
  • тел белеме бүлеге (лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары лабораторияһы менән);
  • фольклористика бүлеге;
  • әҙәбиәт ғилеме бүлеге.

Уларҙа 70 ғилми хеҙмәткәр, шул иҫәптән 1 Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, 9 фән докторы, 38 фән кандидаты, эшләй.

Тарихы

1922 йылда Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариаты эргәһендә Академик үҙәк асыла, ә уның ҡарамағында «Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте» ойошторола. Уның маҡсаты башҡорттарҙың көнкүрешен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү була. Тәүҙә унда 10 кеше эшләй.

1930 йылда республика Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендә Башҡортостан комплекслы ғилми-тикшеренеү институты асыла. Тиҙҙән Институт үҙгәртеп ойошторола.

1931 йылда Комплекслы институт базаһында Милли мәҙәниәт институты асыла. 1932 йылдың 4 мартында Институт буйынса беренсе бойороҡ сығарыла. Ошо көн Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эшмәкәрлегенең башы булып тора:

«Беренсе марттан Башҡортостан милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты директоры вазифаһын үтәй башланы. Директор М.Солянов».

Башҡортостан Республикаһы тарихын өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән ғалимдар: Ҡ. З. Әхмәров, И. Ғ. Ғәләүетдинов, В. А. Иванов, Э. Ф. Ишбирҙин, Р. Ғ. Кузеев, Н. Х. Мәҡсүтова, С. Ф. Миржанова, Ғ. Й. Рамазанов, К. В. Сальников, Ә. М. Сөләймәнов, З. Ғ. Ураҡсин, Х. Ф. Усманов, Ә. И. Харисов, Ғ. Б. Хөсәйенов һ.б.

Институттың атамалары

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 1932 йылда Башҡортостан комплексы ғилми-тикшеренеү институты (1930) базаһында Башҡортостан милли мәҙәниәт ғилми-тикшеренеү институты сифатында ойошторола. 1936 йылда Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә. 1943 йылда М. Ғафури исемендәге Башҡортостан тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтына әүерелә. Хәҙерге атамаһында — 1951 йылдан, шул уҡ ваҡытта институт СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы составына индерелә.

2019 йылдың февраленән рәсми атамаһы: Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты

Етәкселәре

Төрлө осорҙа институттың етәкселәре:

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Tags:

Өфө Тарих, Тел Һәм Әҙәбиәт Институты БүлектәреӨфө Тарих, Тел Һәм Әҙәбиәт Институты ТарихыӨфө Тарих, Тел Һәм Әҙәбиәт Институты Институттың атамаларыӨфө Тарих, Тел Һәм Әҙәбиәт Институты ЕтәкселәреӨфө Тарих, Тел Һәм Әҙәбиәт Институты ҺылтанмаларӨфө Тарих, Тел Һәм Әҙәбиәт Институты ИҫкәрмәләрӨфө Тарих, Тел Һәм Әҙәбиәт Институты«Почёт Билдәһе» орденыБашҡортостан

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Фредерик ШопенБашҡортостан ҡоштарыБернсдорф (район Цвиккау)Һыу23 апрельОперацион системаБөжәктәрНефтьҠушма һөйләмХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыЙолаИорданияМетаболизмИнглиз телеХисамов Ғәлим Афзал улыУрду телеХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЭякуляция25 мартХижәзБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыКарл ЛиннейТанзиматДауыт ЮлтыйМоро ислам азат итеү фронтыАсыҡ контентТөньяҡ амурҙары (башҡорт яугирҙәре)20 мартТау эшеАмерика Ҡушма ШтаттарыБашҡортостан байрамдарыҠазан1884 йылГордеев Михаил ВикторовичҠурған (ҡала)2017 йылБашҡорт дәүләт академия драма театрыИсламда фәрештәСалауат ЮлаевӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыХәбиров Фәрит Барый улы11 ноябрьХрущёв Никита СергеевичКүбәләк (ырыу)Ризаитдин ФәхретдиновБашҡортостан РеспубликаһыЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыТверьГлобаль йылыныу1959 йылАвстралияКаспаров Гарри КимовичYouTubeХәйбулла районыТемператураHTMLАуылРус телеДоткомдар ҡыуығы27 мартҠаҙағстанСанкт-ПетербургАҙанғол (Мәсетле районы)Ейәнсура районыӨфөОрёл өлкәһе🡆 More