Сәғиҙуллина Лилиә Рәшит ҡыҙы (15 февраль 1956 йыл) — ғалим-педагог, шағир.
1979 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1990), доцент. 2007 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Сәғиҙуллина Лилиә Рәшит ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 15 февраль 1956 (68 йәш) |
Тыуған урыны | Иҫке Тамъян, Баҙғыя ауыл Советы (Шаран районы), Шаран районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | филолог, университет уҡытыусыһы, шағир |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | доцент[d] |
Ғилми дәрәжә | педагогия фәндәре кандидаты[d] (1990) |
Ойошма ағзаһы | Рәсәй яҙыусылар союзы[d] һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы |
Лилиә Рәшит ҡыҙы Сәғиҙуллина 1956 йылдың 15 февралендә Башҡорт АССР-ының Шаран районы Иҫке Тамъян ауылында тыуған.
Үҙ яҡтарында урта белем ала. 1974 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының татар-урыҫ бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында әҙәби ижадҡа һәм фәнни тикшеренеүҙәргә ныҡлап ылыға. 1979 йылда «филолог», «урыҫ теле һәм әҙәбиәте», «татар теле һәм әҙәбиәте» һөнәрҙәре буйынса университетты тик яҡшы билдәләренә генә бөтөрә. Тиҫтә йылға яҡын уҡытыу һәм тәрбиә биреү эшмәкәрлегенән һуң Мәскәү дәүләт педагогия университетының аспирантураһына тәҡдим ителә. Бындағы уҡыуын, «педагогия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә уңышлы диссертация яҡлап, 1990 йылда тамамлай. Ошо ваҡыттан бөгөнгө көнгәсә БДУ-ның филология факультетындағы татар филологияһы һәм мәҙәниәте кафедраһының доценты вазифаһында студенттарға юғары һөнәри белем биреүен дауам итә.
Юғары мәктәп педагогы хәҙерге заман татар теле буйынса теоретик курс алып бара. Юғары курс студенттары өсөн тағы ла татар теле уҡытыу методикаһы; тел һәм әҙәбиәт уҡытыуҙа фекерләүҙе үҫтереү методтары; ике теллелек шарттарында туған тел уҡытыу методикаһы; лингвокультурология һәм лингводидактика йәһәтенән тел һәм телмәр тип аталған дисциплиналарҙан белем бирә.
Ғалим Лилиә Сәғиҙуллина төрлө быуын һәм төрлө жанрҙарҙа эшләүсе әҙиптәрҙең ижадын өйрәнеү менән әүҙем шөғөлләнә. Мәҫәлән, ул Г. Ғилманов, Гөлсирә Ғиззәтуллина-Гайсарова, Мөнир Вафин, Нурия Измайлова, Марат Кәбиров, Рим Иҙиәтуллин һәм башҡа ҡайһы бер яҙыусы һәм шағирҙарҙың әҫәрҙәрен төплө анализлай. Уның әҙәбитәнҡит мәҡәләләре республиканың төрлө матбуғат баҫмаларында, шул иҫәптән өс телдә нәшер ителгән «Ватандаш» журналында, шулай уҡ татарса баҫылған «Толпар» журналында һәм «Кызыл таң» гәзитендә донъя күрә. Был ғилми тикшеренеүҙәренең ҡайһы берҙәре 2010 йылда сыҡҡан «Язык. Культура. Писатель» тип аталған уҡыу әсбабында урынлаштырылған, 2013 йылда киң ҡатлам уҡыусыға тәҡдим ителгән «Словарь татарских лингвокультурных концептов» һүҙлегендә ҡулланылған.
Бынан тыш белгес Башҡортостан Яҙыусылар союзының татар телле әҙиптәре секцияһы ултырыштарында ҡулъяҙмаларҙы һәм нәшер ителгән баҫмаларҙы тикшереүҙәрҙә эксперт булып сығыш яһай. Уны шулай уҡ төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләрҙең баһалама ағзаһы итеп тә йыш саҡырылар.
Ғалим-педагог һәм юғары мәктәп уҡытыусыһының белем, тәрбиә һәм мәҙәниәт мәсьәләләренә арналған көнүҙәк мәҡәләләре Башҡортостан һәм Татарстан киң мәғлүмәт сараларында йыш донъя күрә.
Әҙип булараҡ Лилиә Сәғиҙуллина шиғриәттә лә ярайһы уҡ емешле эшләп килә. Уның шиғыр шәлкемдәре Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының башҡорт һәм татар телдәрендә баҫылып килгән гәзит һәм журналдарында, атап әйткәндә, «Башҡортостан» һәм «Кызыл таң» гәзиттәрендә, «Ағиҙел», «Шонҡар», «Казан утлары», «Идел» һәм «Толпар» журналдарында донъя күрә. Бынан тыш уның ижад емештәре урыҫ теленә тәржемәлә Мәскәүҙә нәшер ителгән «Наш современник» һәм Башҡортостандың рус телендәге әҙәби-нәфис баҫмаһы «Бельские просторы», Иваново өлкәһенең Шуя ҡалаһында 2013 йылда сыҡҡан «Солнечная пряжа» альманахы биттәрендә лә лайыҡлы урын алған. Шиғри өлгөләр тағы ла «Башҡортостандың шиғри антологияһы» йыйынтығына ла индерелгән.
Башҡортостандың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте шағирҙың татар телендә «Абаға сәскәһе» (2001), «Миҙгелдәр йондоҙлоғо» (2004) һәм «Күңелем йәннәттәре» (2011) йыйынтыҡтарын уҡыусылар хөкөменә сығарған. Башҡорт дәүләт университеты нәшриәтендә иһә 2010 йылда «Көҙгө блюз» шиғыр китабы баҫылып сыҡҡан.
Лилиә Сәғиҙуллина Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзының татар яҙыусылары берләшмәһенең бюро ағзаһы, Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияһының баһалама ағзаһы, шулай уҡ «Сахипжамал» республика йәмәғәт ойошмаһының бюро ағзаһы һәм татар телендә нәшер ителгән «Өмет» гәзитенең ҡушымтаһы булараҡ донъя күреп килгән «Чаткылар» баҫмаһының редколлегия ағзһы.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Сәғиҙуллина Лилиә Рәшит ҡыҙы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.