Рәжәп — ғәрәптәрҙән таралған мосолман ир-ат исеме.
Рәжәп — һижрә — ай календарында 7-се айҙың исеменән. Шул айҙа тыуған ир балаға ҡушылған исем.
Рәжәп Вәдүтов (Вәдүтов Рәжәп Муллағәле улы) — (16 май 1948 йыл) — баянсы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2008) һəм атҡаҙанған (1995) артисы, күп һанлы халыҡ-ара фестиваль һәм конкурстар лауреаты һәм дипломаты.
Рәжәп Тайип Эрдоған (төр. Recep Tayyip Erdoğan, 26 февраль 1954 йыл) — төрөк дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре. Төркиә Йөмһүриәтенең 12-се Президенты (2014 йылдан). Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы лидеры.
Рәжәпов Шифа Ғарифулла улы (15 ғинуар 1925 йыл — 1 октябрь 2011 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1990 йылдарҙа Миәкә районы «Башҡортостан» колхозының тракторсыһы, трактор бригадаһының бригадир ярҙамсыһы. СССР-ҙың һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1970—1974). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
Рәжәпов Мөхәмәт Солтан улы (25 июнь 1908 йыл — 18 июнь 1971 йыл) — Башҡортостан инженер-электригы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1958).
Рәжәп (рус. Резяпово; икенсе атамаһы Сәкәш) — Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районындағы ауыл.
Рәжәп ауыл Советы (Саҡмағош районы) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы муниципаль районының административ- территориаль һәм муниципаль берәмеге.
Рәжәб (ғәр. رجب) — һижри иҫәп менән йылдың етенсе айы. Рәжәб айы мосолмандарҙа кесе хаж — Үмрә айы булып та һанала. Ғәрәптәр элек-электән был айҙы ураҙалар тотоп, ҡорбандар салып үткәрә торған булғандар. Төрлө һуғыштарға һәм яу сабыуҙарға сик ҡуйылған. Был ай — «һаңрау» ай. Бәндәләрҙең гонаһтары хаҡында Аллаһы Тәғәлә ишетеп бармай, рәхмәт-бәрәкәттәре яуып тора.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Рәжәп (исем), which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.