Парамонов Константин Ефимович

Парамонов Константин Ефимович (3 июнь 1908 йыл, Мелисиновка, Өфө губернаһы — 26 ноябрь 1943 йыл, Запорожье өлкәһе, Запорожье районы) — 185-се гвардия уҡсылар полкының рота командиры, 3-сө Украина фронтының 6-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, гвардия лейтенанты, Советтар Союзы Геройы.

Парамонов Константин Ефимович
рус. Константин Ефимович Парамонов
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Парамонов Константин Ефимович СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 3 июнь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Мелисоновка[d], Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 26 ноябрь 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (35 йәш)
Вафат булған урыны Запорожский район[d], Запорожье өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы

Константин Ефимович Парамонов 1901 йылдың 3 июнендә Мелисоновка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. Шкапов ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай. 5 синыф уҡып, эшләй башлай: йөн тараусы була, «Еңеү» коммунаһында быйма баҫыу процестарында ҡатнаша.

Белорет ҡалаһында йөк ташыусы булып эшләй. Комсомол һәм йәштәр саҡырыуы буйынса Алыҫ Көнсығышҡа удар төҙөлөшкә бара, Амурҙағы Комсомольск ҡалаһын төҙөшә. «Беҙҙең яҡташыбыҙ — Советтар Союзы Геройы» мәҡәләһендә яҙылғанса "романтик кәйеф тиҙҙән төҙөлөштәге эштәрҙең реаль торошо менән юҡҡа сыға. Бер аҙ аҡса туплап, тыуған яғына ҡайта һәм Приютово ҡасабаһында йәшәй башлай.

Ҡатыны Елена Ивановна менән бергә өй һатып ала, уларҙы улдары — Владимир, Геннадий, Василий тыуа. Ғаилә башлығы Приютовола Приютово элеваторы хужалығы мөдире вазифаһында башлай (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Приютово элеватор эшсеһе). Кешеләр менән һөйләшә белеүе һәм тәбиғи һәләте уны ҡасаба Советының депутат эшмәкәрлегенә алып килә, һуңынан Приютово ауыл советы рәисе булып эшләй.

1941 йылда Бишбүләк район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла һәм пехота училищеһына, офицерҙар курсына ебәрелә. Лейтенант Парамонов 3-сө Украин фронтының алтынсы армия 185-се гвардия уҡсылар полкының хәрәкәттәге армияһына ебәрелә. Армияла 1941 йылдың ноябренән отделение, взвод, рота командиры була.

Сталинград янында һуғыша, төп алышы Днепропетровск плацдармында була. Ауыр һуғыштар күп була, Парамонов Константин уларҙың береһендә яралана.

Герой исемен Запорожье ҡалаһы, Разумовка ауылы, ҡала тибындағы Приютово ҡасабаһы (Башҡортостан) урамдары йөрөтә.

1943 йылдың 25 ноябрендә гвардия лейтенанты Константин Парамонов Украинаның Запорожье өлкәһе Запорожье районының көньяҡ-көнсығыштараҡ ултырған Разумовка ауылы янында Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә.

1943 йылдың 26 ноябрендә плацдармды алыуҙа һәләк була. Украинаның Запорожье өлкәһе Запорожье районының Разумовка ауылында туғандар ҫәберлегендә ерләнгән.

Батырлығы

«185 гвардия уҡсылар полкының рота командиры (60-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 6-сы армия, 3-сө Украин фронты) гвардия лейтенанты Константин Парамонов 1943 йылдың 25 ноябрендә Украинаның Запорожье өлкәһе Запорожье районының көньяҡ-көнсығыштараҡ ултырған Разумовка ауылы янында Днепр йылғаһын аша сыҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. Рота плацдармды өҫтәмә көстәр килгәнгә тиклем тотоп тора».

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 22 февралендәге Указына ярашлы командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгән һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн гвардия лейтенанты Константин Ефимович Парамоновҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирә.

Хәтер

Приютовола Карл Маркс урамы буйлап 29-сы йортҡа 1957 йылдың 22 ноябрендә Советтар Союзы Геройы Константин Ефимович Парамоновҡа мемориаль таҡтаташ уйыла

Бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. — Т. 5: П-С. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.
  • Курганов Д., Федин П. На алтарь Победы. — Белебей, 2000.

Һылтанмалар

Tags:

Парамонов Константин Ефимович БиографияһыПарамонов Константин Ефимович БатырлығыПарамонов Константин Ефимович ХәтерПарамонов Константин Ефимович БүләктәреПарамонов Константин Ефимович ИҫкәрмәләрПарамонов Константин Ефимович ӘҙәбиәтПарамонов Константин Ефимович ҺылтанмаларПарамонов Константин Ефимович1908 йыл1943 йыл26 ноябрь3 июньСоветтар Союзы ГеройыӨфө губернаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Туҡыма (биология)Башҡорт халыҡ ижады (китап серияһы)29 февральҺүҙБашҡорт алфавитыҺыйырThe EconomistҠояшТажетдин Ялсығол әл-БашҡордиМәғрифәтселек дәүереТура мөйөшлө координаталар системаһыСербтарЕвропа берлегеШвецияӘссәләмү ғәләйкүмСумыПабло ПикассоОктябрь революцияһыМемуарХимик элементтарҙың периодик системаһыФранцуз телеАхиллГәрәев Муса Ғайса улыБеренсе йөк ташыу компанияһыСамрауСкульптураМейәс.adСафин Алмаз Миңнеғәли улы1873 йылФинляндияБүреИнглиз телеБөтә Рәсәй мосолмандары съезыТренерСоциологияҒәскәров Фәйзи Әҙһәм улы25 апрельГрузияХабаровск крайы23 октябрьАллаһСтив ДжобсҺарымһаҡИшмырҙаРафиҡов Булат Заһри улы4 ноябрьНью-ЙоркБайрамғолов Юлай Ейәнғәле улыАсыҡ контентЭволюцияХалиҡов Муллайән Дәүләтша улыБөтә Донъя СелтәреФигуралы шыуыуТерегөмөшИран пиццаһыӘзербайжан сәйе1850 йылЦицеронБал ҡорттарыУшанов Юлай Ғиниәт улы🡆 More