Оноре де Бальзак (франц. Honoré de Balzac; 20 май 1799 йыл — 18 август 1850 йыл) — француз яҙыусыһы, Европа әҙәбиәтендә реализмға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
Бальзактың иң ҙур әҫәрҙәренең береһе — яҙыусы йәшәгән дәүерҙәге француз йәмғиәте тормошо күренештәрен һүрәтләүсе «Кешелек комедияһы» романдар һәм повестар серияһы. Бальзактың ижады Европала ҙур популярлыҡ яулай һәм үҙе тере саҡта уҡ уға XIX быуаттың иң бөйөк прозаиктарының береһе тигән дан килтерә. Бальзактың әҫәрҙәре Чарльз Диккенс, Фёдор Достоевский, Эмиль Золя, Уильям Фолкнер кеүек һәм башҡа эре яҙыусыларҙың ижадына йоғонто яһай.
Оноре́ де Бальза́к Тура ҡалаһында, сығышы менән Лангедоктан булған крәҫтиән Бернар Франсуа Бальса (Balssa) ғаиләһендә тыуа (22.06.1746—19.06.1829). Бальзактың атаһы революция йылдарында тартып алынған дворян ерҙәрен һатып алыу һәм һатыуҙа байый, аҙағыраҡ Тура ҡалаһы мэры ярҙамсыһы була. Француз яҙыусыһы Жан-Луи Гез де Бальзакҡа (1597—1654) туғанлығы юҡ. Онореның атаһы, фамилияһын үҙгәртеп, Бальзак булып китә. Әсәһе, Парижда туҡыма һатыусыһының ҡыҙы, Анна-Шарлотта-Лаура Саламбье (1778—1853) үҙенең иренән байтаҡҡа йәшерәк була, ул иренән дә, улынан да һуңыраҡ вафат була.
Атаһы улын адвокат эшмәкәрлегенә әҙерләй. 1807—1813 йылдарҙа Бальзак Вандом коллежында, 1816—1819 йылдарҙа Париж хоҡуҡ мәктәбендә уҡый, бер үк ваҡытта нотариуста писарь булып та эшләй; әммә ул юридик карьеранан баш тарта һәм үҙен әҙәбиәткә арнай. Ата-әсәһе улы менән бик аҙ шөғөлләнә. Вандом коллежына ул ихтыярынан тыш урынлаштырыла. Был уҡыу йортонда йыл әйләнәһенә туғандары менән осрашыу тыйыла, тик рождество каникулдары ғына иҫкәрмә булып тора. Уҡыуҙың тәүге йылдарында күп тапҡырҙар карцерға эләгә. Дүртенсе класта Оноре мәктәп тормошона күнә, әммә уҡытыусыларынан мыҫҡыллы көлөүҙән туҡтамай. 14 йәшендә ауырып китә, һәм коллеж етәкселәре үтенесе буйынса ата-әсәһе уны өйҙәренә алып ҡайта. Бальзак биш йыл буйы ҡаты сирләй, хатта һауығыуына өмөттәре лә юғала, ләкин ғаилә 1816 йылда Парижға күсенгәндән һуң һауыға.
Училище директоры Марешаль-Дюплесси Бальзак тураһындағы хәтирәләрендә түбәндәге юлдарҙы яҙа: «Дүртенсе кластан башлап уның партаһы яҙыуҙар менән сыймаҡланған була торғайны…». Оноре кесе йәштән үк китап уҡыу менән мауыға, уны биргерәк тә Руссо, Монтескье, Гольбах, Гельвеция һәм башҡа француз мәғрифәтселәренең ижадтары үҙенә тарта. Шиғыр һәм пьесалар яҙып та ҡарай, ләкин бала саҡтағы ҡулъяҙмалары һаҡланмаған. Уның "Ирек тураһында трактаты"н уҡытыусы тартып ала һәм уның күҙ алдында утҡа ташлай. Аҙаҡ яҙыусының уҡыу йортонда үткән бала сағы «Луи Ламбер», «Үҙәндә үҫкән ләлә» һәм башҡа романдарында сағылыш таба.
1823 йылдан һуң «ярһыу романтизм» рухында яҙылған бер нисә романын төрлө псевдонимдар аҫтында баҫтыра. 1825—1828 йылдарҙа нәшриәтлек эше менән шөғөлләнеп ҡарай, ләкин уңышһыҙлыҡҡа тарый.
1829 йылда «Бальзак» исеме аҫтында тәүге китабы — «Шуаны» (Les Chouans) тарихи романы баҫыла. Вальтер Скоттың тарихи романдары Бальзакты яҙыусы булараҡ формалаштыра. Бальзактың артабанғы ижады: «Шәхси тормош күренештәре» (Scènes de la vie privée, 1830), «Оҙон ғүмерлелек эликсиры» романы (L'Élixir de longue vie, 1830—1831, Дон Жуан тураһындағы легендалар темаһына вариациялар); «Гобсек» повесы (Gobseck, 1830) уҡыусының һәм тәнҡитселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. 1831 йылда Бальзак үҙенең"Шигрин күн"(La Peau de chagrin) фәлсәфәүи романын баҫтыра һәм «Утыҙ йәшлек ҡатын» (La femme de trente ans) романын яҙа башлай. «Шаян хикәйәләр» (Contes drolatiques, 1832—1837) циклы — Яңырыу осороноң новеллистикаһына ирониялы ҡараш. Бальзактың «Луи Ламбер» (Louis Lambert, 1832) автобиографик романында һәм бигерәк тә «Серафите» (Séraphîta, 1835) романында Э. Сведенборг һәм Кл. де Сен-Мартендың мистик концепциялары менән мауығыуы сағылыш таба.
Уның байып китеүгә булған өмөтө тормошҡа ашмай (уңышһыҙ коммерция эшмәкәрлеге арҡаһында ул бурысҡа бата). Шуға ҡарамаҫтан Бальзак көсөргәнешле эшләй, йыл һайын 3-6 китап баҫтырып сығара.
1845 йылда яҙыусыь Почётлы легион ордены менән бүләкләнә.
Оноре де Бальзак 1850 йылдың 18 авгусында, 52-се йәшендә вафат була. Сәбәбе — карауат мөйөшөнә бәрелеп яраланған аяғындағы гангрена. Әммә быға тиклем ул артериит сире менән дә ауырыған була.
Бальзак Парижда, Пер-Лашез зыяратына ерләнә. «Францияның бөтә яҙыусылары уны ерләүҙә ҡатнашты». Гробын күтәреп барыусылар араһында Александр Дюма и Виктор Гюго була.
1832 йылда Бальзак ситтән тороп исемен атамайынса ғына уның менән хат алышҡан Эвелина Ганская менән таныша. Бальзак Эвелина менән Невшателе осраша, Эвелина был ҡалаға үҙенең ире Венцеслав Ганский менән килгән була. 1842 йылда Венцеслав Ганский вафат була, әммә Бальзак менән күп йыллыҡ романы булһа ла тол ҡатын уға кейәүгә сығырға ашыҡмай, сөнки иренән ҡалған байлыҡты берҙән-бер ҡыҙына ҡалдырырға теләй (сит ил кешеһе менән никахҡа инһә, Ганская үҙенең байлығынан ҡолаҡ ҡағыр ине). В 1847—1850 йылдарҙа Бальзак Ганскаяның поместьеһы Верховняла (Житомир өлкәһенең Ружинский районы, Украина) ҡунаҡта була. 1850 йылдың 2 мартында Бальзак Эвелина Ганская менән Бердичевта, Святая Варвара костелында никахлаша, туйҙан һуң улар Парижға юллана. Унан ҡайтҡас та яҙыусы ауырып китә, Эвелина һуңғы көнөнә тиклем ирен ҡарай.
1831 йылда Бальзак күп томлыҡ әҫәр — ул йәшәгән осорҙағы «ғөрөф-ғәҙәттәр картинаһын» яҙыу тураһында уйлана башлай, аҙаҡ уны «Кешелек комедияһы» тип атай. Цикл өс өлөштән тора:
Беренсе өлөшө — «Ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында этюдтар», уға түбәндәге әҫәрҙәре инә:
артабан цикл «Модеста Миньон» (Modeste Mignon, 1844), «Кузина Бетта» (La Cousine Bette, 1846), «Кузен Понс» (Le Cousin Pons, 1847) романдары менән тулыландыра, циклды «Хәҙерге заман тарихының эске яғы» (L’envers de l’histoire contemporaine, 1848) тигән роман менән йомғаҡлай.
Бальзак әҙәбиәткә1820-се йылдар аҙағы һәм 1830-сы йылдар башында француз өҙөбиәтендә романтизмының сәскә атҡан осоронда килә .
Бальзак шәхес романдарынан да, Вальтер Скоттың тарихи романдарынан да баш тарта. Ул «индивидуалләштерелгән типты» күрһәтергә теләй. Уның ижадының иғтибар үҙәгенә героик шәхес түгел, ә шул замандағы буржуаз йәмғиәт, Франция Июль монархияһы шарттарындағы Франция ҡуйыла.
Рәсәйҙә Бальзак тере саҡта уҡ уның ижады танылыу ала. Күп кенә романдары айырым баҫма булып та, шулай уҡ Мәскәү һәм Петербург журналдарында баҫылып сыға. Әммә ҡайһы бер әҙәрҙәре барыбер тыйыла.
Өсөнсө отделение начальнигы, генерал А. Ф. Орлов үтенесе буйынса, Николай Беренсе яҙыусы Рәсәйгә килергә рөхсәт бирә, ләкин ҡаты надзор ҡуйыуҙы талап итә.
1832, 1843, 1847 и 1848—1850 йылдарҙа Бальзак Рәсәйгә килә.1843 йылдың авгусынан октябренә тиклем Бальзак Санкт-Петербургта Титов йортонда, Миллионная урымы, 16 адресы буйынса йәшәй. Уның романдарын яратып уҡыусы йәштәр араһында Петербург инженер командаһынан 22 йәшлек инженер-подпоручик Фёдор Достоевский ҙа була. Достоевский Бальзактың ижадын һоҡланыу менән ҡабул итә һәм шунда уҡ «Евгения Гранде» романын урыҫсаға тәржемә итергә ҡарар итә. Ул роман 1844 йылдың ғинуарында «Пантеон» журналында баҫылып сыға, әммә тәржемәсеһе күрһәтелмәй. Был тәржемә — Достоевскийҙың тәүге баҫма әҫәре була.
Бальзактың тормошо һәм ижады тураһында нәфис фильмдар һәм телесериалдар төшөрөлә, шул иҫәптән:
Яҙыусы ижадына арналған бер нисә музей бар, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә. Францияла эшләй:
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Оноре де Бальзак, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.