Мөсәл: 12 йыллыҡ йыл иҫәбе

Мөсәл — ғәрәпсә, иҫкесә — ун ике йыллыҡ циклдан торған һәм һәр береһе айырым йәнлек исеме менән йөрөтөлгән йыл иҫәбе Уны, башҡа төрки халыҡтар кеүек, башҡорттар ҙа ҡулланған.

Мөсәл
Рәсем
Мөсәл: Ҡулланылышы, Йыл атамалары, Мөсәл ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә Мөсәл Викимилектә

Ҡулланылышы

Был йыл иҫәбен Ҡытайҙан тыш Кореяла, Японияла һәм Монголияла, шулай уҡ Вьетнам, Бирма, Непал, Бутан, Шри-Ланка,Камбоджа,Таиланд һәм Лаос кеүек Көнсығыш Азияла файҙаланалар, шулай уҡ төрки халыҡтарҙа һәм монголдарҙа ла мөсәл һаман әле йылдар атамаһы булараҡ һаҡланып ҡалған

Йыл атамалары

Ҡытай мөсәлендә иҫәп:

Ҡытайса/
Хайуан
тамғаһы
Мөсәл
йылдары (башҡортса)
Ҡырғыз
телендә
Үзбәк
телендә
Урыҫ
телендә
1 (zǐ) Сысҡан йылы Чычкан жылы kalamush Год мыши
2 (chǒu) Һыйыр йылы Уй жылы sigir Год коровы
3 (yín) Барыҫ йылы Барс жылы yoʻlbars Год тигра
4 (mǎo) Ҡуян йылы Коен жылы quyon Год зайца
5 (chén) Лыу (аждаһа) йылы Уулу жылы ajdaho Год дракона
6 (sì) Йылан йылы Жылан жылы ilon Год змеи
7 (wǔ) Йылҡы йылы Жылкы жылы ot Год лошади
8 (wèi) Ҡуй йылы Кой жылы qoʻy Год овцы
9 (shēn) Маймыл йылы Маймыл (мечин) жылы maymun Год обезьяны
10 (yǒu) Тауыҡ йылы Короз жылы tovuq Год петуха
11 (xū) Эт йылы Ит жылы it Год собаки
12 (hài) Ҡабан йылы Донуз жылы choʻchqa Год свиньи

Мөсәл ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә

Һынамыштар

Мөсәлдең — йылдарҙың төрлө хайуандар исеме менән аталыуының — килеп сығышы «Урал батыр» эпосында ла әйтелгән:

Ай, көн һайын Уралға

Төрлө йәнлек тулған, ти,

Шул йәнлектәр, ҡош-ҡорттар

Килеү көнө кешегә

Ай, йыл һанап белеүгә

Исем булып киткән, ти.

Башҡорттар, мосолман булараҡ, Ислам календары менән файҙаланған, әммә ун ике йыллыҡ циклды ла онотмаған. Был, көнсығыш илдәренән айырмалы, күрәҙәлек итеү өсөн түгел, ә күп быуаттар дауамында йылдың нисек килеүен күҙәтеү нигеҙендә бары тик уңыш алыу менән бәйле һынамыштар булып ауыҙ-тел ижадына инеп ҡалған. Был бөтә йылдар буйынса ла булғандыр, әммә «Башҡорт халыҡ ижады» китабының «Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр» томына ҡайһы бер һынамыштар инмәгән

  • Барыҫ йы­лы барын сәс, һис булмаһа тары сәс.
  • Барыҫ йылы — байлыҡ.
  • Йылан йылы — баллыҡ, Ҡабан йылы — байлыҡ, Лыу (Ажда­һа) йылы- һыулыҡ.
  • Ҡуй йылы — ҡытлыҡ, Ҡу­ян йы­лы — йотлоҡ.
  • Сыс­ҡан йылы — игенлек.
  • Тауыҡ йылы тары сәс, Барыҫ йы­лы барын сәс.
  • Тауыҡ йылы — ҡоро­лоҡ.
  • Һыйыр йылы — туҡлыҡ.
  • Ҡуян йылы менән Маймыл йылы — ҡытлыҡ.
  • Йылҡы йылы — яу йылы, һыуыҡлыҡ, ҡытлыҡ.
  • Эт йылы — һыуыҡ, оҙон ҡыш.

Риүәйәттәрҙә

Мөсәл: Ҡулланылышы, Йыл атамалары, Мөсәл ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә  Егерме мөсәл йәшәһәң (йәғни 240 йыл), ырыуҙаштарыңды ла таный алмаҫ инең

("Алдар менән Зөһрә")

Мөсәл: Ҡулланылышы, Йыл атамалары, Мөсәл ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә 

Әҙәбиәттә

Мөсәл: Ҡулланылышы, Йыл атамалары, Мөсәл ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә  Сал тарих - олатай ғүмере тиҫтә-тиҫтә мөсәлдәр, быуаттар, осорҙар менән үлсәнә. Рәми Ғарипов Мөсәл: Ҡулланылышы, Йыл атамалары, Мөсәл ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә 
Мөсәл: Ҡулланылышы, Йыл атамалары, Мөсәл ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә  Кеше ғүмере бер нисә мөсәл, имәндеке - бер нисә быуат. Ғ. Хөсәйенов Мөсәл: Ҡулланылышы, Йыл атамалары, Мөсәл ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттә 

Шулай уҡ ҡара

  • Китайский зодиак

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том — 860 бит
  • Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (Башҡорт халыҡ ижады) — Өфө, 1980. −467 бит
  • Мәһәҙиев Д. Мөсәл йыл хисабы // Ватандаш. — 2000. — № 1. — Б. 189—192.
  • Надршина Ф. А. Пространство и время в башкирском эпосе «Урал-батыр» // Урал-Алтай: через века в будущее. — Уфа, 2005. — С. 405—407.
  • Хөсәйенов Ғ. Башҡорттарҙа боронғо календарҙар // Ватандаш. −1999. -№ 4. — Б. 194—196.
  • Аминев З. Г. Пространственно временные представления в традиционной культуре башкир. Уфа, 2006.

Һылтанмалар

Tags:

Мөсәл ҠулланылышыМөсәл Йыл атамаларыМөсәл ауыҙ-тел ижадында һәм әҙәбиәттәМөсәл Шулай уҡ ҡараМөсәл ИҫкәрмәләрМөсәл СығанаҡтарМөсәл ҺылтанмаларМөсәлҒәрәп теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Хәйбуллин Ишморат Нәзир улыБразилияПреторияWikiLeaksКиевБабсаҡ бейАҫҡарӨҫтәмә ҡиммәткә һалымӘл-Фатиха сүрәһеТыл хеҙмәтсәндәренә һәйкәл (Өфө)Жанна д'АркНью-ДжерсиХәбиров Радий Фәрит улыҒаләмПетипа Мариус ИвановичБашҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзыМәғрифәтселек дәүереБаязитов Риф Ишдәүләт улыӘнәкИшбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улыРаспутин Григорий ЕфимовичБашҡорт алфавитыЕйәнсураНатрий карбонатыМуҡшы телеӘҫәрилекАҡ умырзаяШтрих-кодЭльбурсЯсонБашҡорт балыКөнбайыш фәлсәфәһе7 ноябрь2022 йыл7 февральТәре яуҙарыЙәйәләр1982 йылҺарттарЭлектротехникаХалыҡ-ара баскетбол федерацияһыБельгияКолумбияҺүҙСаха РеспубликаһыҺарымһаҡҠыуандыҡ районыБәләбәй педагогия колледжыЙыназа намаҙыСанкт-ПетербургХафиз ШиразиСумыЕвропа берлегеРудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжыУраҙаБөтә Донъя СелтәреАлсмаПроцентКөнсығышМәжит ҒафуриЯһалма интеллектӘзербайжан сәйеЕвропаБөтә Рәсәй мосолмандары съезыThe Times of IndiaЭукариоттарҺүҙ төркөмдәре🡆 More