Уйын Күк Бүре

Күк бүре, йәки ылаҡ уйыны (ҡырғ.

Уйын Күк Бүре
"Күк бүре уйыны Ҡырғыҙстан почта маркаһында

Күк-бүре — һыбай сабыш менән уйын берекмәһе. Һыбайлылар ылаҡ (кәзә) түшкәһе өсөн көрәшә — дүртәр кешенән торған команда түшкәне (32-35 кг) ҡулға төшөрөү менән ҡаршы яҡтың ҡаҙанына (ҡапҡаға) ташларға тырыша. Дәғүәселәр уға ҡағиҙәләр рөхсәт иткән юлдар менән ҡамасаулай. Ылаҡ уйынының тәртибе хоккей уйыныныҡына бермә-бер тап килә. Майҙандың иңе-буйы ла, ҡағиҙәләр ҙә шул сама. Дәғүәселәрҙе һырт менән этергә ярай, уларға һуғырға, ялтанырға, тура барып бәрелергә ярамай. Шулай уҡ дәғүәсегә ҡамсы менән һуғыу, уның атының йүгәнен тотоу, ылаҡты (кәзәне) эйәргә бәйләп һалыу тыйыла. Уның ҡарауы, кәзәне ат бауырына, тояҡтары араһына төшөрөп тоторға ла була. Атты үрәпсетергә ярамай. Ҡапҡа ролен ҡалынлығы 80 см булған ҡаҙандар үтәй. Ул ҡаҙандарҙың радиусы — 2 метр, бейеклеге — 1,2 метр. Ҡапҡасылар юҡ — ике һаҡсы, ике һөжүмсе. Уйын тамамланғас, еңеүсе командаға кәзә бирелә. Команда уны бешереп ашау хоҡуғына эйә була. Күк бүре уйынына Урта Азия илдәрендә мәктәптәрҙә өйрәнәләр, был спорт төрө буйынса махсус ярыштар ойойшторалар. 2016 йылдан Ҡырғыҙстан Республикаһында Кок-Бору Федерацияһы рәсми уйындарҙа кәзә түшкәһе урынына муляж ҡуллана башлай.

Этимология

«Күк бүре» — төрки телдәрҙән тәржемәләгәндә буҙ бүре тигәнде аңлата. Был уйын тураһында 30 йыл элек совет этнографы Г. Н. Симаков былай тип яҙа: «Өлкәндәр көньяҡ һәм төньяҡ ҡырғыҙҙар араһында киң таралған бүрегә һунар тураһында бер нисә тапҡыр һөйләгәне булды: бер төркөм һыбайлылар етеҙ һәм сыҙамлы аттарҙа төрөн көрттә бүрене ҡыуып тоталар һәм уны суҡмар менән һуғып алалар. Был боронғо һунар ысулы тағы бер яғы менән ҡыҙыҡлы — бүрене һуғып алған һунарсы уны эйәренә арҡыры һалып ала, башҡалар иһә уны ҡыуып етеп табышты тартып алырға тырыша. Шулай итеп шаяртыуға ҡоролған уйын менән улар ауылға ҡайтып етә. Әммә бүрене аҙаҡ һуғып алған һунарсыға бирәләр» [1984, 148 б.].

Ҡырғыҙстанда был уйындың тарихи атамаһы — «улак тартыш» (кәзә тартыш). Сыңғыҙ Айытматовтың «Хуш, Гюлсары!» (1966) повесында был һыбай уйынды ул «козлодрание» тип атай: «Козлодрание — үҙенсәлекле һыбай уйын, туп урынына кәзә түшкәһен ҡулланалар. Был хайуан бик уңайлы — йөнө оҙон, ныҡ, түшкәне тиреһенән дә, аяҡтарынан да эләктерергә була».

Уйындың тарихы

Күк-бүре уйыны боронғо замандарҙан уҡ билдәле. Башта кәзә түшкәһе өсөн көрәш — уйын ғына түгел, ә буласаҡ яугирҙәр өсөн үҙенсәлекле әҙерлек һәм имтихан була. Йәштәр атта һыбай сабып бер-береһе менән алышыу, экстремаль шарттарҙа ат менән идара итеү оҫталығын шымарта. Билдәле булыуынса, уйында йөҙҙән алып меңгә яҡын һыбайлы ҡатнашҡан, шулай уҡ бындай бәйгеләр көнө буйы дауам иткән. Күк-бүре уйынынын төрлө осраҡтарҙа, мәҫәлән, улдары тыуыуға бәйле байрамдарҙа ойошторалар. Был осраҡта баланың ата-әсәһе еңеүселәргә приздар тәғәйенләнгән.

Ҡайһы бер Урта Азия илдәрендә Күк—бүре уйыны буйынса ярыштар дәүләт һәм урындағы кимәлдә әүҙем хуплана. Мәҫәлән, Ҡырғыҙстанда күп кенә ат спорты төрҙәре дәүләт ҡаҙнаһынан финанслана, Күк-бүре уйынына ғына миллион доллар бүленгән осраҡтар бар. Бынан тыш Күк-бүре этник спорт төрө булараҡ Бөтә донъя күскенселәр уйыны программаһына индерелгән. Ҡырғыҙстан Республикаһында Күк-бүре буйынса уйындар миҙгеле республика кимәлендәге 4 турнирға индерелгән һәм март айында яҙғы «Наурыз» байрамы менән асыла. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында еңеү көнөнә, Ҡырғыҙ Республикаһы президенты призына һәм башҡа байрамдарға бәйле турнирҙар бар.

Уйын ҡағиҙәләре

Уйындың аныҡ ҡына ҡағиҙәләре булмай, тик 1996 йылда ғына Ҡырғыҙ Республикаһында кинорежиссер Б. Т. Шамшиев тарафынан ярыштар өсөн уйын ҡағыҙәләре уйлап сығарыла. Был ҡағыҙәләр менән 2001 йылдың 9 ноябрендә Бишкек ҡалаһында уҙған Халыҡ-ара Кок-бору федерацияһы съезында бөтә илдәр ҙә ризалаша. Ошонан һуң Ҡаҙаҡстанда, Үзбәкстанда һәм башҡа илдәрҙә 2001 йылда милли федерациялар булдырыла. Бөгөнгө ҡағиҙәләр буйынса бер командала 12 һыбайлы һәм 12 ат ҡатнаша, тик уйынға бер юлы команданан 4 уйынсы ғына сыға. Уйынсылар үҙ-ара алмашына, йәки аттарын алмаштыра ала. Уйын 20 минутлыҡ 3 осорҙан тора. Майҙандың оҙонлоғо 200 м, киңлеге 70 м, ҡаҙандар араһы 30 м. Штраф сиге ҡаҙандан 15 метрҙа башлана, үҙәк һәм штраф түңәрәгенең ҙурлығы — штраф зонаһынан әйләнәһе 10 метрлыҡ майҙан. Әйләнәһе 3 метр булған кесе түңәрәктә уйын башында муляж ҡуйыла. Һәр команданың үҙ ҡаҙаны (ҡапҡа) бар. ҡаҙандың ауыҙы — 3,6 м, бейеклеге, 1,2 м, киңлеге 2 м, тәрәнлеге 0,5 м. Уйынсылар ҡаршы команда ҡаҙанына муляжды ташларға тейеш.

Рәсми ярыштарҙа муляждың ауырлығы утыҙ биш килограммға тиклем етә.

2016 йылдан алып муляж ныҡлы материалдар ҡулланып эшләнә.

Элекке ваҡытта уйында көс ҡулланырға, ҡамсы ҡулланырға рөхсәт ителгән була. Рәсми ярыштар бөгөн быны тыя һәм уның өсөн штраф һала, майҙандан ҡыуа, хатта квалификациянан төшөрә. Уйынсыларға ылаҡты (кәзә түшкәһен) майҙандың һәр урынынан күтәреп алырға, дәғүәсенән тартып алырға, ат аяҡтары араһына төшөрөп тоторға, командалашына ташлап бирергә һәм уның янында сабып барып ҡаҙанға ташларға ярҙамлашырға рөхсәт ителә. Һыбайлы йәки ат ҡолаһа, уйын туҡтатыла. Уйынсылар ҡабырға сиктәренән сыҡҡан осраҡта аут иғлан ителә.

Уйын мәлендә атты үрәпсетеү, сабып килеп ҡаршы яҡт һыбайлының атына төкөү, йүгәненән тартыу, ауыҙлыҡты сисеү, ҡулынан тотоу йә биленән алыу, аяҡтар менән тибеү, һуғыу, түшкәне эйәргә бәйләү, сабып килеүсегә арҡыры тороу, ҡысҡырыу йә һөйләшеү, түшкә ҡаҙанҡа индерелгән һуң уйынды дауам итеү тыйыла.

Уйындың үҙенсәлектәре

Ҡағиҙә буйынса уйында аттар һәм айғырҙарғына ҡатнаша ала. Күк-бүре бик ҡаты спорт уйыны булараҡ көс һәм таһыллыҡ талап итә. Шуға күрә рәсми ярыштарҙа уйынсыларҙың уртаса йәше — 20 йәш.

Фарсы телле илдәрҙә (Афғанстан, Тажиҡстан) был уйындың варианты бузкаши тип атала, Үзбәкстанда — купкари/улак, Ҡаҙағстанда — кокпар. Европала уға яҡын спорт төрө хорсбол|en|horseball}}, Көньяҡ Америкала — пато|en|Pato}},

Күк-бүре сәнғәттә

Сыңғыҙ Айтматовтың «Хуш, Гюльсары!» повесында төп герой Танабай аты Гюльсары (һары гөл) менән күк-бүре уйынында ҡатнаша. Яҙыусы уйынды футбол менән сағыштыра.

Со всех сторон кинулись к нему всадники, столпились, пытаясь подхватить тушу с земли. Но в давке сделать это было не так просто. Кони ошалело крутились, кусались, ощерив зубы… Как стаи быстрокрылых птиц, падающих на лету с крыла на крыло, носились по широкой степи убегающие и догоняющие их орды всадников. В воздухе клубилась пыль, звенели голоса. Кто-то падал вместе с конем. Кто-то летел через голову, кто-то, прихрамывая, догонял свою лошадь, но все до единого были охвачены восторгом и страстью состязания. В игре никто не в ответе. У риска и бесстрашия одна мать…


Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Уйын Күк Бүре ЭтимологияУйын Күк Бүре Уйындың тарихыУйын Күк Бүре Уйын ҡағиҙәләреУйын Күк Бүре Уйындың үҙенсәлектәреУйын Күк Бүре Күк-бүре сәнғәттәУйын Күк Бүре ИҫкәрмәләрУйын Күк Бүре ҺылтанмаларУйын Күк БүреАзияБашҡорт телеБашҡорттарҠаҙаҡ телеҠаҙаҡтарҠырғыҙ теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

6 июньГермания империяһы1947Мөхәммәт (Пәйғәмбәр)ICQЭддаИталияБритания империяһыБохараНиәтБаш ҡала26 августWhat is A Dscr Loan?АурангзебБолгар телеМөхәммәттең мөлкәте5 октябрьҠара үлемМиссисипи (мәғәнәләр)Мөхәммәттең йәһүдтәргә ҡарашыХәбиров Фәрит Барый улы2016 йылда йыһанға осороуҙар исемлегеБөрйән районында мәғарифтың үҫеше2012 йылРәхмәтуллина Фәниә Зәкәриә ҡыҙыҠыпсаҡМәшһәдБашҡорт ир-ат исемдәреБарбадос8 майТорналарГорыня, Дубыня һәм Усыня (рус фольклоры)Индира ГандиЯпония тарихыБелорет районыКраснодар крайыХәүзаАмерика Ҡушма ШтаттарыБаварияАфинаПоляктарШарль де МонтескьёРух (ҡош)Чжэн ХэНөктә (тыныш билдәһе)СифатГәрәев Муса Ғайса улыАксум батшалығыПоляк телеКонфуцийИслам тарихы«Әсәлек даны» миҙалы (Башҡортостан)1854 йылРәсәй империяһы2002 йылБашҡортостандың халыҡ яҙыусыһыЯмғыр1937 йылИенаБураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыКола (үҫемлек)1921 йылЕнси актКөстөғолФилиппинБерлинҒафуров Мадрил Абдрахман улыМьянмаРигведаАрғаяш кантоныШәғәлиев (Шаһивәлиев) Әхмәт (Шаһивәли) Шәғәли улыСәнғәтҒәдир хәҙисеТөркмәнстан🡆 More