Иҡтисад Конкуренция

Конкуренция (лат. concurrentia, лат. concurro — бәрелешәм) — иҡтисади субъекттар араһында етештереү факторҙарын мөмкин тиклем һөҙөмтәлерәк файҙаланыу өсөн көрәш.

Иҡтисадтахужалыҡ итеүсе субъекттар конкуренцияһы тураһында һүҙ барғанда, баҙар шарттарының баҙарҙа ҡатнашыусылар тәртибенә бәйлелеге күҙҙә тотола. «Конкуренцияны яҡлау тураһында» № 135-ФЗ 26.07.2006 Рәсәй Федерацияһы Законына ярашлы, конкуренция — ул хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың бер-береһе менән ярышыуы, конкуренция ваҡытында уларҙың тауар баҙарында тауарҙар әйләнешенә бер яҡлы йоғонто яһау мөмкинлеге бөтә йә сикләнә.

Иҡтисади күҙлектән, конкуренция 3 төп йүнәлештә ҡарала:

  1. Баҙарҙа ярышыусанлыҡ күрһәткесе булараҡ;
  2. Баҙар механизмының үҙ-үҙен көйләүсе элементы булараҡ;
  3. Тармаҡ баҙарының тибын билдәләй торған критерий булараҡ.

Камил конкуренция

Камил конкуренция булғанда баҙар күп һанлы һатыусыларҙан һәм һатып алыусыларҙан тора, улар араһында етештереүселәр күп, етештереүселәрҙең һәр береһе баҙарҙа ҙур булмаған урынды биләй һәм тауар һатыу-һатып алыу шарттарын үҙгәртә алмай. Хаҡтар, уларҙың хәрәкәте, башҡа төбәктәрҙәге һәм ҡалаларҙағы һатыусылар һәм һатып алыусылар тураһындағы мәғлүмәттәр һәр кемгә билдәле. Етештереүсе баҙарға үҙ ихтыярын, тауарға үҙ хаҡын көсләп таға алмай, хаҡтарҙы һорау һәм тәҡдим хасил итә.

Камил конкуренция бер тармаҡта ла тулы сифатта осрамай. Моделгә яҡынайыу ғына ихтимал.

Идеаль баҙар (идеаль конкуренция баҙары) билдәләре:

  1. етештереү тармаҡтарына инеүгә йәки сығыуға кәртәләр юҡ;
  2. баҙарҙа ҡатнашыусылар һаны буйынса сикләүҙәр юҡ;
  3. баҙарҙа булған бер исемдәге продукттарҙың оҡшашлығы;
  4. ирекле хаҡтар;
  5. бер ҡатнашыусыларҙың икенселәренә баҫымы, ихтыярһыҙлауы юҡ.

Камил конкуренцияның идеаль моделен барлыҡҡа килтереү барышы бик ҡатмарлы. Был төргә иң яҡын торған тармаҡ — ауыл хужалығы.

Камил булмаған конкуренция

Камил булмаған конкуренция ваҡытында айырым етештереүселәр үҙ тауарҙарына хаҡтарҙы контролдә тотоу мөмкинлегенә эйә. Уның төрҙәре — монополистик конкуренция, олигополия һәм монополия.

Камил булмаған конкуренция билдәләре:

  1. демпинглаусы хаҡтар;
  2. теге йәки был тауар баҙарына инеүҙәге кәртәләр;
  3. хаҡтар дискриминацияһы (бер үк тауарҙы төрлө хаҡҡа һатыу)
  4. конфиденциаль фәнни-техник, производство мәғлүмәтен файҙаланыу йә таратыу;
  5. тауарҙы етештереү ысулына йә урынына йәки күләменә ҡағылышлы реклама йә башҡа төрлө мәғлүмәт таратыу;
  6. ҡулланыусы өсөн мөһим мәғлүмәтте йәшереп ҡалдырыу.

Камил булмаған конкуренция килтергән юғалтыуҙар:

  1. хаҡтарҙың нигеҙһеҙ үҫеүе;
  2. әйләнеш сығымдарының артыуы;
  3. фәнни-техник прогрестың әкренәйеүе;
  4. донъя баҙарҙарында конкуренцияға һәләтлектең кәмеүе;
  5. иҡтисадтың һөҙөмтәлелеге түбәнәйеү.

Монополия

Монополия — кемдең дә булһа берәй нимәгә яңғыҙының хоҡуғы. Иҡтисадта — етештереүгә, һатып алыуға, һатыуға бер кеше, бер төркөм йәки дәүләт кенә эйә булған хоҡуҡ. Капиталдың һәм производствоның күпләп үҙәкләшеүе нигеҙендә барлыҡҡа килә. Маҡсаты — үтә юғары табыш алыу. Бик юғары йәки бик түбән хаҡтар монополияһын урынлаштырыу юлы менән яһала. Баҙар иҡтисадында конкуренцияны баҫа, хаҡтар үҫешенә һәм диспропорцияһына килтерә.

Монополия моделе:

  • берҙән-бер һатыусы;
  • алмаш продукттар булмауы;
  • тәғәйенләнгән хаҡ.

Тәбиғи монополия менән бутарға ярамай, йәғни демонополизациялау маҡсатҡа ярашлы булмаған йә мөмкин булмаған тармаҡтар бар: коммуналь хужалыҡ, метрополитен, энергетика, һыу тәьминәте һ.б.

Олигополия

Олигополия ваҡытында тармаҡта бер нисә фирма хужалыҡ итә. Йәғни монополия шарттарынан айырмалы, етештереүселәр күберәк, ләкин камил конкуренцияла булырға тейешленән әҙерәк.

Монополияға ҡаршы сәйәсәт

Донъяның бөтә алдынғы илдәрендә лә монополияға ҡаршы ҡануниәт бар. Ул монополияларҙың һәм уларҙың берләшмәләренең эшмәкәрлеген сикләй.

Рәсәйҙә монополияға ҡаршы көйләү системаһы башланғыс стадияла тора һәм тамырҙан яҡшыртыуға мохтаж. Рәсәйҙә монополияға ҡаршы көйләү органы — Рәсәй Федерацияһы Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәте. Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең хаҡтарҙы көйләү мөмкинлектәре бәхәсле. Хаҡтар монополист эшмәкәрлеге йәки картель килешеүе һөҙөмтәһендә артҡанда ғына, был хеҙмәт сауҙа өҫтәмәһен кәметеүҙе талап итә ала.

Рәсәй Федерацияһы Монополияға ҡаршы сәйәсәт

сауҙа өлкәһе, тейешле закондар булмауынан файҙаланып, хаҡтарҙы бер ниндәй сикләүһеҙ арттырыуға юл ҡуя. Һөҙөмтәлә халыҡтың һатып алыу һәләте кәмей: былтыр ил граждандары 2015 йыл менән сағыштырғанда аҙыҡ-түлекте, тауар күләмендә иҫәпләгәндә, 13 процентҡа, сәнәғәт тауарҙарын 16 процентҡа кәмерәк алған.

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Tags:

Иҡтисад Конкуренция Камил конкуренцияИҡтисад Конкуренция Камил булмаған конкуренцияИҡтисад Конкуренция МонополияИҡтисад Конкуренция ОлигополияИҡтисад Конкуренция Монополияға ҡаршы сәйәсәтИҡтисад Конкуренция Рәсәй Федерацияһы Монополияға ҡаршы сәйәсәтИҡтисад Конкуренция ӘҙәбиәтИҡтисад Конкуренция ҺылтанмаларИҡтисад КонкуренцияИҡтисадЛатин теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Нью-ДжерсиАй (юлдаш)ЛитосфераIcecastНамаҙҠыҙылғанат24 декабрьЮғары белемЯрлылыҡВИЧ-инфекцияБернсдорф (район Цвиккау)ЗагребГрек ашамлыҡтарыКлод МонеҺауа торошоӘминева Резида Рәүф ҡыҙыФизика2013 йылАҠШ долларыАсҡар ауыл Советы (Әбйәлил районы)Мысыр1981 йылМалай архипелагыТупраҡНанотехнологияМаргарет ТэтчерАргентинаЯпония әҙәбиәтеНазарДарыу үҫемлектәреСәғәт бүлкәтеЫсын һанҠотлогилдин Наил Закир улыТажикстанҮлем язаһы14 сентябрьВикимедиа хәрәкәтеФәлсәфәЭстонияБашҡорт телеКирилл һәм МефодийБөйөк Моголдар империяһыӨс тарлауыҡ ГЭС-ыЭякуляцияЯһалма интеллектМосс (Норвегия)ПротестантизмХәлит ибн әл-ВәлитАвгустусбургИнтернетИнстаграмЙәйге ваҡытСулавеси диңгеҙеХоэндубрауМесопотамияНАТОКаллисто (юлдаш)СкифияКөньяҡ Ҡытай диңгеҙеАли ибн Әбү Талип2014 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындарыНәҙершина Фәнүзә Айытбай ҡыҙыТуғай яраныХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙы🡆 More