Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт Улы

Абдулхаҡ Игебаев (2 июль 1930 йыл — 27 сентябрь 2016 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2010).

1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1980) һәм РСФСР-ҙың (1991) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1990) һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Абдулхаҡ Игебаев
Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт Улы
Исеме:

Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы

Тыуған көнө:

2 июль 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Күсей ауылы

Вафат булған көнө:

27.09.2016

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Дебют:

«Йәшлек йыры» (1954)

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:

Башҡортостандың халыҡ шағиры (2010)

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Салауат Юлаев ордены

Биографияһы

Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә.

1946—1950 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, «Ҡыҙыл таң», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәре һәм «Ағиҙел» журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1969—1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡарамағындағы Юғары әҙәби курсты тамамлап ҡайта. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.

Абдулхаҡ Игебаев оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2016 йылдың 27 сентябрендә Өфөлә вафат булды.

Ижад юлы

Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948—1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы- «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле авторҙың Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, рус телдәрендә утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрҙе.

1954 йылдан алып уның шиғыр һәм поэмаларҙан, йыр һәм очерктарҙан торған 34 китабы донъя күрә.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән 2010 йылдың 24 июнендә шағир Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевҡа 80 йәш тулыуы һәм башҡорт әҙәбиәтенә күрһәткән хеҙмәттәре айҡанлы «Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.

Әҙип һәм уның ижады ваҡытлы матбуғатта

  • Рауил Бикбаев. «...Әммә йыр юлында ғүмер буйы Фәҡәт үҙем булып ҡалырмын». «Башҡортостан» гәзите, 2017, 27 сентябрь.

Хәтер

  • Шағирҙың тыуған ауылында уның хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2017)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2017)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 октябрь 2017)

Һылтанмалар

    башҡа сығанаҡтар

Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Tags:

Игебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт Улы БиографияһыИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт Улы Ижад юлыИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт Улы Әҙип һәм уның ижады ваҡытлы матбуғаттаИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт Улы ХәтерИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт Улы ИҫкәрмәләрИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт Улы СығанаҡтарИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт Улы ҺылтанмаларИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт Улы1930 йыл2 июль2016 йыл27 сентябрьБашҡорт АССР-ыБашҡортостанРСФСРСалауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыСалауат Юлаев орденыҒәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

СыйырсыҡИрекмәнлекХәкимов Кәрим Әбдрәүеф улыБлогАктив (бухгалтерия)ВикипедияКомпасИкенсе донъя һуғышыЭякуляцияЕҙтырнаҡ (төрки халыҡтар мифологияһында)Ҡарға бутҡаһыСеңләүГазпром Нефтехим СалауатҒилмани СадуакасТимеров Азамат Камил улыАфғанстанБашҡорт дәүләт университетыҒәли СоҡоройБашҡорт теленең морфологияһыШәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙыЭлектрон почтаБашҡорт халыҡ йырҙарыРИА НовостиМөнәсәбәт һүҙҙәрҒабдулла ТуҡайБикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улыТәбәристанАрыҫлан петроглифтарыТанауЙәмғиәтҺиндостанНеодимИнтернетБашҡорт ир-ат исемдәреРәсәйҙә Граждандар һуғышыХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыЮҡтырһың да, Алла!Буранғолова Ғәрифә Фәттәхетдин ҡыҙыМюзиклБашҡортостанПоляк телеАбдразаҡов Асҡар Әмир улыАҡбулат мәмерйәһеҠатын-ҡыҙ түшеЭдгар ПоДауыт ЮлтыйБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыИр енес ағзаһыХалыҡ-ара стандарт серия номерыШиғриәтБашҡорт халыҡ әкиәттәреРәсәй Федерацияһының социаль картаһыЯмалетдинов Мәүлит Байгилде улыБашҡортостан тарихыӘрмәнстанАҡмуллаХисамов Ғәлим Афзал улыПараболаХәтирәләр (Әхмәтзәки Вәлиди)ДанияДионис театры🡆 More