Иванов Виталий Петрович (3 июнь 1952 йыл) — сыуаш этнографы, дәүләт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы.
Иванов Виталий Петрович (этнограф) | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 июнь 1952 (71 йәш) |
Тыуған урыны | Вишневка, Бишбүләк районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | этнограф, тарихсы |
Эш урыны | Гуманитар фәндәр буйынса Сыуаш дәүләт университеты[d] |
Уҡыу йорто | И. Н. Ульянов исемендәге Сыуаш дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008). Сыуаш Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендә дәүләт премияһы лауреаты (2001), Сыуаш Республикаһының Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2006). 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәте өсөн», «Сыуаш Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалдары менән бүләкләнде.
1952 йылдың 3 июнендә Башҡорт АССР-ының Бишбүләк районы Вишневка ауылында тыуа. 1976 йылда Сыуаш дәүләт университетының тарих-филология факультетын һәм 1980 йылда СССР Фәндәр академияһының Этнография институты аспирантураһын тамамлай.
1981—1992 йылдарҙа — ғалим-секретарь, этнография һәм археология бүлектәре мөдире, ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары. 1997 йылда әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәр була, ә 2006—2015 йылдарҙа — баш ғилми хеҙмәткәр, 2013 йылдан — Сыуаш дәүләт гуманитар фәндәре институтының этнология һәм социаль тикшеренеүҙәр бүлеге мөдире.
1993—1996 йылдарҙа Сыуаш Республикаһының мәҙәниәт һәм милләттәр эштәре буйынса министры булып эшләй.
2005 йылда «Рәсәйҙә сыуаштарҙың таралыуы һәм һаны: тарихи үҫеш һәм төбәк үҙенсәлектәре» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Хәҙер К. В. Иванов исемендәге Тарихи-культурологик тикшеренеүҙәр фонды директоры булып эшләй.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Иванов Виталий Петрович (этнограф), which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.