Исем Дәүләтша

Дәүләтша — башҡорт ир-ат исеме.

Викидатала элемент юҡ

Этимологияһы

Дәүләтша исеме ғәрәп телендәге дәүләт (мал, байлыҡ; ил мәмләкәт, дәүләт; бәхет) һүҙенән алынған һәм бай, мул, дәүләтле кеше тигәнде аңлата.

Билдәле кешеләр

Һағымбаев Дәүләтша Усман улы (рус. Сагимбаев Давлетша Усманович; 1905 йыл — декабрь 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ҡыҙылармеец.

Дәүләтша Игесәков (1790 йыл — ?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.

Фамилияла

Дәүләтшин Ғөбәй Әхмәткирәй улы (17 декабрь 1893 йыл — 10 июль 1938 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы (24 сентябрь 1892 йыл — 7 декабрь 1937 йыл) — башҡорт телсеһе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1929—1937 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Дәүләтшин Вәкил Вәғиз улы (10 март 1949 йыл) — архитектор. 1997 йылдан Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы (2002). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998).

Дәүләтшин Фәррәх Дәүләтша улы (31 ғинуар 1887 йыл — 12 ғинуар 1956 йыл) — шағир-импровизатор. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ сәсәне (1944), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1939).

Дәүләтшин Рәшит Әхмәт улы (10 ноябрь 1943 йыл) — ғалим-ревматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1986), профессор (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2003), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006).

Дәүләтшин Ташбулат Мостафа улы (15 март 1955 йыл) — ҡурайсы, уҡытыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).

Дәүләтшин Абдулла Сибәғәтулла улы; Ғабдулла Дәүләт (20 декабрь 1894 йыл — 12 декабрь 1963 йыл) — башҡорт милли хәрәкәте һәм революцион хәрәкәте эшмәкәре.

Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы (9 сентябрь 1912 йыл — 16 июль 1999 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәре докторы (1964), профессор (1965).

Дәүләтшин Рафаэль Әхмәтгәрәй улы (24 декабрь 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004).

Дәүләтшин Ғамир Шәйех улы (1923 йыл — 20 декабрь 1944 йыл) — шағир.

Дәүләтшин Абдулғәзиз Абдулла улы (20 июль 1861 йыл — 1920 йыл) — рәсәй хәрби шәрҡиәтсеһе. Генерал-майор (1913).

Дәүләтшин Абдулла Дәүләтша улы (1813 йыл — яҡынса 1883 йыл) — кантон начальнигы, подполковник (1886). Хиуа походында ҡатнашыусы (1839—1840). Ахун.

Ауылдар

Дәүләтша (рус. Давлетшинский) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.

Дәүләтша (рус. Давлетшино) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар


Tags:

Исем Дәүләтша ЭтимологияһыИсем Дәүләтша Билдәле кешеләрИсем Дәүләтша ФамилиялаИсем Дәүләтша АуылдарИсем Дәүләтша ИҫкәрмәләрИсем Дәүләтша СығанаҡтарИсем ДәүләтшаБашҡорт ир-ат исемдәреБашҡорттар

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Плеханов Георгий ВалентиновичВикиөҙөмтәЯйыҡНуриев Зыя Нурый улыЭфиопияҒәмәл Әбдел НасырБеларусьБашҡорттарҙа йола поэзияһыБелешмәБлогҠазан губернаһыМөғжизәле урманБерлинКорея Халыҡ Демократик Республикаһы21 август23 мартВКонтактеДанияХалыҡ-ара стандарт китап номеры1959 йылЭҙләүҙе оптималлаштырыу1 майЫрымбур2 сентябрьВ (кирил хәрефе)Хеттар1918 йыл2005 йылЛуврИнглиз телеКамалов Ринат Әлтәф улыБашҡортостандың үҫемлектәр донъяһыДубай (ҡала)ЕрМартЯрымутрауСперма1944 йылТом КрузСловенияФутболСамосаСтравинский Игорь ФёдоровичГравитацияАргентинаРәүешЕнси акт30 ғинуарВенгрияЯпонияАпрельISO 3166-2Балтик буйыСимфоник поэмаШиғыйҙарИокогамаҺиндостанҮҙәк АзияЧехияТувалуЗекерБаш бит8 майСиләбе өйәҙе🡆 More