автобиографиялар

Ҡалып:Планлаштырылған ҡағиҙә

Википедияла автобиография яҙыу ҡабул ителмәгән, әммә тексты башҡа ҡатнашыусылар тикшереп хуплаһа, мөмкин булыуы ихтимал. Шулай уҡ, төҙәтеү индереү мотлаҡ кәрәк булған осраҡтарҙан башҡа, башҡа берәйһе яҙған биографияңды мөхәррирләү менән дә шөғөлләнергә ярамай.

Бындай мәҡәләләрҙең әһәмиәте, дөрөҫлөгө һәм тарафһыҙлығы бик йыш бәхәстәр тыуҙыра. Википедияла автобиография яҙыуҙан һәм мөхәррирләүҙән тыйылыу Википедияның тарафһыҙ, нейтраль булыуына булышлыҡ итә, мәҡәлә йөкмәткеһенә шәхси фекерҙәрҙе «индереүҙән» ҡотҡара.

Нейтраль яҙылған, тикшереп булған автобиографияны яҙыу бик ауыр, был күп төрлө йәшерен ауырлыҡтар менән бәйле. Шуға күрә автобиография яҙыу хупланмай.

Әгәр һеҙҙең берәй темаға баҫылған хеҙмәттәрегеҙ булһа, Википедияға һеҙҙең белгәндәрегеҙ файҙалы булыр, һәм һеҙ уларҙы мәҡәләләр яҙғанда ҡуллана алаһығыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, Википедиялағы һәр мәҡәлә предметты нейтраль һәм тулы һүрәтләргә, һәр фекергә объектив иғтибар бирергә, был предмет тураһында белем сығанағы булырға тейеш. Һеҙ мәҡәлә яҙғанда уҡыусыларҙың мәнфәғәттәрен онотмағыҙ, ә үҙегеҙҙекеләрҙе ситкә ҡуйып тороғоҙ. Үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртып яҙылған мәҡәләләр ғәҙәттә юйҙырыла.

Тарафһыҙлығы шик аҫтына алынған автобиографик мәҡәләләргә {{Автобиография}} тигән иҫкәртеү ҡалыбын өҫтәргә мөмкин.

Автобиографияларҙың проблемаһы ниҙә

Автобиографиялар менән бәйле төп проблемалар:

  • Тарафлылыҡ, булғанды ҡабартып ебәреү. Ғәҙәттә, кешеләр үҙе тураһында бик ыңғай итеп яҙа һәм фекерҙәрҙе факттар итеп күрһәтергә әүәҫ. Нейтраль ҡараш хикәйәләүҙе өсөнсө заттан алып барыу менән генә тәьмин ителмәй.
  • Уларҙы тикшереп булмауы ихтимал. Әгәр тормошоғоҙҙоң берәй ваҡиғаһы тураһында берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы булып үҙегеҙ торһағыҙ, башҡа уҡыусылар һеҙ яҙғандарҙы бер нисек тә тикшерә алмаясаҡ. Мәҫәлән, һеҙҙең өмөттәрегеҙ, хыялдарығыҙ һәм фекерҙәрегеҙҙең сығанаҡтарын улар бер нисек тә тикшерә алмай. Википедия мәҡәләләренә иһә тик тикшерелә торған нәмәләрҙе генә яҙырға мөмкин.
  • Уларҙа оригиналь тикшереүҙәр булыуы ихтимал. Кешеләр йыш ҡына автобиографияһына быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған мәғлүмәттәрҙе, үҙҙәренең тикшеренеүҙәре һәм күҙәтеүҙәре һөҙөмтәләрен индерә. Ләкин Википедия тәүләп баҫтырыу урыны түгел, оригиналь тикшеренеүҙәрҙе унда ҡуйырға ярамай.

Әгәр Википедияға һеҙҙең туралағы мәҡәлә элек үк ҡуйылған булһа

Үҙең тураһында тарафһыҙ һәм объектив итеп яҙыу бик ауыр. Шуға мәҡәләне башҡа кешенән яҙҙырыу яҡшыраҡ булыр.

Башҡа ҡатнашыусыларға үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәр бирергә, мәҡәләнең фекер алышыу битендә тәҡдимдәрегеҙҙе яҙырға була — бойондороҡһоҙ мөхәррирҙәр төҙәтеүҙәрҙе мәҡәләгә индерер.

Айырым осраҡтарҙа үҙең тураһындағы мәҡәләгә асыҡтан-асыҡ күренеп торған үҙгәрештәрҙе индерергә мөмкин. Асыҡтан-асыҡ күренеп торған ысын вандализмды сигендерергә була. Фактик хаталарҙы йә иҫкергән мәғлүмәттәрҙе төҙәтеү рөхсәт ителә. Бындай етешһеҙлектәргә фекер алышыу битендә лә иғтибар бирергә мөмкин. Әммә башҡа мөхәррирҙәрҙең факттарҙы үҙенсә ҡабул итеүенә, бәхәсләшеүенә әҙер булығыҙ.

Әгәр һеҙ һеҙҙең турала мәҡәлә яҙылһын өсөн шаҡтай билдәле шәхес булып, иғтибарһыҙ ҡалған проблемалар булһа, Википедия ҡатнашыусыларына форумда мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Әгәр һеҙ Википедияла мөхәррирләү менән даими шөғөлләнһәгеҙ, һеҙ мәҡәләнең фекер алышыу битендә бында һеҙҙең турала һүҙ барғанын билдәләй алаһығыҙ.

Һеҙҙең туралағы мәҡәләләге проблемалар

Һеҙҙең турала мәҡәләләге проблемалар тураһында электрон почтаға [mailto: [email protected] [email protected]] адресына хат яҙырға була. Унда проблеманы ентекле һүрәтләргә кәрәк, хатлашыу конфиденциаль булып тора.


Әгәр мәҡәләгә ҡуйылған фотоғыҙ һеҙҙе йәмһеҙ итеп йә боҙоп күрһәтһә йә тейешһеҙ урында төшөрөлгән булһа, уны үҙегеҙ тәҡдим иткән фотоға алмаштырыуҙы йә юйҙырыуҙы һорай алаһығыҙ. Тик фотоның авторынан фотоны ирекле лицензияға ярашлы урынлаштырыуға ризалыҡ алыу фарыз.


Әгәр һеҙҙең турала материал йәки мәҡәлә закон боҙоп урынлаштырылған булһа, был хаҡта беҙгә [mailto: [email protected] [email protected]] адресына хат менән хәбәр итегеҙ.

Үҙең тураһындағы мәҡәләне яҙыу

Әгәр тормошоғоҙ һәм ҡаҙаныштарығыҙ ысынлап та иғтибарға лайыҡ булһа һәм тикшерелә алһа, иртәме-һуңмы һеҙҙең турала берәйһе мәҡәлә яҙасаҡ. Беҙ үҙегеҙ тураһында мәҡәләне үҙегеҙ яҙырға һис кәңәш итмәйбеҙ.

  • Мәҡәләне яҙыу бойондороҡһоҙлоғо мәғлүмәттең әһәмиәтен һәм тикшерелә алыуын бойондороҡһоҙ баһалау менән бәйле. Мәҡәләне мөхәррирләү һәр ваҡыт ВП:ОРИССА, ВП:НҠ һәм ВП:ТИКШ ҡағиҙәләренә яуап бирергә тейеш.
  • Ҡатнашыусылар үҙҙәре тураһында яҙған мәҡәләләр йыш ҡына юйҙырыуға ҡуйыла. Был уларҙың мотлаҡ юйыласағын аңлатмай, әммә күп ҡатнашусыларҙың автобиографик мәҡәләләрҙе хупламауын күҙҙән ысҡындырырға ярамай.
  • Кешеләр йыш ҡына үҙенең әһәмиәтен ҡабартып ебәрә. Әгәр ҙә һеҙ Википедияның әһәмиәтлелек критерийҙарына тап килмәһәгеҙ, мәҡәләнең юйҙырылыуы ихтимал, сөнки Википедия — шәхси биттәр урыны түгел.

Иҫкәрмәләр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Tags:

автобиографиялар Автобиографияларҙың проблемаһы ниҙәавтобиографиялар Әгәр Википедияға һеҙҙең туралағы мәҡәлә элек үк ҡуйылған булһаавтобиографиялар Һеҙҙең туралағы мәҡәләләге проблемаларавтобиографиялар Үҙең тураһындағы мәҡәләне яҙыуавтобиографиялар Иҫкәрмәләравтобиографиялар Шулай уҡ ҡарағыҙавтобиографиялар

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Германияның берләшеүе (1990)ГәзитХәрби антТаштамаҡЛатипов Ҡотдос Ҡәниф улыТөлкөЯһалма интеллектҒәзизов Искәндәр Хәниф улыУГАТУ-САТДубай (ҡала)ТалибанЙәйге Олимпия уйындары 2012Сен-Мартен ( Франция биләмәһе)ҺарымһаҡАдольф ГитлерAmazon (компания)ФизикаНатюрмортУралВенгрия9 октябрьСамоа1973 йылВәлиева Гөлнара Ҡәүи ҡыҙыЛипецк өлкәһеАнгкор-ВатӘкиәтПолитеизмҒосман империяһыСериков Иван Павлович1867 йылТашбашПрагаСебер дәүләт фән һәм технологиялар университетыДоминик Дженнингс31 ғинуарМиссуриШәрәфетдинов Дамир Молҡаман улыКитап (нәшриәт)Европа берлегеМамин Асҡар Узакбай улыШвецияАвгустусбургӘлмөхәмәтов Илдар Әмин улыЧикагоЯҡшыдәүләтов Йәркәй Әнүәр улыБранденбургЛюляИзге Лаврентий йылғаһы11 февральАльп тауҙарыХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыСәғәт бүлкәтеХорват теле2015 йылӘхмәт (Ауырғазы районы)2018 йылАхыры заманШалғандарУҡҫынныХөсәйенов Айҙар Гайдар улыНиколаевка (Ауырғазы районы)Арал диңгеҙеРимСуданАвгустЧапел-Хиллдағы Төньяҡ Каролина университеты🡆 More