Венерология

Венероло́гия (лат. Venus, veneris (Венера, Боронғо Рим мифологиясендә матурлык алиһәсе) һәм логия) — медицинаның венерик ауырыуҙарҙы өйрәнеүсе бүлеге; медицина өлкәһе, енси юл менән күсә торған венерик ауырыуҙар этиологияһын, клиникаһын, дауалау һәм ауырыуҙы булдырмау ысулдарын өйрәнә.

Был ауырыуҙар хаҡында Боронғо Греция, Һиндостан, Ҡытай ғалимдәре хеҙмәттәрендә бәйән ителә. «Венерик ауырыуҙар» термины 1527 йылда француз ғалимы Ж. де Бетакур тарафынан тәҡдим ителә. 20 быуатта был ауырыуларҙы килтереп сығарыусылар асыла. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Халыҡ-ара классификацияһы (1988) буйынса сифилис, гонорея, йомшак шанкр (шанкроид), ҡасыҡ лимфогранулематозо, венерик гранулёма — классик венерик ауырыуҙар рәтенә керетелә. Енес органдарын зарарлай торған йоғошло ауырыуҙар: һейҙек-енес юлдары хламидиозы, трихомониазы, һейҙек юлдары-гениталиялар кандидозы, һейҙек-енес юлдары микоплазмозы, гениталиялар герпесы, осло башлы кондиломалар, гениталияләрҙағы контагиоз моллюсктар, һейҙек юлдары — гениталиялар шигелёзы, педикулёз һәм ҡорсаңҡы. Венерик ауырыуҙарҙың күп кенә билдәләре кешенең тән тиреһендә һәм лайлалы тышсаларында барлыҡҡа килә. Шулай итеп, венерология дерматология менән тығыҙ бәйләнгән.

XIX быуат башында Англия, Франция, Вена (немец), Америка (төньяк) дерматовенерологтар мәктәптәре формалаша. Рәсәйҙә дерматовенерология мәктәпләренең ойошоуы Мәскәү университетының медицина факультетында (1869), Санкт-Петербургта Медицина-хирургия (һуңыраҡ Хәрби-медицина) академияһындә (1870), Ҡазан университетында (1872) һ.б. ҡалаларҙа тире һәм венерик ауырыулар буйынса беренсе мөстәҡил кафедралар асылыу менән бәйле.

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Вяселева С. М. Действие различных препаратов пенициллина на бледную трепонему // Журнал микробиологии, эпидемиологии, иммунобиологии. 1957. № 4; Казанский медицинский институт. 1814—1989. Казань, 1989; Сергеев В. П. Силокаст для лечения больных алопецией // Казанский медицинский журнал. 1982. № 6.

Сығанаҡтар

Tags:

Венерология ҠарағыҙВенерология ИҫкәрмәләрВенерология ӘҙәбиәтВенерология СығанаҡтарВенерологияБоронғо РимВенераЛатин телеМедицина

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

1995 йылБиографияЛихарев Дмитрий ВитальевичБашҡорт алфавитыСериков Иван ПавловичЭпидавралағы театрМюзиклРәсәйҙә Граждандар һуғышыДорис ЛессингСелена Гомес31 ғинуарИсҡужина Миңзифа Усман ҡыҙыУрта быуаттарЕте (һан)Ҡатын-ҡыҙРимПловдивСалауат ЮлаевҠаработаҡ (йылға)Әбделмәнов Йәмил Әбделәхәт улыИнформатикаЭдисон Томас АлваСербияГрейс КеллиТапмаМакс ВеберҠытай Халыҡ РеспубликаһыХристианлыҡ1867 йылӘзербайжанПакистан тарихыБөтөн һан21 июльЛюдовик XI1855 йылНасибашСент-ЛюсияГордеев Михаил ВикторовичУкраин алфавитыБоливияАллергияТуйСаха РеспубликаһыИләкшиҙеГданьскХордалыларКонысковолаХөкүмәтВашингтон (Колумбия федераль округы)6 ноябрьРейкьявик2011 йылДегәнәкАлбанияПекинИндонезия бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш25 майДоминик ДженнингсИбраһимов Әнүәр Камил улыКириллицаHTMLХристофор КолумбГонконгМәҙрәсәЭлвис ПреслиМассачусетс🡆 More