Васил Левский

Васил Ле́вский (болг. Васил Левски; ысын исеме Васил Иванов Кунчев; 18 июль 1837 — 18 февраль 1873, София) — болгар сәйәси эшмәкәре, революционер, Болгариялағы милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы.

Болгарияның милли батыры, «Азатлыҡ апостолы» (болг. Апостола на свободата) булараҡ билдәлелек алған. Ғосман империяһына ҡаршы болгар азатлыҡ хәрәкәтенең "дүрт бөйөгө"нең (русса «четырех великих», болгарса четеримата големи) береһе, ҡалғандары: Христо Ботев, Георгий Стойков Раковский һәм Любен Каравелов.

Васил Левский
Васил Левский

Исеме

Тыуған ваҡыттағы исеме — Васил Иванов Кунчев (ул ваҡыттағы орфография буйынса — Василь). Монах булғанда — иеродиакон Игнатий (Кунчев). Үҙенең дини санына ярашлы подпольелағы ҡушаматы Дякон. Васил Левски — иң билдәле йәшерен исеме (псевдонимы), йыртҡыс хайуан арыҫландың болгар телендәге атамаһы левтан алынған. Башҡа йәшерен исемдәре — Главния книжар, Тропчо, Драгойчо. Шулай уҡ сит телдәрҙән алынған псевдонимдарҙы ла ҡулланған, атап әйткәндә, әрмәнсәнән Ованес һәм бер нисә төрөк исеме: Аслан Дервишоолу Кърджалъ ("Арыҫлан, дәрүиш улы, сая; русса «Лев, сын дервиша, удалец»), эфенди Аслан Дервишоолу и Джин гиби. Уның барлығы 50-нән ашыу псевдонимы һәм яһалма фамилияһы була, сөнки Болгариялағы революцион эшмәкәрлек барышында уларҙы аҙна һайын тиерлек алмаштырырға тура килә.

Левскийҙың үлеменән һуң, 1880—1890-сы йылдарҙа, уны бар ерҙә лә «Азатлыҡ Апостолы» йә ябайыраҡ формала «Апостол» тип нарыҡлай башлайҙар. Был ҡушаматтың киң таралыуына болгар әҙәбиәте классигы Иван Вазов әҫәрҙәре ныҡ булышлыҡ итә.

Балалыҡ һәм йәшлек йылдары

Васил Иванов Кунчев 1837 йылдың 18 июлендә Карлов ҡалаһында тыуған. Белл-Ланкастер системаһы буйынса эшләгән һәм Болгариялағы милли яңырыу осоронда ныҡ популяр булған мәктәптә уҡый. Артабан Афондағы Хиландар монастырында хеҙмәт итә, ике йыл Стара-Загора ҡалаһындағылағы училищела һәм тағы ла бер йыл Пловдивтағы урта дини уҡыу йорто — семинарияла уҡый. 1858 йылдың 7 декабрендә Сопоте ҡалаһында Игнатий исеме менән монахлыҡ ҡабул итә. Алдағы 1859 йылда иеродиакон дәрәжәһен ала. Төрөк, грек һәм әрмән телдәрен яҡшы белә.

1861 йылда Георгий Раковский (совет партия эшмәкәре Раковский Христиан Георгиевичтың ағаһы (дядяһы) йоғонтоһо аҫтында 24 йәшлек монах Игнатий үҙен революцион эшмәкәрлеккә арнау теләге менән монастырҙан китә.

Революцион эшмәкәрлеге

Васил Левский 
Васил Левский — Икенсе легион байраҡсыһы

1862 йылда Васил-Игнатий Кунчев Сербияла була һәм Раковский етәкселегендәге Беренсе болгар легионы составында төрөктәргә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн уға «Левский» ҡушаматын тағалар, һәм был атама уға мәңгелеккә «йәбешеп» ҡала (икенсе фараз буйынса, «Левский» — диалектта «львиный» — ҡушаматын йәшлек йылдарында, ауылдаштары менән бәхәсләшеп, киң соҡорҙо аша һикереп сыҡҡаны өсөн ала) Халыҡ дружиналары («чет») ойоштороуҙа ҡатнаша, уларҙың ағзаларын (четники) Сербия булышлығында төрөктәргә ҡаршы ихтилал күтәреүгә өндәй.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Васил Левский ИсемеВасил Левский Балалыҡ һәм йәшлек йылдарыВасил Левский Революцион эшмәкәрлегеВасил Левский ИҫкәрмәләрВасил Левский18 июль18 февраль18371873Болгар телеБолгарияРус телеСофияСәйәсәтҒосман империяһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ВикипедияОттобойрен монастырыИммануил КантЭстонияла урыҫтарҠылымЦивилизацияЕвропаБаймаҡ23 ғинуарАлмаш (һүҙ төркөмө)Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыКейекбаев Жәлил Ғиниәт улы7 мартТуберкулёзДжон НоксДилиҠәһүә (эсемлек)ХоэндубрауСаха телеСерб-хорват телеШүлгәнташБуйһонған территорияПиритБаҡы ЯугирыРекламаТоронтоБүләков Динис Мөҙәрис улыАҡ ҡурғаш19 ноябрьБашҡорт теленең һүҙлегеҠыҙыл Йондоҙ орденыКропивницкийБишбармаҡМахатма ГандиСалауат Юлаев музейыТөрөктәрҺүҙ составыЫрымбурШүлгәнташ ҡурсаулығыБишмәтАлағузКитапДилмөхәмәтов Ишҡәле Шәмсетдин улы1848 йылТимербай ҡурайсыСитдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙыПротестантизмЙыуаЭсватиниЕмешИзраильСалауат индустриаль колледжыМиссуриТеннисТөркиәИмператор музыка училищеһы17 августUbuntuТәһәрәтУсманова Рафиға Карам ҡыҙыКөрәшЦицеронИталия🡆 More