Бөтә Донъя Сиған Теле Көнө

Бөтә донъя сиған теле көнө сиған телен, мәҙәниәтен һәм мәғарифен популярлаштырыуға булышлыҡ итә .

Ул 2009 йылдан башлап йыл һайын 5 ноябрҙә билдәләнә. Хорватия парламенты уны 2012 йылда рәсми рәүештә таный, ә ЮНЕСКО 2015 йылда 5 ноябрь көнөн бөтә Донъя сиған теле көнө тип иғлан итә. 2018 йылға ҡарата Европа Советының 16 дәүләт-ағзаһы сиған телен Европа төбәк телдәре йәки аҙсылыҡ телдәре хартияһына ярашлы аҙсылыҡ теле тип таный.

Бөтә донъя сиған теле көнө
Рәсем
Төп тема сиған теле[d]
Йылдың көнө 5 ноябрь

Тарихы

2008 йылдың 5 ноябрендә Хорватияның башҡалаһы Загребта, тәүге сиған-хорват һәм хорват-сиған һүҙлегенең презентацияһы ваҡытында, бөтә донъянан сиған общинаһы вәкилдәре һәм хорват йәмәғәтселеге вәкилдәре 5 ноябрҙе Хорватия Республикаһында сиған теле Көнө тип иғлан иткән хартияға ҡул ҡуя. Әлеге һүҙлекте сиған ғалимы һәм сәйәсмәне Велько Кайтази яҙған. Хартияға ҡул ҡуйыу шул уҡ Велько Кайтази һәм «Кали Сара» хорват мәғариф ассоциацияһы тарафынан ойошторола. Хартияға 150-гә яҡын кеше ҡул ҡуя.

Бөтә Донъя Сиған Теле Көнө 
5 ноябрҙе Хорватия Республикаһында (2008 йылдың 5 ноябре, Загреб, Хорватия) рома теле көнө тип иғлан иткән Хартия.

2009 йылда Загребта 3 ноябрҙән 5 ноябргә тиклем үткән сиған телен стандартлаштырыу һәм кодлаштырыу буйынса Бөтә донъя симпозиумы ваҡытында халыҡ-ара сиғандар союзы һәм Хорватияның «Кали Сара» рома мәғариф ассоциацияһы 5 ноябрҙе сиғандар йәшәгән бөтә илдәрҙә Бөтә донъя сиған телен таныу тураһында белдереү менән сығыш яһайҙар. Был ваҡиға шулай уҡ был датаның беренсе рәсми байрамын билдәләй.

Халыҡ-ара танылыу

Хорват парламенты бер тауыштан (122 тауыш менән) 2012 йылдың 25 майында 5 ноябрҙә Бөтә донъя сиған теле көнөн байрам итеү буйынса халыҡ-ара башланғысты хуплай һәм донъяла бындай ысул менән эшләгән беренсе парламент була. Ул шулай уҡ башҡа милли парламенттарҙы, халыҡ-ара институттарҙы һәм ойошмаларҙы, шулай уҡ донъялағы бөтә изге ихтыярлы кешеләрҙе инициативаға ҡушылырға саҡырҙы.

Хорватия тәҡдиме буйынса ЮНЕСКО 2015 йылда 5 ноябрҙе Бөтә донъя сиған теле көнө тип иғлан итә.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Төбәк телдәренең Европа хартияһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Салауат Юлаев музейыНиғмәтуллаКоморКеше яҙмышыАмниоттарФлагҮлемБензолQR-кодТәкбирВенгрияГорькийҙың әҙәби-мемориаль музейы (Ҡазан)Эстонияла исламСолтангәрәева Розалиә Әсфәндиәр ҡыҙыНикотинЙен ЗигмундБашҡорт телеНазар НәжмиҺарыҡты кем ашаған?Бикбаев Рауил Төхфәт улыҠариҙел (йылға)БашҡортостанЙәрмәкәй районыYouTubeМиндешҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрЕкатерина II1893 йылМарко ПолоСундарбан (милли парк)Рәсәйҙең дәүләт символдарыБоланШығай (Силәбе өлкәһе)Штрих-кодСәлимов Марсель Шәйнур улыБашҡорт ир-ат исемдәреХәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙыМария-АнтуанеттаБолан культыTendenceКорла Август КоцорПутин Владимир ВладимировичШыйыҡсаБәндәбикә кәшәнәһеlzi5cҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүХөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улыБашҡорт теленең диалекттарыХанлыҡБашҡортостан ҡоштары1934 йылСөнниҙәрЛазерАмерика Ҡушма ШтаттарыЮрий КохСәҙе буйы (йыр)Кошевой Пётр КирилловичКүсемле әйберАнна БобровскаяҒиззәтуллин Сафуан Ғәлләметдин улыМетаболизм🡆 More