Бәширов Мусса Ғүмәр Улы: ғалим-инженер-электромеханик

Бәширов Мусса Ғүмәр улы (рус.  Баширов Мусса Гумерович; 16 октябрь 1954 йыл) — ғалим-инженер-электромеханик, юғары мәктәп уҡытыусыһы.

2002 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты Салауат филиалының кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (2002).

Бәширов Мусса Ғүмәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Бәширов Мусса Ғүмәр Улы: Биографияһы, Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре, Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләкитәре СССР
Тыуған көнө 16 октябрь 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми исеме профессор[d] һәм кафедра мөдире[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

Мусса Ғүмәр улы Бәширов — 1954 йылдың 16 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Кесе Аллағыуат (хәҙер Салауат ҡалаһы эсендә ҡалған) ауылында тыуған. 1972 йылда Салауат ҡалаһының унынсы һанлы урта мәктәбен тамамлай.

1981 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетының «Химик-технологик процестарҙы автоматлаштырыу һәм комплекслы механизациялау» бүлеген отличноға тамамлай. 1988 йылда — Мәскәү ғилми-тикшеренеү институты эргәһендәге аспирантурала инженер-электромеханик һөнәре буйынса ситтән тороп уҡый.

2002 йылда техник фәндәре докторы диссертацияһын яҡлай.

Хеҙмәт юлын 1972 йылда Ленин орденлы Салауат нефтехимия комбинатында электр слесары булып башлай

1975 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университеты Салауат филиалында: лаборант, өлкән лаборант, өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент, филиал директорының фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, профессор һәм «Сәнәғәт предприятиеларының электр ҡоролмалары һәм автоматикаһы» кафедраһы мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре

Фәнни тикшеренеүҙәре емермәүсе контролдең электромагнит ысулдарын эшләү һәм үҫтереүгә бәйле. Мусса Ғүмәр улы Бәширов төрлө механик көсөргәнеш ваҡытында конструкция ҡоростарының механик һәм электрофизик үҙенсәлектәренең үҙ-ара бәйләнеше законлыҡтарын таба, механик характеристикаларҙың сиктәге һәм критик ҡиммәттәренә тап килгән электрофизик параметрҙар ҡиммәттәрен билдәләй, күп элементлы электромагнит үҙгәрткесле диагностика ҡорамалдарын төҙөү принциптарын, телевизион дефектоскобын уйлап таба. 240-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 26 уйлап табыу авторы.

  • Электромагнитная диагностика оборудования нефтехимических и нефтеперерабатывающих производств. Өфө, 2001 йыл (авторҙаш);
  • Диагностика электрических сетей и электрооборудования промышленных предприятий. Өфө, 2004 йыл (авторҙаш);
  • Экономика электропотребления в промышленности. Өфө, 2004 йыл (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләкитәре

Рәсәй Тәбиғәт фәндәре академияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре ()

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Бәширов Мусса Ғүмәр Улы БиографияһыБәширов Мусса Ғүмәр Улы Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәреБәширов Мусса Ғүмәр Улы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләкитәреБәширов Мусса Ғүмәр Улы ИҫкәрмәләрБәширов Мусса Ғүмәр Улы ҺылтанмаларБәширов Мусса Ғүмәр Улы16 октябрь1954 йыл2002 йылРус телеӨфө дәүләт нефть техник университеты

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Француз телеНазар НәжмиАлександр Матросов бюсы (Салауат)Поль ГогенФәрүәз УрманшинӨсөнсө рейхҠара сәсәкБанк14 февральНизами ГәнжәүиРәсәй Совет Федератив Социалистик РеспубликаһыБашҡорт алфавитыСифатИррациональ һанЗыярат ҡылыуХимик элементтар исемлеге5 майИ. В. Бельков исемендәге Геология һәм минералогия музейы1997 йылВикимедиа фонды1803 йылТыныслыҡСупрасльТаһир һәм Зөһрә (дастан)Мәскәү планетарийыАзаматова Бибисара Мостафа ҡыҙыХоҡуҡПланетаАуыл хужалығыICANNҠарасай-Черкес РеспубликаһыПетер БеренсКейекбаев Жәлил Ғиниәт улыЦин империяһыҒиззәтуллин Абдулла Ғөбәйҙулла улыЫрымбурБашҡортостанМарко Поло1700 йылСуйРостов АренаThe GuardianМацуо БасёАсыҡ контентСайтИкенсе донъя һуғышыМиланЭнциклопедияХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыҠаҙылма яғыулыҡКүсемле әйберАнуше АнсариНептунийРун яҙмаһыСолтангәрәев Әмир Миһран улыКешеҺумаюнБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәре🡆 More