Бызылдауыҡтар

Бызылдауыҡтар, бызылдаҡ ҡуңыҙҙар (лат. Carabidae, рус. Жужелицы) — ҡаты ҡанатлылар отрядынан бөжәктәр ғаиләһе; урта бүлкәттәрҙә йәшәй торған ҡуңыҙҙар ғаиләһе.

Йыртҡыстар (Adephaga). 20 меңләп төрҙө үҙ эсенә алған аҫотрядынан иң күп һанлы ғаилә. Татарстан биләмәһендә 64 ырыуға кергән 306 төр билдәле.

Бызылдауыҡтар
Бызылдауыҡтар
Бызылдауыҡ ҡуңыҙ табышы менән
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Carabidae Latreille, 1802

Номенклатура тибы
Carabus
Бызылдауыҡтар
Викитөркөмдә
Систематика
Бызылдауыҡтар
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  109234
NCBI  41073
EOL  7467

Төрлө формалағы, төҫтәге һәм ҙурлыҡтағы (1-ҙән алып 47 мм- ға хәтле) ҡуңғыҙҙар. Кәүҙәләре оҙонса, матур, аяҡтары оҙон, йүгереүгә яйлашҡан, мыйыҡтары еп кеүек йәки ҡыл һымаҡ һәм төп буынтыҡтарҙан тыш, ҡуйы ваҡ тоташ төклө. Барлыҡ аяҡтары ла 5 буынтыҡлы, ата ҡуңғыҙҙарҙың алғы аяҡтары киңәйгән һәм аяҡ табандары ла төклө. Личинкалары камподео һымаҡ формала. Башы асыҡ айырылып тора. Мыйыҡтары 4 буынтыҡлы, күҙҙәре йыш ҡына 6 була йәки бөтөнләй булмай. Аяҡтары 5 буынтыҡлы. Ҡорһағы 10 сегменттан тора, 8 пар ябай һулыш юлы бар. Туғыҙынсы ҡорһаҡ сегменты, ғәҙәттә, церкалар, унынсыһы терәк булып тора.

Бызылдауыҡтарҙың күпcелеге йыртҡыстар, бөжәктәр, уларҙың личинкалары, моллюсклар, селәүсендәр һ.б. умырткаһыҙҙар менән туҡлана (зоофагтар), ҡайһы берҙәре үҫемлек һәм хайуан аҙыҡтары менән дә туҡлана (пантофагтар), бик аҙҙары — үлән менән туҡланыусылар (фитофагтар), улар араһында ауыл хужалығы һәм урман культураларын зарарлаусылар ҙа бар, башҡалары хайуан һәм үҫемлек ҡалдыҡтары менән туҡлана (сапрофагтар).

Бызылдауыктар умыртҡалы хайуандарҙың туҡлану сылбырында әһәмиәтле урын алып тора, ауыл һәм урман хужалығындағы ҡоротҡостар һаны динамикаһын көйләү процессында ҙур роль уйнай. Бызылдауыҡтар биоценозда антропоген һ.б. факторҙар тәьҫирендә үтүсе процесстарҙың һәм тереклек итеү мөхитенең алыштырғыһыҙ индикаторҙары булып торалар.

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар



Tags:

БөжәктәрЛатин телеРус телеТатарстанТөр (биология)Ҡаты ҡанатлылар

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ЯнцзыКомиксКәбиров Артур Зиннур улыАтлантик океанРостов АренаАң фәлсәфәһеИзраильКатарҺуғыш1959 йылЙола20 апрельӘрмәнстанТалха ҒиниәтуллинБашҡортостан тарихыБөтә донъя мираҫыҠазан24 майСалауат Юлаев музейыБәрәңгеАрыҫлан петроглифтарыМәжит ҒафуриҺүҙ төркөмдәреСловакияӨлкән сержантМәскәүБаш бит1884 йылӨфөСатурн (планета)Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтыЯнышев Фәнис Фәтих улыЕр2010 йылМостай КәримЕнси актБөтә Донъя СелтәреДинамоБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы6 ноябрьМаскатСүриә телеФерменттарХристианлыҡУльтрафиолет нурланышПономарёв Руслан ОлеговичБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыАсылыкүлГазпром Нефтехим СалауатУйынсыҡБашҡорт шәжәрәһеБеларусьХагенДибаева Зилә Сиражитдин ҡыҙыҒәрәп телеАдольф ГитлерСифатСовет Социалистик Республикалар СоюзыБашҡорт Автономиялы Совет Социалистик РеспубликаһыЙоһанн Вольфганг фон ГётеАмерика Ҡушма ШтаттарыЙәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улыҮҫәргән ырыуы шәжәрәһеОтто фон БисмаркКесаҙна🡆 More