Биотехнология

Биотехнология - тере организмдарҙы, уларҙың системаһын йәки йәшәү эшмәкәрлеге продукттарын технологик мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, шулай уҡ ген инженерияһы ысулын ҡулланып файҙалы үҙенсәлекле тере организмдар алыуҙа ҡулланыуҙы өйрәнеүсе фән.

Биотехнология
Рәсем
Биотехнология Биотехнология Викимилектә
Биотехнология
Insulin crystals

Биотехнология тип XX-XXI быуатта йыш ҡына ген инженерияһын ҡулланыуҙы атайҙар, әммә был термин яһалма һайланыш һәм гибридизация кеүек кеше ихтияжына йүнәлтелгән биологик организмдарҙың ҡатмарлы модификацияһын үҙ эсенә ала. Ғәҙәттәге биотехнологик етештереү тармағы хәҙерге заман ысулдарын ҡулланып аҙыҡ-түлектең һәм тере организмдарҙың продуктлығын арттырыуға иреште.

1971 йылға тиклем "биотехнология" термины башлыса аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығанда ҡулланыла ине. 1970 йылдан ғалимдәр был терминды ДНК рекомбинацияһы, күҙәнәк күльтивацияһы кеүек лаборатория ысулдары өсән ҡуллана башланы. Биотехнология генетика, молекуляр биология, биохимия, эмбриология, күҙәнәк биологияһы, шулай уҡ химия, информацион технология кеүек ғәмәли фәндәргә нигеҙләнә.

Биотехнология тарихы

"Биотехнология" терминын беренсе тапҡыр венгр инженеры Карл Эреки 1917 йылда ҡуллана. Сәнәғәттә микроорганизмдар һәм ферменттар ҡулланыу күптән билдәле, әммә системалы фәнни тикшереүҙәр биотехнологик ысулдарҙы ҡулланыу даирәһен киңәйтә.

Шулай итеп, 1814 йылда Петербург ғалимы академик К.С. Кирхгоф биологик катализ күренешен аса, һәм арзан сеймалдар шәкәр алырға тырышып ҡарай (XIX быуатҡа тиклем шәкәрҙе шәкәр ҡамышынан ғына алалар). 1891 йылда АҠШ ғалиме Дз. Такамине фермент препаратын сәнәғәттә ҡулланыуға патент ала: үҫемлек ҡалдыҡтарын шәкәрләндереү өсөн диастиза ҡулланырға тәҡдим итә. XX быуат башында әсетеү һәм микробиология сәнәғәте үҫеш ала. Ошо уҡ йылдарҙа антибиотик, байыҡтырылған аҙыҡ, әсетке етештереү, үҫемлек һәм хайуандарҙан етештерелгән аҙыҡты арттырыу һәм яҡшыртыу йүнәлешендә ғалимдар тәүге эштәр башҡара.

Беренсе антибиотик – пенициллинды 1940 йылда файҙаланыу кимәленә тиклем айырып алып, таҙартыуға өлгәшәләр. Был сәнәғәткә микроорганизмдар эшләп сығарған матдәләрҙән арзан медицина препараттарын эшләп сығарарға мөмкинлек бирә.

Биотехнология төрҙәре

Биоинженерия

Биоинженерия йәки биомедицина инженерияһы — инженерия, биология, медицина һәм кеше һаулығын нығытыу өлкәһендәге белемде тәрәнәйтеүгә йүнәлтелгән фән.

Биоинженерия йәки биомедицина инженерияһы медицина һәм клиник практика ҡаҙаныштарын ғына түгел, ҡатнаш фәндәр ҡаҙаныштарын да берләштерә. Биоинженерия медицина мәсьәләләре һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә техник алымдар ҡуллана. Был биология һәм медицина менән бәйле мәсьәләләрҙе табып, уларҙы сисеү юлын күрһәтеүсе, белемде һәм тәжрибәне берләштерә торған фән. Биоинженерҙар кешелек мәнфәғәте өсөн эшләй, тере системалар менән эш итә, медицина мәсьәләләрен сисеү өсөн алдынғы технологиялар ҡуллана. Биоинженерия белгестәре дауалау приборҙары һәм ҡоролмалары, яңы дауалау процедуралары эшләүҙә ҡатнаша.

Яһалма быуындар, магнитлы резонанс томографияһы, кардиостимуляторҙар, артроскопия, ангиопластика, тире биоинженер протездары, бауыр диализы, яһалма ҡан әйләнеше аппараты кеүек асыштар биоинженерия ҡаҙаныштары тип иҫәпләнә. Яңы фармацевтик препараттар әҙерләү өсөн яңы үҙенсәлектәре булған аҡһымдар, төрлө ҡатнашмаларҙың күҙәнәк рецепторҙары менән тәьҫирләшеүенең компьютер моделен төҙөү ҙә биоинженерия тикшереүҙәре йүнәлеше булып тора (drug design).

Биомедицина

Кешенең һаулығы норма һәм патология хәлендә булғанда организмды, уның төҙөлөшөн һәм функцияһын теоретик яҡтан өйрәнә торған фән. Биомедицина шулай уҡ патология торошон, диагностика, коррекция һәм дауалауҙы өйрәнә.. Биомедицина медицина, ветеринария, стоматологияи һәм шулай уҡ химия, биохимия, биология, гистология, генетика, эмбриология, анатомия, физиология, патология , зоология, ботаника и микробиология. , биомедицина инжинирингы кеүек фундаменталь биология фәндәрен берләштерә.

Наномедицина

Биотехнология 
Инсулиндың компьтер төҙөлөшө

Наноҡоролмалар һәм наноструктуралар ҡулланып молекуляр кимәлдә кешенең биологик системаһын төҙөү, төҙәтеү һәм күҙәтеү наномедицина тип атала. Донъяла наномедицина өсөн яңы технологиялар бар. Улар араһында сирле күҙәнәктәргә адреслы дарыу ташыу, чипта лаборатория, яңы бактериацид саралар һәм башҡа технологиялар бар.

Биофармакология

Биофармакология — биологик һәм биотехнологик сығышлы матдәләрҙең организмға физиологик тәьҫирен өйрәнә торған фармакология бүлеге. Ысынында иһә, биофармакология биотехнология һәм фармакология фәндәре ҡушылғандан барлыҡҡа килгән. Биофармацевтик препараттарҙы өйрәнеү, уларҙы етештереүҙе планлаштырыу, етештереүҙе ойоштороу биофармакология өлкәһенә ҡарай.

Биофармакологик дауалау һәм сирҙе профилактикалау сараларын тере организмдарҙан, организм туҡымаларынан һәм туҡымарарҙың сығарылмаларынан биотехнология ысулы менән етештерәләр. Йәғни биофармокологик дарыуҙар биологик һәм биотехнологик сығышлы дарыуҙар булып торалар.

Бионика

Тере тәбиғәттең ойошоу принцебы системаһын, үҙенсәлектәрен, функцияһы һәм төҙөлөшөн техник ҡоролмаларҙа ҡулланыу тураһында ғәмиәлә фән, йәғни тере тәбиғәт формалары һәм уларҙың сәнәғәттә аналогы тураһында фән. Ҡыҫҡаса әйткәндә, бионика — биология һәм техника берләшкән фән. Бионика тәбиғәттең һәм техниканың ниндәй оҡшаш яҡтары һәм айырмаһы бар икәнен өйрәнә.

Бионика төрҙәре:

  • биологик бионика биологик системаларҙы өйрәнә;
  • теоретик бионика процесстарҙың математик моделен төҙөй;
  • техник бионика теоретик бионика ярҙамында инженер мәсьәләләрен сисергә ярҙам итә.

Бионика биология, физика, химия, кибернетика, шулай уҡ: электроника, навигация, мәғлүмәт тапшырыу, диңгеҙ эше һәм башҡа фәндәр менән тығыҙ бәйләнгән.

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Глик Б., Пастернак Дж. Молекулярная биотехнология. Принципы и применение. — М.: Мир, 2002.
  • Егорова Т. А., Клунова С. М., Живу хин Е. А. Основы биотехнологии. — М., 2003.
  • Патрушев Л. И. Экспрессия генов. — М.: Наука, 2000. — ISBN 5-02-001890-2.
  • Сельскохозяйственная биотехнология. — М., 2003.
  • Manual of industrial microbiology and biotechnology. 2nd ed. — Wash., 1999.
  • Сассон А. Биотехнология: свершения и надежды. — М.: Мир, 1987. — 60 000 экз.
  • Рифкин Дж. The Biotech Century: Harnessing the Gene and Remaking the World. — N. Y.: J. P. Tarcher / Putnam, 1998. — XVI, 271 p. — ISBN 0-87477-909-X.

Tags:

Биотехнология тарихыБиотехнология төрҙәреБиотехнология ҠарағыҙБиотехнология ИҫкәрмәләрБиотехнология ӘҙәбиәтБиотехнологияОрганизм

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Намаҙ1925 йыл8 июньИҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһыАғасӘбү-ДәбиВенесуэлаТеләүембәтов Иршат Әнүәр улыТатар телеКөньяҡ АмерикаЭнциклопедияҒарипов Рәми Йәғәфәр улыМифологияИзраильҠытай календарыҠарағалпаҡтарӨфө ҡалаһыЛевитан Евгений Александрович27 мартДонъя телдәреҠылымЭстон телеМуҡшы телеЭлектроника1981 йыл1950 йылҮрге Нөгөш мәктәбеФарсы әҙәбиәте1971 йылСүриә (төбәк)БейеүМонголияАбхазияВелосипедЛогикаДәүләкән интернат-лицейы уҡытыусыларыАргентинаАҡбуҙат (эпос)Ғафуров Мадрил Абдрахман улыБашҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарыСөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улыСалауат ЮлаевЙәлдәкАнголаАтомПарижСәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улыABBAЙәстү намаҙы1913 йылЛатин телеТүбәнге ТимкәМөхәммәт (Пәйғәмбәр)ЦиклоптарЧан КайшиБронза быуатыМаһабһаратамӨфөСелтик ПаркИләкшиҙеМихай ХорватПасхаАрғаяш кантоныXX быуатХөсәйен ибн АлиӘт-ТәхиәтҒәйнетдинов Рамаҙан Бирғәли улыТалха ҒиниәтуллинТормошБиофизикаОсло🡆 More