Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Биология институты — Башҡортостан Республикаһының үҫемлектәр биохимияһы һәм йәшәү функциялары физиологияһы, тупраҡтар генезисы, ҡырағай флора, үҫентеләрҙең бөжәктәргә ҡаршы тороусанлығын диагностикалау өлкәһендәге тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнеүсе төп ғилми-тикшеренеү учреждениеһы.
РФА Өфө фәнни үҙәгенең Биология институты (РФА ӨФҮ БИ) | |
Нигеҙләнгән | 1951 |
---|---|
Директор | ваҡытлыса вазифа башҡарыусы Мартыненко Василий Борисович |
Аспирантура | түбәндәге специальностар буйынса: үҫемлектәр физиологияһы һәм биохимияһы, биотехнология (шул иҫәптән бионанотехнологиялар), ботаника, микробиология, генетика, экология, тупраҡты өйрәнеү ғилеме. |
Урынлашыуы | |
Юридический адрес | 450054, Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, Өфө, Октябрь проспекты, 69 |
Сайт | |
Институтта аспирантура, диссертация советы бар, эколог-ботаниктарҙың фәнни мәктәптәре барлыҡҡа килә: геоботаника (б. ф. д., проф. Б. М. Миркин), индустриаль экология (сәнәғәт ботаникаһы) (б. ф. д., проф. Ю. З. Кулагин), үҫемлектәр физиологияһы (б. ф. д., профессор Г.Р. Ҡоҙаярова).
Институт йәшәгән дәүерҙә уның хеҙмәткәрҙәре тарафынан 250-нән ашыу монография, рецензия үткәреүсе ғилми журналдарҙа 2000 мәҡәлә, 100-ҙән ашыу тематик йыйынтыҡ һәм конференциялар материалдары нәшер ителгән. 30-ҙан ашыу патент, 50-нән ашыу авторлыҡ танытмаһы алынған.
РФА ӨФҮ Биология институты 1951 йылда СССР Министрҙар Советының 12.05.1951 йыл 1591-се ҡарары һәм СССР Фәндәр академияһы президиумының 11.05.1951 йыл 310-сы бойороғо нигеҙендә СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалында Агробиология институты булараҡ асыла.
1955 йылда атамаһы Биологик институт тип үҙгәртелә. Хәҙерге атамаһын Биология институты 1957 йылдан йөрөтә, 2008 йылдан хәҙерге статуста.
Институт тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһында “Башҡортостан" милли паркы, ике тәбиғәт паркы, дарыу үләндәрен һаҡлау буйынса 12 заказник ойошторола.
Институттың фәнни ҡаҙаныштары: Башҡортостан тупраҡтарының генезисын, географияһын, үҙенсәлектәрен өйрәнеү, БР тупраҡтарының уңдырышлылығын тергеҙеү агротехнологияһын эшләү, техноген ҡалдыҡтар өйөмдәрен зыянһыҙландырыусы Леноил һәм Азолен күп функциялы биопрепараттарын эшләү һәм файҙаланыуға индереү.
Ғайсин Шакир Әхмәтдин улы (1951—1956)
Конарев Василий Григорьевич (1956—1961)
Ғирфанов Вәкил Кәли улы (1961—1980)
Әхмәтов Радик Рәхимйән улы (1981—1985)
Хазиев Фәнғәт Хәмәт улы (1985—1989)
Чураев Рөстәм Нур улы (1989—2004)
Мелентьев Александр Иванович (2004— 2015)
Мартыненко Василий Борисович, ваҡытлыса вазифа башҡарыусы (2015 йылдан әлеге ваҡытта ла)
Институт биологии Уфимского научного центра РАН. Уфа, 2006.
2000 алып институт тарафынан баҫмаға әҙерләнгән публикацияларҙың айырыуса мөһимдәре:
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Биология институты (Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге), which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.