Бикташева Тәлиғә Миңлевәли Ҡыҙы: театр актёры

Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы (28 июль 1911 йыл — 14 октябрь 1995 йыл) — башҡорт совет театр актёры.

1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1955) һәм атҡаҙанған (1940) артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1969) ордендары кавалеры.

Бикташева Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Бикташева Тәлиғә Миңлевәли Ҡыҙы: Биографияһы, Спектаклдәрҙәге ролдәре, Ғаиләһе СССР
Бикташева Тәлиғә Миңлевәли Ҡыҙы: Биографияһы, Спектаклдәрҙәге ролдәре, Ғаиләһе Рәсәй
Тыуған көнө 28 июль 1911({{padleft:1911|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Арыҫлан, Шишмә районы
Вафат булған көнө 14 октябрь 1995({{padleft:1995|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө актёр
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

Тәлиғә Миңлевәли ҡыҙы Бикташева 1911 йылдың 28 июлендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Ҡара Яҡуп волосы Арыҫлан ауылында тыуған.

1929 йылда Башҡорт сәнғәт техникумын (В. Г. Мортазин-Иманский һәм М. А. Мәһәҙиев класы) тамамлай. 1930 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы.

Актёр 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнаша, уның ижады унда юғары баһа ала.

Тәлиғә Бикташева сәнғәтендә сағыу драматизм һәм тәрән лиризм бергә тура килгән. Студент сағында М. Фәйзиҙең «Ғәлиәбаныу» мелодрамаһында төп ролде башҡара. Бөтәһе 100-ҙән ашыу сәхнә образы ижад итә, ул үҙе уйнаған ролдәрен һәр саҡ милли һыҙаттар менән үреп алып бара.

Спектаклдәрҙәге ролдәре

Иң мөһим ролдәре: Ҡарлуғас («Ҡарлуғас», Б. Бикбай), Айһылыу («Һаҡмар» — «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», С. Мифтахов), Ғәйнәүәл («Ташҡын», Т. Ғиззәт), Ксения («Борис Годунов», А. Пушкин), Көнбикә («Ҡатынҡайым», А. Мөбәрәков), Ульяна Громова һәм Елена Кошевая («Йәш гвардия», А. Фадеев — В. Ғәлимов), Мәрзиә, Илбикә («Ул ҡайтты», «Әсә хөкөмө», Ә. Атнабаев), Мәстүрә («Йырланмаған йыр», М. Кәрим). Иң яҡшы роле — Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр», М. Ғафури).

Ғаиләһе

  • Тормош юлдашы — билдәле актёр һәм режиссёр Тимербулат Имашев.
  • Ҡыҙҙары Эльмира Недосеева Мәскәүҙә йәшәй, әле хаҡлы ялда.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • БАССР-ҙың халыҡ артисы (1955)
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1940)
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1955)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1968)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Бикташева Тәлиғә Миңлевәли Ҡыҙы БиографияһыБикташева Тәлиғә Миңлевәли Ҡыҙы Спектаклдәрҙәге ролдәреБикташева Тәлиғә Миңлевәли Ҡыҙы ҒаиләһеБикташева Тәлиғә Миңлевәли Ҡыҙы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреБикташева Тәлиғә Миңлевәли Ҡыҙы ИҫкәрмәләрБикташева Тәлиғә Миңлевәли Ҡыҙы ҺылтанмаларБикташева Тәлиғә Миңлевәли Ҡыҙы14 октябрь1911 йыл1995 йыл28 июль«Почёт Билдәһе» орденыБашҡортБашҡорт АССР-ыБашҡортостандың халыҡ артисыСССРХеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Тинес (ҡасаба)Еңеш суҡыһыҺыуХөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улыҠәҙим АралбайФәритов Айрат Тәбрис улыКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыМөсәтҺаулыҡДәүләтбаев Рәмис Рәжәп улыЯрам-Халета-Яха1880 йылИкенсе донъя һуғышыЛазенки (парк)СәпсекИхтиандрХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыКәбиров Артур Зиннур улыАрыҫлан петроглифтарыМиндешМәскәү дәүләт университетыAkStarЙен ЗигмундЭске яныулы двигатель27 апрельЮрий КохГрецияАҡмуллаКүсемле әйберҺүҙбәйләнешБеринг диңгеҙеЙондоҙ дәүмәлеИнтернетСыйырсыҡЭякуляцияИҫәкәй (Бишбүләк районы)ЙылХисамов Ғәлим Афзал улыВиноградов Павел ВладимировичЕ. А. Букетов исемендәге Ҡарағанды дәүләт университетыМарко ПолоТалха ҒиниәтуллинҺунарсы башҡортБензолЙәһүдилекИшҡол26 апрельБашҡорт балыЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыМәскәүТатарҙарСалауат ЮлаевУГАТУ-САТЙәрмәкәй районыКурдтарГамеланАнтоним1804 йыл1924 йылЗекерАттилаРәсәй Федерацияһының социаль картаһыАзимов АйзекҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрАбдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙыОперацион системаАмниоттарҠобағош сәсәнӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыБаймаҡ районы🡆 More