Бибиков Александр Ильич (10 июнь 1729 йыл — 20 апрель 1774 йыл) — Рәсәй империяһының дәүләт һәм хәрби эшмәкәре, генерал-аншеф, Уложенный комиссия рәйесе (маршал), сенатор; поляк конфедераттары менән көрәштә һәм Пугачев ихтилалын баҫтырыуҙа баш командующий.
Бибиков Александр Ильич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | Рәсәй империяһы |
Тыуған көнө | 10 июнь 1729 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Мәскәү губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 20 апрель 1774 (44 йәш) |
Вафат булған урыны | Бөгөлмә ҡалаһы, Бөгөлмә өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Ваба |
Ерләнгән урыны | Стрелка[d] |
Атаһы | Илья Александрович Бибиков[d] |
Бер туғандары | Екатерина Ильинична Голенищева-Кутузова[d] һәм Евдокия Ильинична Бибикова[d] |
Хәләл ефете | Анастасия Семеновна Козловская[d] |
Балалары | Александр Александрович Бибиков[d] һәм Аграфена Александровна Бибикова[d] |
Нәҫеле | Бибиковы[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр |
Хәрби звание | генерал-аншеф[d] |
Һуғыш/алыш | Ете йыллыҡ һуғыш, Бар конфедерацияһы[d] һәм 1773—1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы |
Ғәскәр төрө | Урыҫ император армияһы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бибиков Александр Ильич Викимилектә |
Александр Ильич Бибиков 1729 йылдың 10 июнендә Мәскәүҙә тыуған. Сығышы менән дворян Бибиковтар нәҫеленән. Инженер-генерал поручик Бибиков Илья Александровичтың һәм уның Писаревтар нәҫеленән булған ҡатынының улы. Бибиков өй тәрбиәһен ала, әммә әсәһенең вафатынан һәм атаһының икенсе никахынан һуң туғандары, Мәскәүҙәге Зачатьев монастыры монахинялары, ҡарамағына бирелә. Ун биш йәшендә (1744) Артиллерия һәм инженер шляхта кадет корпусына инә.
Ете йыллыҡ һуғыш тамамланыуға генерал-майор дәрәжәһенә күтәрелә һәм Чернигов пехота полкының шефы итеп тәғәйенләнә. Һуғыш осоронда Бибиков полковник Михельсон менән таныша, ағалы-ҡустылы Паниндар (Никита Иванович һәм Петр Иванович) менән яҡынлаша.
Екатерина II бер нисә тапҡыр Бибиковҡа яуаплы эштәр йөкмәтә:
1773 йылдың ноябрендә боланы баҫтырыу өсөн генерал-майор Ҡарҙы ғәскәрҙәрҙең баш командующийы вазифаһында алмаштыра. Бибиковҡа болаларҙы баҫтырыу өсөн ысулдар һайлауҙа тулы азатлыҡ бирелә. Указға ярашлы уға крайҙағы бөтә хәрби, граждандар һәм рухани властары уның ҡарамағында була. Бибиковты оҙатып йөрөгән кешеләр араһында шағир Державин була, ул ваҡытта Преображенск полкының лейб-гвардия подпоручигы.
Башта Бибиковтың ғәскәрендә 1500 атлылар һәм 2500 пехотасылар була. Көстәре бигүк ҙур булмауына ҡарамаҫтан, Бибиковтың ғәскәре боласыларҙан һаҡланыуға һәм хатта һөжүм ғәмәлдәренә лә әҙер була. Бибиков, дворян милицияһын ойоштороп, ғәскәрҙәрен көсәйтә. Ҡаҙан дворянлығы 300 кешелек атлы ҡораллы корпус төҙөй һәм уны үҙ ҡарамағына ала. Ҡаҙан дворянлығынан Ҡаҙан магистраты үрнәк алып, гусар атлы эскадронын булдыра, шулай уҡ Сембер, Свияжск, Пенза дворянлыҡтары. Башҡортостанды баҫтырыу эше подполковник Лазаревҡа йөкмәтелә. Ҡаҙан корпусы менән командалыҡты Бибиковтың туғаны генерал-майор Ларионов үҙ өҫтөнә ала. 1774 йылдың 24 мартында генерал-майор Мансуров, генерал-майор кенәз Голицын, полковник Бибиков, генерал-майор Фреймандарҙың көстәре менән Татищев ҡәлғәһе алына; 24 мартта Ларионовты алыштырған подполковник Михельсон Өфөнө боласыларҙан азат итә. Силәбе, Екатеринбург һәм Көңгөр азат ителә. Пугачевтың 1 апрелдәге Бәрҙе биҫтәһе тирәһендәге еңелеүе, үҙ сиратында, Ырымбурҙы азат итергә ярҙам итә. Пугачев Башҡортостанға ҡаса, әммә Бибиков үҙенең эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләрен күрә алмай. Бәрҙе эргәһендәге еңеү тураһында ишеткәс, ул Ҡаҙандан Ырымбурға юллана. Юлда ауырып китеп, Бөгөлмәлә туҡтай.
Он был искусный вождь во брани,
Совета муж, любитель муз,
Отечества подпора тверда,
Блюститель веры, правды друг;
Екатериной чтим за службу,
За здравый ум, за добродетель,
За искренность души его.
Он умер, трон обороняя.
Стой, путник! стой благоговейно.
Здесь Бибикова прах сокрыт.
Чинын һәм наградаһын иҫән саҡта ала алмай.
Бибиковтың бер туған һеңлеһе Екатерина Ильинична (1754—1824) 1776 йылда М. И. Кутузовҡа кейәүгә сыға.
Княжна Анастасия Семёновна Козловская (6.12.1729 — 4.05.1800), кенәз Семен Борисович Козловскийҙың ҡыҙы. Ҡаҙан дворянлығы Бибиковты Ҡаҙанда ерләргә тәҡдим итә, әммә тол ҡатын уны Борщевкала ерләргә була.
Бибиков Александр Ильич Викимилектә | |
Бибиков Александр Ильич Викияңылыҡтарҙа |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Бибиков Александр Ильич, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.