Аллилуева Светлана Иосифовна (груз.
Иң элек И. В. Сталиндың ҡыҙы булараҡ билдәле, атаһы тураһында мемуарҙар жанрында бер нисә китап яҙа. 1967 йылда СССР-ҙан АҠШ-ҡа эмиграцияға китә.
Светлана Иосифовна Аллилуева Мәскәүҙә ВКП(б) Үҙәк комитетының генераль секретары Иосиф Сталиндың ғаиләһендә 1926 йылдың 28 февралендә тыуған. 1932 йылдың 9 ноябрендә уның әсәһе үҙ-үҙенә ҡул һала.
Бала саҡта Светланаға уның няняһы, элек Н. Н. Евреинов ғаиләһендә эшләгән Александра Андреевна ҙур йоғонто яһай.
Мәскәү ҡалаһының 25-се өлгөлө мәктәбен отличие менән тамамлай, унда ул 1932—1943 йылдарҙа уҡый. Мәктәптән һуң Әҙәбиәт институтына инергә йыйына, әммә атаһына уның һайлауы оҡшамай.
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә, әммә ауырыуы арҡаһында был факультетта бер йыл ғына уҡырға тура килә. Бер йылдан һуң тарих факультетында уҡый башлай. Яңы һәм иң яңы тарих кафедраһында Германия темаһын һайлай (Бружеставицкий хәтирәләре буйынса, профессор Л. И. Зубок етәкселегендә шөғөлләнә; Бружеставицкий Сталина менән бер төркөмдә өс йыл уҡый: «Ул бик матур ҡара-ерән сәсле, бик баҫалҡы, йыуаш йәш ҡатын ине. Ул үҙенә иғтибарҙы йәлеп итмәҫкә тырыша ине, бер ниндәй студент компанияларына ылыҡманы, бер генә Лена (Ленина) Мельник исемле ҡыҙ менән дуҫ ине. Мәктәп йылдарынан ике сит — немец һәм инглиз — телдәрен белә ине»). Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын (1949) һәм КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы ижтимағи фәндәр академияһы аспирантураһын тамамлай. 1954 йылда «Совет романында урыҫ реализмының алдынғы традициялары үҫеше» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Филология фәндәре кандидаты. Инглиз теленән тәржемәсе һәм әҙәби мөхәррир булып эшләй, бер нисә китапты тәржемә итә, шул иҫәптән, инглиз философы-марксисты Джон Льюистың әҫәрҙәрен.
1944 йылда ағаһы Василийҙың класташы Григорий Морозовҡа кейәүгә сыға. Һуңғараҡ никах тарҡатыла. Улы Иосиф Аллилуев (1945—2008), кардиолог, медицина фәндәре докторы.
1949 йылда Юрий Ждановҡа кейәүгә сыға. Юрий Светлананың улы Иосифты уллыҡҡа ала. 1950 йылда уларҙың ҡыҙы Екатерина тыуа.
1957 йылда Иван Александрович Сванидзеға кейәүгә сыға. Әммә төрлө ҡәнәғәтһеҙлектәр һәм фекер төрлөлөгө арҡаһында 1959 йылда никах тарҡала.
Сталин үлгәндән һуң уның йоҡо бүлмәһендә һаҡлау книжкаһы табыла, унда 900 һум йыйылған була — книжка Светланаға тапшырыла.
1956 йылдан алып 1967 йылға тиклем Донъя әҙәбиәте институтындағы совет әҙәбиәтен өйрәнеү секторында эшләй.
1962 йылдың май айында Мәскәүҙә суҡына һәм балаларын да протоиерей Николай Голубцовта суҡындыра.
1966 йылдың 20 декабрендә, ысынында үҙенең ире Браджеш Сингтың көлөн оҙатып, Һиндостанға килә. 1967 йылдың 6 мартында совет илсеһе Бенедиктовтан Һиндостанда ҡалырға рөхсәт һорай, әммә ул 8 мартта Мәскәүгә ҡайтыуҙы талап итә һәм артабан уға башҡаса СССР-ҙан сығырға рөхсәт итмәйәсәктәр, тип белдерә. Шул уҡ көндө Аллилуева Делиҙағы АҠШ илселегенә паспорты һәм багажы менән килә һәм сәйәси һыйыныу урыны һорай. СССР-ҙан сығырға рөхсәтте уға КПСС Үҙәк комитеты Политбюроһы ағзаһы А. Н. Косыгин бирә.
Көнбайышҡа күсенеү һәм артабанғы «Егерме хат дуҫыма» әҫәрен (1967) нәшер итеү донъя сенсацияһына әүрелә, китапта ул үҙенең атаһы һәм Кремлдәге тормошо тураһында яҙа, был китап уға яҡынса 2,5 миллион доллар алып килә). Күпмелер ваҡыт у. Швейцарияла туҡтала, артабан АҠШ-та йәшәй.
Светлана Аллилуеваның ике туған ҡустыһы Владимир Федорович Аллилуев хәтерләүенсә, үҙенең беренсе «Егерме хат дуҫыма» китабын ул СССР-ҙа йәшәгән осорҙа яҙа, ҡулъяҙманың бер күсермәһе урлана һәм совет журналисты Виктор Луиға тапшырыла, Луи китапты Көнбайышҡа ебәрә һәм «Штерн» немец журналында унан өҙөктәр баҫтырған саҡта белә тороп бер нисә фактты үҙгәртә. «Бер генә йыл» китабы «тәжрибәле белгестәр ҡушыуы буйынса яҙыла» Уның һүҙҙәренсә, Көнбайышта Светлана ҡаты контроль аҫтына эләгә.
Үҙенең «Бер генә йыл» китабында Светлана Аллилуева, «Егерме хат дуҫыма» китабы ҡулъяҙмаһы СССР-ҙан Һиндостанға 1966 йылдың ғинуарында илсе Т. Кауль ярҙамында уның ире Браджеш Сингх кәңәше буйынса алып сығарыла, тип тасуирлай. Ошо уҡ китапта ул Катындәге массауи үлтереү өсөн яуаплылыҡты атаһына йөкмәй.
1970 йылда американ архитектор Уильям Питерсҡа (1912—1991) кейәүгә сыға, уларҙың ҡыҙы тыуа (Ольга Питерс, һуңғараҡ Крис Эванс (Evans Chrese)). 1972 йылда улар айырылышалар, әммә Светлана Аллилуева Лана Питерс исемен һаҡлап ҡала. Аҡса яғынан Аллилуеваның эштәре сит илдә уңышлы бара. «Егерме хат дуҫыма» хәтирәләренеңжурнал варианты Гамбургта аҙнаға бер сыҡҡан «Шпигель» гәзитенә 480 мең маркаға һатыла, доллар менән 122 мең (уның кесе туғаны Надежданың һүҙҙәре буйынса, СССР-ҙа атаһы уға барыһы 30 мең һум ҡалдырған). Тыуған илдән сығып киткәс, Аллилуева яҙыусылыҡ менән тапҡан аҡсаға йәшәй, шулай уҡ уға граждандар һәм ойошмалар ярҙам итә.
1982 йылда Аллилуева АҠШ-тан Бөйөк Британияға, Кембриджға, күсә, унда ҡыҙы Ольганы мәктәп-интернатҡа бирә. Үҙе донъя буйлап сәйәхәт итә.
Яңғыҙлыҡта ҡалып, 1984 йылдың ноябрь аҙағында көтөлмәгәндә С. Аллилуева ҡыҙы менән Мәскәүгә килеп төшә, бының хаҡта ул улы Иосиф үтенесе буйынса «Ейәнсәрҙәр өсөн китапта» яҙа. Уны совет властары бик йылы ҡаршы алалар, шундуҡ совет гражданлығын тергеҙәләр. Әммә Аллилуева тиҙ арала төнөлә, ул 1967 йылда ташлап киткән улы һәм ҡыҙы менән уртаҡ тел таба алмай. Совет хөкүмәте менән мөнәсәбәттәр насарая башлай. Ул Грузия ССР-ына күсеп китә, унда ул яҡшыртылған типтағы өс бүлмәле фатирҙа йәшәй, уға аҡса, махсус тәьминәт һәм автомобиль саҡыртыу хоҡуғы бирелә (Грузия ССР-ы Министрҙар Советы гаражында ҡара «Волга» һәр саҡ әҙер тора). Грузияла Аллилуева үҙенең 60 йәшен билдәләй, юбилейы Гори ҡалаһындағы Сталин музейында үткәрелә. Ҡыҙы мәктәпкә йөрөй, ат спорты менән шөғөлләнә, уҡытыусылар өйҙә уны урыҫ һәм грузин телдәренә өйрәтәләр. Әммә Грузияла ла Аллилуева властар һәм элекке дуҫтары менән һыйышмай.
Яҡынса ике йыл СССР-ҙа йәшәгәндән һуң, Аллилуева КПСС Үҙәк Комитетына сит илгә сығыу рөхсәтен алыу өсөн хат яҙа. КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары М. С. Горбачевтың булышлығы менән 1986 йылда Аллилуеваға АҠШ-ҡа кире ҡайтырға рөхсәт ителә. Унда ул 1986 йылдың 16 апрелендә барып етә .. Аллилуева ССРгражданлығынан баш тарта.
АҠШ-та Аллилуева Висконсин штатында йәшәүгә урынлаша. 1992 йылдың сентябрендә корреспонденттар уны Бөйөк Британияла ҡарттар йортонда табалар. Шунан ул бер аҙ ваҡыт Швейцарияла Изге Иоанн монастырында йәшәй. 1992 йылдың сентябрендә уны Лондонда Кенсингтон-Челси районында күрәләр. Аллилуева ярҙам хоҡуғы буйынса документтар юллап йөрөй, сөнки ҡарттар йортонан китеп, үҙ бүлмәһендә йәшәргә теләй. Уның ҡыҙы Ольга Портлендта (Орегон штаты) үҙаллы йәшәй.
2005 йылда «Светлана Аллилуева һәм уның ирҙәре» фильмы өсөн «Рәсәй» телеканалына интервью бирә.
2008 йылда журналистар менән оҙайлы ваҡыт аралышыуҙан баш тартҡан Аллилуева «Светлана тураһында Светлана» исемле 45 минутлыҡ документаль фильмда төшә (режиссеры — Лана Паршина). Интервью ваҡытында ул, урыҫ түгелмен тип, урыҫ телендә һөйләүҙән баш тарта (уның атаһы — грузин, ә әсәһе — сиған һәм немец ҡыҙы).
Һуңғы ваҡытта Светлана Аллилуева Мэдисон ҡалаһы тирәһендәге ҡарттар йортонда (Висконсин штаты) Лана Питерс исеме аҫтында йәшәй.
2011 йылдың 22 ноябрендә 86-сы йәшендә Ричланд ҡалаһының ҡарттар йортонда (Висконсин штаты, АҠШ) йыуан эсәк рагы ауырыуынан вафат була. 28 ноябрҙә «Нью-Йорк Таймс» гәзитендә уның вафаты тураһында иғлан ителә. Шул уҡ ваҡытта муниципалитет вәкиле, Ричланд ерләү йортонда уның вафаты һәм ерләү урыны тураһында бер ниндәй мәғлүмәт юҡ, тип белдерә. Урындағы ерләү йорто хужаһы журналистарға, бер нисә ай элек Лана Питерстың ҡыҙы Ричландҡа әсәһенең вафаты осрағына документтар юллау өсөн килеп киткән, тип әйтә. Ҡыҙының үтенесе буйынса, Светлана Аллилуеваның кәүҙәһе Портлендҡа (Орегон штаты) ебәрелгән. Ерләү ваҡыты һәм урыны билдәһеҙ.
2012 йылдың ноябрендә ФБР Светлана Аллилуеваның досьеһын аса; документтарҙан күренеүенсә, американ махсус хеҙмәттәре Сталин ҡыҙының АҠШ-тағы тормошо күҙәтеп барғандар.
Бик күп мөхәббәт бәйләнештәре, дүрт никахы һәм бер никахһыҙ йәшәү осрағы була. Ун дүрт йәшендә Лаврентий Берияның улы Серго Берияға ғашиҡ була. 1940-сы йылдар башында Светлана яҙыусы Алексей Каплер менән таныша, Каплер унан ике тапҡырға олораҡ була. 1943 йылда Каплер ҡулға алына, сит ил вәкилдәре менән бәйләнештәрҙә һәм Англия файҙаһына шпионажда ғәйепләнә һәм Воркутаға 5 йылға һөрөлә, унда ул фотограф булып эшләй, 1948 йылда иреккә сыҡҡас, Мәскәүгә килә һәм ҡабаттан ҡулға алына һәм холоҡто төҙәтеү — хеҙмәт лагерына оҙатыла. 1954 йылда реабилитациялана.
С. Аллилуева дүрт иҫтәлектәр китабы яҙа, улар сит илдә баҫтырыла:
Фото Викимилектә | |
Фото Викияңылыҡтарҙа |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Аллилуева Светлана Иосифовна, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.