Акка́д (ак.
Māt Akkadim; шум. kurA.GA.DÈki; йәһ. אַכַּד, Akkad ) — б. э. т. XXIV — XXII быуаттарҙа Месопотамияның урта өлөшөндәге боронғо өлкә,хәҙерге Ираҡ территорияһындағы дәүләт. Баш ҡалаһы — шумерҙың Аккаде ҡалаһы( Агаде ) Үҙ заманының иң ҙур державаһы.
Аккад | |
ак. Māt Akkadim; шум. kurA.GA.DÈki | |
б. э. т. 2316 йыл — б. э. т. 2137 йыл | |
---|---|
Баш ҡала | Аккаде |
Телдәр | Аккадский (староаккадский диалект), шумерский |
Дин | Шумеро-аккадская мифология |
Идара итеү формаһы | Монархия |
Династия | Саргониды (династия Аккаде) |
Дәүләт башлыҡтары | |
цари страны | |
• 2316 год до н. э. — 2261 год до н. э. | Саргон I (Шаррумкен) |
• 2261 год до н. э. — 2252 год до н. э. | Римуш |
• 2252 год до н. э. — 2237 год до н. э. | Маништушу |
царь четырёх стран света | |
• 2237 год до н. э. — 2200 год до н. э. | Нарам-Суэн |
цари страны | |
• 2200 год до н. э. — 2176 год до н. э. | Шаркалишарри |
• 2176 год до н. э. — 2173 год до н. э. | Игиги |
• 2176 год до н. э. — 2173 год до н. э. | Нанум |
• 2176 год до н. э. — 2173 год до н. э. | Ими |
• 2176 год до н. э. — 2173 год до н. э. | Элулу |
• 2172 год до н. э. — ? | Дуду |
• ? — 2137 год до н. э. | Шу-турул |
Тарихы | |
• 2316 год до н. э. | Образование империи. |
• 2137 год до н. э. | Разрушение Аккаде гутиями, падение империи. |
постоянная армия 5400 воинов | |
Аккад Викимилектә | |
Аккад дәүләте Боронғо Саргондың шумерҙар һәм көнсығыш семиттәрҙе баҫып алғанлыҡтан,үҙ номына Боронғо Месопотамияның барлыҡ номдарын һәм күрше дәүләттәрҙе баҫып алып ҡушҡанлығы арҡаһында килеп сыҡҡан дәүләт. Аккадтың сәскә атҡан осоро Саргондың ейәне Нарам-Суэн ил менән идаралыҡ иткән ваҡытҡа тура килә, ләкин б. э. т. XXIII быуатта был держава бөлгөнлөккә төшә һәм уның төп территориялары кутий (гутей) тау ҡәбиләләренең ҡулына эләгә.
Аккад дәүерендә Месопотамияның эре державалары булған Шумер - Аккад батшалығы, Вавилонияның һәм Ассирияның дәүләт системалары нигеҙләнә. Боронғо Яҡын Көнсығыш халыҡтары араһында Аккад боронғо монархлы эталон(өлгөлө) дәүләт булып иҫәпләнә.
Аккадтың төп территорияһы Тигр һәм Евфрат йылғаларының урта өлөшөн, анығыраҡ итеп әйтһәк,— Түбәнге Месопотамияның төньяғын һәм Дияла йылғаһының үҙәнен биләп тора. Иртә династия осоронда был өлкә шумерҙың Ки-Ури атамаһы менән йөрөтөлә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса был исемде бары тик Дияла йылғаһы үҙәне генә йөрөткән һәм үҙ эсенә ном статуслы Киш, Сиппар, Эшнунна, Вавилон, Куту һәм башҡа ҡала-дәүләттәрҙе үҙ эсенә алған. Башҡа илдәрҙе баҫып алыу һуғыштары ваҡытында Аккад үҙ заманының иң ҙур державаһына әүерелгән. Уның территорияһы«Урта диңгеҙҙең юғары өлөшөнән алып, Түбәндәге (Персия ҡултығына тиклем йәйрәп ятҡан), киләсәк Финикияның төньяғын, Сирия, Кесе Азия сигенләге райондарҙы, Месопотамияны тулыһынса, Загрос тауҙарын һәм Эламды (хәҙерге Иранды ) үҙ эсенә алған. Аккад батшалығы ҡолатылғас, Урҙың III династияһы осоронда «Аккад» исеме элекке Ки-Ури өлкәһен аңлатҡан, сөнки Саргон һәм уны алмаштырыусылар бары тик йыйылма шумер гегемондары исемен йөрөткән, уларҙың исеменә бары тик « Аккаде батшаһы» йәки«донъяның дүрт яғы батшаһы» тигән атама өҫтәгәндәр. Артабан Вавилон Түбәнге Месопотамияны баҫып алғас, Шумер һәм Аккада Вавилония тип атала башлаған.
Аккад Викимилектә |
Ҡалып:Аккад
Ҡалып:Хорошая статья
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Аккад, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.