Навас Пака

Франсиска Ракель Навас Гардела (исп.

Ул Гондураста беренсе булып феминизм журналына нигеҙ һалыусы һәм илдә беренсе суфражихм ойошмаһы ағзаһы була. Үҙенең либераль ҡараштары өсөн ғүмеренең күп өлөшөн ире менән һөргөндә үткәрә. Ижадының иң емешле осоро 1945 йылдан 1951 йылға тиклем Гватемалалағы һөргөн ваҡытына тура килә.

Навас Пака
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Навас Пака Гондурас
Тыуған көнө 23 март 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Хутикальпа[d], Гондурас
Вафат булған көнө 11 июль 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Сиэтл, Вашингтон, Америка Ҡушма Штаттары
Һөнәр төрө яҙыусы, активист, журналист, суфражистка, шағир

Биографияһы

Франсиска Ракель Навас Гардела 1883 йылдың 23 мартында Хутикальпала (департамент Оланчо, Гондурас), Хосе Мария Навас һәм Франсиска Гардела де Навас ғаиләһендә тыуған. 1900 йылда ул адвокат, интллектуал һәм журналист Адольфо Миральдуға кейәүгә сыға. Уның ире сәйәсәттә ҡатнаша һәм үҙенең эштәрендә либераль оппозицияны хуплай, шуға күрә Гондурас хөкүмәте уның ғаиләһен эҙәрлекләй. Навастың дуҫы һәм яҙыусының теләктәше уға Ла-Сейбела йәшеренергә һәм «Costa Norte» гәзитен нәшер итергә тәҡдим итә

Шулай итеп, ирле-ҡатынлы Ла-Сейбаға күсә, унда ире оҙаҡ сәйәси һөргөндә була. 1935 йылда, осто осҡа ялғар өсөн, Навас панамерика сәнғәтенә, фән һәм әҙәбиәтенә арналған аҙналыҡ «La voz de Atlántida» гәзитенә нигеҙ һала. Был Гондураста беренсе феминистик журнал була, ул ҡартайыу, йорт золом-йәбере, инцест, енси көсләү, йортһоҙ йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың буйһоноу хәле темаларын үҙ эсенә ала.

1946 йылдың 2 февралендә суфражистарҙың төркөмө президент Олимпия Варела-и-Варела һәм интеллектуалдар Люсира Хамеро де Мадина, Архентина Диас-Лосано һәм Навас менән «Панамерика ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтен» ойоштора (исп. Sociedad Femenina Panamericana). 1947 йылдың 5 мартында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сәйәси хоҡуҡ алыу маҡсатында «Гондурас ҡатын-ҡыҙҙар комитетын» (исп. Comité Femenino Hondureño) Америка-ара ҡатын-ҡыҙҙар комиссияһы менән бәйле) ойошторалар. Улар «Mujer Americana» журналын баҫтырып сығара, был Навастың «Атлантида» журналынан һәм Кристина Эрнандес де Гоместың «Атенея» исемле журналынан һуң илдең өсөнсө феминистик журналы була. Уның беренсе һаны Эль-Прогресола 1944 йылда сыға. 1947 йылда Гватемала ҡалаһында Беренсе Америка-ара ҡатын-ҡыҙҙар конгресына Навас Гондурас ҡатын-ҡыҙҙар демократик союзды (исп. Unión Democrática Femenina Hondureña) күрһәтә. Навас Ассамблеяға Латин Америкаһының тотҡондары һәм һөргөнгә ебәрелгәндәр темаһын күтәрә һәм Тибурсио Кариас Андино диктатураһының 14 йыл дауамында 100 Гондурас кешеһенең мәжбүри сәйәси һөргөнгә ҡыуылыуын хөкөм итә.

Был конференция ваҡытында Навас, үҙе иленән ҡыуылған булараҡ, Гватемалала уның президенты Хуан Хосе Аревало яҡлауы аҫтында йәшәй. 1945 йылдан 1951 йылға тиклем Рамон Амайя Амадор Гватемалала унда һыйыныу таба. Гватемалала булыу осоро уның яҙыусылыҡ эшмәкәрлегендә иң файҙалы осор була, сөнки өлөшләтә үҫ эштәрен баҫтырып сығара ала. 1947 йылда уның «Креольские ритмы» шиғырҙар китабы (исп. Ritmos criollos), ә 1951 йылда «Грязь» романы сыға (исп. Barro) , ғәмәлдә ул 1940 йылда яҙыла, әммә Гондураста сығарыуға тыйыла. Романдағы ваҡиғалар яңы барлыҡҡа килгән емеш-еләк йыйыусы эшселәр ҡалаһында бара. Романда хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу маҡсатында традицион ауылдарҙан күсеп килеүҙәр менән бәйле проблемалар яҡтыртыла һәм милли биләмәләрҙе сит ил кешеләре тарафынан эксплуатациялау мәсьәләләре ҡуйыла.

Пака Навас 1971 йылдың 11 июлендә Сиэтл ҡалаһында (Вашингтон штаты, АҠШ), үҙенең ҡыҙына барған визиты ваҡытында вафат була.

Һайланма хеҙмәттәре

  • Креольские ритмы (исп. Ritmos criollos, 1947)
  • Креольские ритмы (исп. Barro, 1951)
  • Море капитала (исп. Mar de fondo)
  • Долина Оланчо (исп. Campiña olanchana)
  • Пути молчания (исп. Rutas de silencio)
  • Тёмная камера (исп. Cámara obscura)
  • Привлечь (исп. Atraídos)

Иҫкәрмәләр

Tags:

Америка Ҡушма ШтаттарыГватемалаГондурасИспан телеСиэтлФеминизм

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

2022 йылГрузияСитдиҡов Мөхәмәт Хәмзә улы14 майИспанияАлмаш (һүҙ төркөмө)Япон телеБАССР-ҙың 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлегеБашҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарыҒәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙыХайуандарУкраин телеХажи мәсетеБашҡорт ир-ат исемдәреҺаулыҡ17 декабрьХоэндубрауБашҡорт милли хәрәкәтеҠырғыҙстанҠадирилекТөркиәЭш ваҡытыВодородЙомаПсихологияАҡмуллаВалютаСайтҠуҙыев Рамаҙан Усман улыҠурайИншә АллаһЧехияБөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһыБалакирев Милий АлексеевичОктябрь революцияһыБарак ОбамаБашҡортостан Республикаһының 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарыСССР-ҙа Халыҡтарҙы депортациялауХалыҡ-ара стандарт китап номерыСитдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы14 декабрьТеннисГБашҡортостанБашҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарыБашҡортостандың халыҡ яҙыусыһыЕңБөйөк БританияОттобойрен монастырыБашҡорт телеШәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙыБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыРәсәй ФедерацияһыӨфө🡆 More