Мәскәү И. А. Крылов Һәйкәле

Иван Андреевич Крылов һәйкәле Мәскәүҙә Патриарх быуаһы янында Бәләкәй Бронный урамында урынлашҡан.

И. А. Крылов һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1976
Рәсем
Дәүләт Мәскәү И. А. Крылов Һәйкәле Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пресненский район[d]
Урын Мәскәү
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27603009?
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Указания, как добраться Малая Бронная улица, сквер у Патриарших прудов
Мәскәү И. А. Крылов Һәйкәле И. А. Крылов һәйкәле (Мәскәү) Викимилектә

Тарих

И. А. Крылов һәйкәленең авторы — скульптор Андрей Александрович Древин (1921—1996). Крылов һәйкәле 1976 йылдың 17 сентябрендә асыла. Архитекторы — Чалтыкьян Армен. Басня яҙыусы парк эскәмйәһендә ултырыртып һүрәтләнгән. Бында Иван Андреевич замандаштары күрһәткәнсә — бер аҙ таушалған кейемдә, яй хәрәкәтсән, флегматик һәм хуш күңелле кеше итеп һүрәтләнгән. Крылов һыны яҙыусының портретына оҡшаш. Скульптура киң һәм тәпәш постаментҡа ҡуйылған. Постаменты-гранит таштан, унда «Иван Андреевич Крылов» тип ябай ғына яҙып ҡуйылған.

Скульптура композицияһына уның 12 басняһының персонаждарын рельефлы итеп яһап ҡуйғандар. Скульптор Даниэль Митлянский И. А. Крылов фигураһынан ситтәрәк торған персонаждар рельефының авторы — бында квартет музыканттары (Маймыл, Ишәк, Кәзә тәкәһе һәм Тайыш табан айыу), Фил һәм Мүскә, Маймыл менән күҙлектәр, Ҡарға һәм Төлкө һәм башҡалар ҡуйылған. Һәйкәл тирәләй быуаға табан ҡаратып эскәмйәләр ҡуйылған.

Крылов һәйкәле һәм уның баснялары геройҙары ваҡыт-ваҡыт реставрацияланып тора.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Мәскәү

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Рәсәй Федерацияһының социаль картаһыҒәбитов Исмәғил Әхмәҙулла улыЭнциклопедияБаязит БикбайДөйөм сағыштырмалыҡ теорияһы1934 йылМаршалл УтрауҙарыТалха ҒиниәтуллинЭлвис ПреслиПутин Владимир ВладимировичАбдуллина Лариса Хашим ҡыҙыЭль-НиньоВикимилекҒаиләРәсәй ФедерацияһыШтрих-кодРун яҙмаһыМилләттәр БерләшмәһеҺабан турғайыЕвропа тарихыSkypelzi5cТиҙләнешСибәғәтов Флүр Шәрифулла улыРФ Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Баш идаралығыБал ҡорттарыЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)БесәйҠорбанғәлиевАрыҫлан петроглифтарыТимербай ҡурайсыБоланутЙәйғор1804 йылВаҡытАсҡар (Әбйәлил районы)Корея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыҠырғыҙстан райондарыСәлимов Марсель Шәйнур улыСергей Ковалёв (йүнсел)Әхмәтзәки Вәлиди ТуғанХамматов Яңыбай Хаммат улыТөрки халыҡтарҰБайкова Римма ИвановнаЧатыр-ТауКарл ЛиннейХанлыҡСундарбан (милли парк)Йәрмәкәй районыБотсванаA (латин хәрефе)Е. А. Букетов исемендәге Ҡарағанды дәүләт университетыСалауат Юлаев музейыҠарға бутҡаһыАмерика Ҡушма ШтаттарыДәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы26 апрельСалауат (доға)Мөсәт🡆 More