Тубыл Достоевский Һәйкәле

Достоевский Фёдор Михайлович һәйкәле Тубыл ҡалаһында шул уҡ исемле скверҙа Петр һәм Павел ғибәҙәтханалары менән йәнәш урынлашҡан.

2010 йылдың 29 октябрендә асыла Һәйкәл авторы Михаил Переяславец — Рәсәй Сәнғәт академияһының ғәмәли ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академияһы институтының скульптура кафедраһы профессоры.

Достоевский һәйкәле
Дәүләт Тубыл Достоевский Һәйкәле Рәсәй
Урын Тобольск

Бронзанан ҡойолған һәйкәл эскәмйәлә ултырған Федор Достоевскийҙы һүрәтләй, ул 1850 йылда Омск ҡалаһына һөргөнгә китеп барғанда юл ыңғайында ун көн Тубылда булып китә. Яҙыусы менән йәнәш эскәмйәлә төрмә бығауҙары һәм уға декабрист Михаил Фонвизиндың ҡатыны Наталья Фрнвизина бүләк иткән Инжил китабы ята. Яҙыусы тупаҫ ағас түмәрҙә ултыра, уның йөҙө талсыҡҡан, ауыр эштәрҙән ҡулдары ҡытыршыланған.

Һәйкәл тарихы

Скульптураны төҙөү идеяһын «Яңы Тубыл» йәмәғәт хәйриә фонды етәксеһе Елфимов Аркадий Григорьевич күтәреп сыға, ул һәйкәлдең буласаҡ авторы Михаил Переяславецҡа мөрәжәғәт итә. Был идея күптән барлыҡҡа килһә лә, 2007 йылда ғына физик кәүҙәләнеш ала. Был эште шулай уҡ Хәйриә фонды финанслай.

Һәйкәлде ҡуйыу урыны Тубыл тарихи советы ағзалары тарафынан хуплана, сөнки тап был районда оҙатыу пунктында Достоевский булып китә.

Һәйкәлде асыу тантанаһында Тубыл ҡала хакимиәте башлығы И. Ф. Оленберг, һәйкәл авторы М. Переяславец, «Зеленстрой-проект» ООО директоры К.Е. Гулевский, Омск ҡалаһының скверҙарҙы төҙөкләндереүҙең генераль проектлау ябыҡ акционерҙар йәмғиәте «НТПИ ТИ» ойошмаһы, проекттың төп инженеры А. А. Арбузов ҡатнаша. Һәйкәлде Тубыл һәм Төмән архиепископтары Тубыл православие хоры ҡатнашлығында изгеләндерә.

Достоевский һәйкәле М. Переяславецтың Тубылда Дунин-Горкавич һәм Пётр Ершовтан ҡала өсөнсө эше була

Һылтанмалар

Tags:

2010 йылРәсәй ФедерацияһыТубыл

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ебәк27 мартБиографияСи ЦзиньпинСанскритИхсанов Рафиҡ Рәшит улыҮлем язаһыНанайҙарУрта быуаттарЛатин телеИстрополитана университетыОктябрьКүҙәбайИнженерлыҡ эшеГёрлицФранцияҠаҙағстан райондарыАҠШ тарихыСыров Игорь АнатольевичДөйөм сағыштырмалыҡ теорияһыҺарМексикаҺиндостанИстанбулҠаҙағстанСтебелев Андрей ВалентиновичХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыИнглиз телеЯва телеГерой-ҡалаларШеңжан-Уйғыр автономиялы районы1855 йылПелеВольфганг Амадей МоцартЧукот автономиялы округыНиколай IИкенсе донъя һуғышыТранзисторНиколаевка (Ауырғазы районы)Кәрешкә (үҫемлек)Әхмәт (Ауырғазы районы)ИләкшиҙеISO 4217Гагарин Юрий АлексеевичДорис ЛессингДанияТуйМөғтәзилиҙәр1892 йылThe GuardianБөжәктәрМәҙәни мираҫАхыры заманГемоглобинАвстралияАҡбаш (Дымка ҡушылдығы)Париж1884 йылОтто фон БисмаркТуберкулёзСингапурМюзиклРональд Рейган🡆 More