Ҡоролтай/ 2006 йыляҙмаһы
Ҡоролтай/ 2006 йыляҙмаһы
Приветсвую всех участников.
Я башкир но плохо знаю родной язык, очень хочу выучить. Некоторых участников знаю, таких как Haqmar и sneg, и хотел бы тоже быть полезным. Предлагаю себя в качестве кого угодно, сам пока конкретно предложить что то не могу, разве что набор текста, например если есть отсканированые тексты на башкирском языке могу их набирать здесь. Я пока еще не доконца разобрался в принципе работы википедии щас пока штудирую хелп.
Если могу быть полезным, с удовольствием помогу. Марат.
Ҡоролтай/ 2006 йыляҙмаһы
Был өлөштә урыҫ һүҙҙәрен башҡортсаға тәржемә итеү буйынса фекер алышыуҙар алып барайыҡ.
Махсус биттәрҙәге һүҙҙәрҙе тәржемә итеү тәҡдиме: --Haqmar
Етем биттәргә һылтанмалар ҡуйып сығырға ине --Haqmar 14:04, 27 сентября 2006 (UTC)
Минең уйымса урыҫ һүҙҙәрен мөмкин тиклем ҡулланмаҫҡа кәрәк. Сөнки бөгөн телебеҙ билингвизимға ныҡ дусар. Тел ғалимдарының: -- Был һүҙ башҡортсаға тәржемә ителмәй. -- тигән ҡанундарына шаҡ ҡатам. Бындай ҡанундарҙың һығымтаһы булап етәкселәребеҙ: -- Беҙ Правительстваның милли политикаһын ныҡ поддерживать итәбеҙ. -- тип сығыш яһап торалар. --Рөстәм Нурыев 03:38, 15 сентября 2006 (UTC)
Бөгөн ҡулыма «Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатма һүҙлеге. -- Өфө,2004. -- 528 бит.» китабы килеп керҙе. Етенсе биттә «Һүҙлек статьяһының төҙөлөшө» тип яҙалар. Нимә тип әйтергә инде был хәлгә? Тел белгестәребеҙ беҙҙе көсләп ике телде бутап һөйләшеүгә өйрәтә бит. Әллә мин шул тиклем наҙан микән. Ул ғалимдар яҙған закондарҙы (был һүҙҙе лә улар шулай яҙа, 120 бит) уҡымағас мин кем булам инде, наҙан булмай? -- Рөстәм Нурыев 12:02, 15 сентября 2006 (UTC)
Хәҙер дөйөм принциптар тураһында:
Ғөмүмән, мин Рөстәм менән килешәм. Ләкин, пуризм тигән нәмәгә бирелмәйек. Мәҫьәлән, закон һүҙе, минеңсә, ҡулланыуға хаҡлы, сөнки ул башҡорт теленең стилистик байытыуға килтерә. Закон - ул кешеләр тарафынан уйлап сығарған нәмә, ҡанун - тәбиғәт тарафынан бирелгән нәмә.
Пуризмға бирелһәк, телебеҙ "наҙандар белмәгән" берәй секта теленә әүерелер. Минең принциптарым шулай: урыҫ теле аша башҡорт теленә ингән грек (юнан), латин, инглиз, француз, нимес һәм башҡа Европа телдәренән ингән һүҙҙәр шул көйө ҡалһындар. Ә бына саф урыҫ һүҙҙәренән ҡотолорға кәрәк. Мәҫьәлән производство - етештереү, сварщик - иретеп йәбештереүсе һ.б.
Шул һүҙҙәрҙең береһе - ядро. Термоядерный - термоядро. Был һүҙҙе нисек алмаштырырға? Mutagar 20:56, 16 сентября 2006 (UTC)
Әлбиттә, Mutagar фекерҙәре дәлилле. Әммә ләкин, ни өсөн бер телгә икенсе телдән ҡайһы бер һүҙҙәр инеп урынлаша, ә киреһенсә -- беренсе телдән икенсе телгә инмәй? Үҙ сиратында, бындай бер яҡҡа ғына ағым, нимәгә килтерә? Бына нимә борсой мине! Бөгөнгө көндә хөкөм һөргән ҡағиҙәләрҙе беҙҙең (башҡорт) ғалимдар урыҫ ғалимдарынан күсерҙе буғай. Ә инде телде стилистик байытыуыбыҙ, пуризимға бирелеүҙән ҡурҡыу биш һүҙлек һөйләмдә өсәүһе башҡорттыҡы булмаған һүҙҙәр ҡулланыуға алып барып еткергән бит инде. Икенсе яҡтан, башҡорт теленә быуаттар буйына сит телдәрҙән һүҙҙәр инеп урынлашҡан, быны ла инҡар итеп булмай. Һәм был ағымды туҡтатып була тип әйтеүе ахмаҡлыҡ. Ә ниндәйҙер кимәлдә ҡаршы тороу мотлаҡ. Шул саҡта ғына телебеҙҙең сафлығын, таҙалығын һаҡларбыҙ. Бер сиктән икенсеһенә күсеү ҙә файҙа урынына зыян ғына буласаҡ. --Рөстәм Нурыев 05:44, 17 сентября 2006 (UTC)
Мәҫьәлән, закон һүҙе, минеңсә, ҡулланыуға хаҡлы, сөнки ул башҡорт теленең стилистик байытыуға килтерә. Закон - ул кешеләр тарафынан уйлап сығарған нәмә, ҡанун - тәбиғәт тарафынан бирелгән нәмә. Mutagar
Минең уйымса Закон һәм Ҡанун һүҙҙәре бер мәғәнәне аңлата. Тәбиғәттә һәм йәмғиәттә билдәләнгән ҡағиҙә. Үҙ сиратында тәбиғи һәм яһалма булыуы мөмкин. Көн менән төндөң алмашыныуы тәбиғи, һәм быға кеше ҡаршы тора алмай. Кеше үҙ торомошон яйлағандары -- яһалма. Яһалма ҡанундар күпселек тарафынан ҡабул ителеп ҡулланыла. Үҙ сиратында яһалма ҡанундар күпселектең фекерен дөйөмләштергән махсус ойошма тарафынан раҫланыуы мөмкин. Шулай итеп, мин башҡорт телендә Ҡанун һүҙен ҡулланыу яҡлы, ә Закон һүҙен ҡулланыуға ҡаршы. --Рөстәм Нурыев
Ошо һүҙҙәрҙе нисек тәржемә итергә? Әллә шулай уҡ ҡалһындармы?--Haqmar 06:41, 15 сентября 2006 (UTC)
Мәҡәләләрҙә волость һүҙен улыс тип тәржемә иткәйнем. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа олоҫ тип атайҙар. Нисек ҡабул итәбеҙ? --Рөстәм Нурыев 03:38, 15 сентября 2006 (UTC)
Бер фекер тыуҙы: О проекте -> О нас -> Беҙҙең турала. Мәғәнәһе буйынса ипле һымаҡ. --Рөстәм Нурыев 17:23, 15 сентября 2006 (UTC)
«Беҙҙең турала» тап килмәй. «Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр», «Ярҙам итеү» һ.б. биттәрендә лә «о проекте» яҙыуы бар. Минең тәҡдим: «Проект тураһында» тип яҙып китергә.--Haqmar 09:46, 18 сентября 2006 (UTC)
«Версия для печати» нисек тәржемә итергә була? Фекерҙәрегеҙҙе беләһем килә. Обсуждение MediaWiki:Printableversion битендә минең тәҡдимде ҡарағыҙ һәм үҙегеҙҙекен яҙып ҡалдырығыҙ. --213.189.225.85 14:13, 3 августа 2006 (UTC)
"Ссылка" һүҙен Башҡортсаға ни тип тәржемә итергә була? тигән һорау буйынса бында фекер алышыу башланды.
Ҡағыҙға баҫыу өлгөһө тип яҙырға ҡарарлаштырылды --Haqmar 20:04, 15 сентября 2006 (UTC)
тәржемәһе кәрәк.--Рөстәм Нурыев 14:35, 28 августа 2006 (UTC)
Хәҙер тышҡы күренеш һүҙҙәрен, һүҙбәйләнештәрен һәм һөйләмдәрен тәржемә итеү менән шөғөлләнәм. Тик бер кешенең генә тәржемә итеүе бик һәйбәт тип уйламайым: үҙемә оҡшағансы тәржемә итәм бит, фекер алышыу бармай тәржемә ителгән һүҙҙәр тураһында... Бер яҡлы була ... Был тик был бүлеккә генә ҡағылмай... Тәржемә ителгәндәр тураһында фекерҙәрегеҙгә шат булыр инем. Тәржемә итмәйенсә лә тороп булмай, теләк һәм мөмкинселек булғанда... --Haqmar 12:53, 10 октябрь (Ҡарасай) 2006 (UTC)
Ҡоролтай/ 2006 йыляҙмаһы
Башҡортса Wiktionary Вики-Һүҙлек бында. Әммә ләкин яҙыла башламаған. --Рөстәм Нурыев 17:38, 11 марта 2006 (UTC)
Вики-Һүҙлек битендә Башҡортса хәрефтәр күренмәй бит...--Haqmar 06:57, 15 сентября 2006 (UTC)
Вики-Һүҙлектә хәким йәки бей булыр өсөн ни эшләр кәрәк? --Haqmar 20:15, 15 сентября 2006 (UTC)
Ҡоролтай/ 2006 йыляҙмаһы
Иихх, егеттәр эшләйһе эштәр бик күп бит әле. Беҙгә күберәк ҡатнашыусылар йәлеп итергә кәрәк ине. --Рөстәм Нурыев 17:38, 11 марта 2006 (UTC)
Бөтә көс (күп булмаһа ла) ярҙамсы сығанаҡтарҙы, белешмәләрҙе үҙгәретүгә китеп тора, мәҡәләләр һаны артмай ((( Бик кереүсе лә юҡ шикелле... Башҡа телдә файҙалы мәҡәлә урынлаштырып сыҡһа ла етә бит...--Haqmar 09:11, 29 августа 2006 (UTC)
Ҡоролтай/ 2006 йыляҙмаһы
Татар Википедияһын ҡарап сыҡтым да көлөп ҡуйҙым, 3800 ашыу мәҡәлә һанының серен аңланым ))) Календарь мәҡәләләренең ҡалыптарын эшләп тултырғандар Википедияны. Беҙҙең эраға тиклемге 1600 йылдан башлап, б.э. 2100 йылына тиклем булһа -- 3700 тирәһе буш бит бар бит инде... Ҡалған 200 тирәһен генә эшкинерҙәй мәҡәләгә һанарға була... «Ярҙам» бите буш...--Haqmar 08:06, 29 сентября 2006 (UTC)
Ниңә татарҙарға барып бәрелдең тиһәләр -- һуңғы йылдарҙа татарҙар менән ярышабыҙ бит ))). Улар шуны эшләгән, улар быны эшләгән тибеҙ... Улар киреһенсә... --Haqmar 08:06, 29 сентября 2006 (UTC)
Үзбәктәрҙә лә шул уҡ хәл. Тәүҙә әллә беҙгә лә шулайтып эшләргә микән тип уйланым да ваз кистем. Һанды түгел, сифатты уйлар кәрәк... Беҙ яй барабыҙ, әммә һәйбәт барабыҙ. Ә ярышыу тураһында дөрөҫ әйтәһең... --Haqmar 09:08, 29 сентября 2006 (UTC)
Ҡоролтай/ 2006 йыляҙмаһы
Ай исемдәре эргәһендә йәйәләр эсендә башҡортса ай исемдәрен яҙырға тәҡдим итәм. Һеҙҙең фекерҙәрегеҙ?--Haqmar 17:18, 3 октября 2006 (UTC)
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article 2006 йыл, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.