Бартенева Екатерина Григорьевна

Бартенева Екатерина Григорьевна (25 май (6 июнь) 1863 йыл — 19 август 1914 йыл) — урыҫ революционеры.

Бартенева Екатерина Григорьевна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Бартенева Екатерина Григорьевна Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 6 июнь 1843({{padleft:1843|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 сентябрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Һөнәр төрө революционер
Уҡыу йорто Екатерина институты (Санкт-Петербург)[d]
Бартенева Екатерина Григорьевна Бартенева Екатерина Григорьевна Викимилектә

Биографияһы

Екатерина Григорьевна Бартенева (ҡыҙ фамилияһы Броневская 1843 йылдың 25 майында Санкт-Петербургта офицер һәм ер хужаһы ғаиләһендә тыуған. Дворяндарҙан. Екатерина институтын тамамлай. 1863 йылда гвардия подпоручигы Виктор Иванович Бартеневҡа кейәүгә сыға (1838—1918).Ире менән бергә улар һатып алыу түләүҙәренән баш тарталар, ерҙе крәҫтиәндәргә бирәләр һәм Санкт-Петербургта урынлашалар. 1867 йылда ике улы менән Швейцарияға китәләр һәм Женевала урынлашалар. Унда улар Михаил Бакунин менән яҡынлашалар. 1869 йылда Бартеневтар Бакуниндар менән бәйләнеште өҙәләр һәм Н. И. Утин һәм А. Д. Трусов менән берлектә 1-се Интернационалдың урыҫ бүлеген булдыралар. 1871 йылда Бартенева Парижда йәшәй, Париж Коммунаһында ҡатнаша. П. Л. Лавров менән тығыҙ бәйләнештә була.

1871 йылда Санкт-Петербургка ҡайта һәм әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. «Отечественные записки», «Дело» һәм башҡа баҫмаларҙа баҫтырыла. 1880-се йылдарҙа халыҡсыларға һәм «Народная воля» ойошмаһы ағзаларына яҡын була. 1889 йылда ул Парижда була. Унда ул Бөтә Донъя күргәҙмәһенең Рәсәй бүлегендә эшләй, һуңынан «Артенева» исеме менән Париждағы 2-се Интернационал конгресының секретаре була. 1880-се йылдар аҙағы — 1890-сы йылдар башында, ул Брусневтың социал-демократик төркөмө менән бәйләнештә була, пропаганда эшсәнлеге менән шөғөлләнә.

1890 йыл аҙағында уның өйөндә тентеү үткәрелә, шул ваҡытта ғәйепләү материалдары табыла. Шуға бәйле рәүештә, 1891 йылда, Бартенева «йәмәғәт тәртибе өсөн зарарлы һәм ҡурҡыныс» тип таныла һәм Санкт-Петербургтан ҡыуыла. Ул Псковта полицияның асыҡ күҙәтеүе аҫтында йәшәй, 1898 йылда Санкт-Петербургҡа кире ҡайта. 1905 йылда ул меньшевик булараҡ «Вера Петровна» исеме аҫтында митингтарҙа бер нисә тапҡыр сығыш яһай. 1914 йылдың 19 авгусында (1 сентябрҙә) ярлы ҡатын-кыҙҙар өсөн Елисей дауаханаһында яман шеш ауырыуынан. Уны Новодеревенское зыяратында ерләйҙәр.

Иҫкәрмәләр

Tags:

1863 йыл19 август1914 йыл25 май6 июньРәсәй империяһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Штрих-кодБашҡортостанЙыланлы (утрау)Хөсәйенов Әхәт Рәхмәтулла улыАнуше АнсариКарл ЛиннейXVIII быуатҠырғыҙстан райондарыБеренсе донъя һуғышыСәғәт бүлкәтеЕйәнсура районыЛондонАльвин МитташУльева Иоланта Евгеньевна1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышыҠытай Халыҡ РеспубликаһыСТСЧегодаевЛатин алфавитыСалауат Юлаев музейыҒүмәров Исхаҡ Идрис улыБлаватский Владимир ДмитриевичМәсетле районыЩетинков Евгений СергеевичРун яҙмаһыҺүҙ төркөмдәреКөҙәйХәрби антАҡмуллаОтто фон БисмаркЖан МареБашҡортостан Республикаһының Юғары СудыАҠШ долларыМәжит ҒафуриАнтонов Алексей ИннокентьевичТиҙләнешЛайка (космонавт-эт)Юрий КохХәрби хеҙмәткәрКошевой Пётр КирилловичQR-кодСәпсекРәүешНикола ТеслаЙәләл-АбадАсыҡ контент112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыҠорбанғәлиевИхтиандрПолина ВиардоҒүмәров Вил Бәшир улыSkypeКлеопатра VIIБәндәбикә кәшәнәһеБөтһөн империализм һуғышыАнтонимҒосман империяһыМуса ЙәлилИнтернетЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы🡆 More