Ғабдрахманов Әйүп Хәмит Улы

Ғабдрахманов Әйүп Хәмит улы (1907 йыл — 1955 йыл) — ауыл хужалығы белгесе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ефрейтор.

Ғабдрахманов Әйүп Хәмит улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Ғабдрахманов Әйүп Хәмит Улы Рәсәй империяһы
Ғабдрахманов Әйүп Хәмит Улы Совет Рәсәйе
Ғабдрахманов Әйүп Хәмит Улы СССР
Тыуған көнө 1907
Тыуған урыны Моратша, Сельское поселение Южное[d], Оло Глушица районы
Вафат булған көнө 1955

Биографияһы

Әйүп Хәмит улы Ғабдрахманов 1907 йылда Һамар губернаһы Имелей улусының (хәҙер — Һамар өлкәһе Оло Глушица районы Южный ауыл хакимиәте) Моратша ауылында тыуған.

Тормош һәм хеҙмәт юлы

1928-1929 йылдар — Куйбышев өлкәһе Алексеев районы Моратша ауыл советы рәйесе.

1930-1933 йылдар — Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозы Октябрьский һәм Уральский бүлексәләренең баҫыу эштәре белгесе (полевод).

1933-1934 йылдар — Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында келәт мөдире.

1941 йылдың ғинуарында Баймаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла.

1943 йыл — Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозы Үҙәк усадьбаһы коменданты.

1943дың майынан 1945 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1945 йылдың апрелендә Белорус фронты составында Көнсығыш Пруссия ерендә барған һуғыштарҙа транспорт взводы ездовойы Ғабдрахманов Әйүп Хәмиҙулла улы ике тапҡыр «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ була.

Артабан Алыҫ Көнсығыш фронты составындағы 5-се армияның 157-се дивизияһы 422-се артиллерия полкында хеҙмәт итә..

1945 йылдың 9 авгусынан 1 сентябренә тиклем күрһәткән ҡаһарманлығы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнә:

Ғабдрахманов Әйүп Хәмит Улы  1945 йылдың 9 авгусында Маньчжурия территоияһында япон милитаристарына ҡаршы алышта полктың транспорт взводы ездовойы ефрейтор Ғабдрахманов Әйүп Хәмиҙулла улы, урманлы-таулы ҡыйын юл шарттарына ҡарамай, дошмандың бер туҡтауһыҙ ут ҡойоно аҫтында, полктың команда пунктына аҙыҡ-түлек, фураж һәм башҡа матди әйберҙәр ташыны һәм полкты матди средстволар менән тәьмин итеү мәғлүмәтен еткереп торҙо

Ғабдрахманов Әйүп Хәмит Улы 

1947-1948 йылдар — Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозында һөт-тауар фермаһы (МТФ) идарасыһы.

1948-1953 йылдар — Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозының бүлексә идарасыһы (управляющий).

1953-1954 йылдар — Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозының Комсомольск бүлексәһенең ат һарайы мөдире.

1955 йылда БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йылайыр орлоҡсолоҡ совхозында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сығанаҡтар

  • Маннапов М. М. Переселение башкир Самарской губернии на юго-восток Башкортостана в первой половине ХХ в.. — Уфа: Гилем, 2008. — С. 200.
  • ЦАМО шкаф 18, ящик 11

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Tags:

Ғабдрахманов Әйүп Хәмит Улы БиографияһыҒабдрахманов Әйүп Хәмит Улы Тормош һәм хеҙмәт юлыҒабдрахманов Әйүп Хәмит Улы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҒабдрахманов Әйүп Хәмит Улы СығанаҡтарҒабдрахманов Әйүп Хәмит Улы ҺылтанмаларҒабдрахманов Әйүп Хәмит Улы ИҫкәрмәләрҒабдрахманов Әйүп Хәмит Улы19071955Бөйөк Ватан һуғышы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Еңеү паркы (Молодечно)Йоһанн Себастьян БахМалиКүсимов Таһир Тайып улыШарль де ГолльҠаҙағстанда исламУнитар дәүләтЕгоров Геннадий СемёновичРәсәй Федерацияһының социаль картаһыЦиклоптарЕнси актТөркмәнстанВьетнамҠомарлы уйынФизикаБМО-ның Именлек СоветыГёттинген университетыМәтәлМәғлүмәтДегәнәкКрушельницкая Саломея АмвросиевнаКомпасҠаҙағстанКолумбияКөньяҡ АмерикаМузыкаАғасСуфый сиңерткәСиләбе өйәҙеКабо-ВердеКесе ШатаҡБалтик буйыХалыҡ-ара стандарт серия номерыБолгарияШиғриәтЛюдвиг ван БетховенУрыҫ телеМәрхәбә ХафизоваХазарҙарТәңреХафизова Мәрхәбә Динмөхәмәт ҡыҙыЛаос2012 йылРәсәй ФедерацияһыСебер татарҙарыДНКБалакирев Милий АлексеевичМайкл ДжексонҠырғыҙстан1971 йылТувалуСловак теле2009 йылХорватия тарихыМөбәрәков Арыҫлан Ҡотләхмәт улыНовосибирскДжером РоббинсЩербаков Салауат Александрович🡆 More