Шыйҙа Һырты Шихан

Шихан — кварцит ҡая, Боланды тауы һәм Шыйҙа һырты араһындағы биләндә урынлашҡан.

Шихан
Дәүләт Шыйҙа Һырты Шихан Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе һәм Һатҡы районы

Географияһы

Силәбе өлкәһенең Һатҡы районы Баҡал ҡалаһы янында, Рудничный ҡасабаһынан 1,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Силәбегә тиклем араһы — 180 км, Өфөгә — 190 км, Һатҡыға — 20 км, Баҡалға — 3 км.

Тарихы

1756 йылда Баҡал ҡалаһы тирәһендә тимер мәғдәне сығарыла башлаған. Ошо ваҡыттан алып ғалим-геологтар округта тау тоҡомдарын ныҡлы өйрәнә башлай. Шихан кварцит тауына айырыуса иғтибар бүленә. Ҡаяға Д. И. Менделеев, Д. В. Наливкин, А. Н. Заварицкий, А. Ферсман килеп китә.

Ул үҙенең тарихында өлкә әһәмиәтендәге геологик ҡомартҡы тип ике тапҡыр иғлан ителә һәм икеһендә лә был статус кире алына.

Тасуирламаһы

Шихан ҡаяһы ҡыҙыл-көрән төҫтәге тау ҡалдығы. Уның йәше йөҙҙәрсә миллион йыл тәшкил итә. Ҡая ярғыланып бөткән ҡаты кварцит тоҡомдарынан тора. Шихандың бейеклеге — 60 метр самаһы.

Ҡая башында бер нисә ҡарағай үҫә. Ҡая нигеҙе тигеҙ урында, эргәһендә тауҙар һәм ҡалҡыулыҡтар юҡ, шуға күрә Шихан Баҡал ҡалаһынан күренеп тора. Көньяҡ, төньяҡтан һәм көнбайыштан ҡаяға яҡын урынлашҡан ауылдарға һәм рудниктарға алып барған грунт юлдары һалынған.

Бөтә яҡтан да Шиханды карьерҙар уратып алған, әүҙем ер аҫты эштәре зонаһында урынлашҡан, шуға күрә уны ер «убыу» хәүефе бар

Этимологияһы

«Шихан» — башҡорт телендә осло башлы сусаҡ тау тигәнде аңлата, Башҡортостанда пермь осоронан ҡалған һәм хәҙерге ваҡытта ер өҫтөнә яланғасланып ҡалҡып торған рифтар, һәм был шихандарҙың атамалары бар: иң билдәлеләре Йөрәктау, Торатау, Шәкетау, Ҡуштау

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 661-се бит

Tags:

Шыйҙа Һырты Шихан ГеографияһыШыйҙа Һырты Шихан ТарихыШыйҙа Һырты Шихан ТасуирламаһыШыйҙа Һырты Шихан ЭтимологияһыШыйҙа Һырты Шихан ИҫкәрмәләрШыйҙа Һырты Шихан ҺылтанмаларШыйҙа Һырты Шихан ӘҙәбиәтШыйҙа Һырты Шиханru:КварцитБоланды (тау)Шыйҙа (һырт)

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

МәғлүмәтХайуандарРәүешВодородМосолмандарБөйөк француз инҡилабыҺинд океаныСтравинский Игорь ФёдоровичӨфөРумынияВики1971 йылКубаСабаҡай ҡаяһы2 сентябрьМамистов Михаил Владимирович28 апрельАлсынбаев Нияз Зәбихулла улыҠатын-ҡыҙ түшеДжазСабаҡай мәмерйәләреЙорт сусҡаһыҠобайырЯйыҡАрхеологияБельгияЛивияБалакирев Милий АлексеевичҺауа торошоТөньяҡ диңгеҙБашҡортостанКамалов Ринат Әлтәф улыБашҡорттарҙың йола фольклоры2 майУолт ДиснейИнтернетМадагаскар16 мартХафизова Мәрхәбә Динмөхәмәт ҡыҙыКаменец башняһыРәсәйЭрнест РезерфордВенаМәскәүСамоса20 апрельГенрих II (Англия Короле)Франсуа МиттеранҠалаАҙыҡБайкалМиәҙәкЯхин Флүр Миңләхмәт улыКорея Халыҡ Демократик РеспубликаһыСофияИкенсе донъя һуғышыЭфиопия🡆 More