Франчайзинг: бизнес-моделде лицензиялау

Франча́йзинг (ингл. franchise, «лицензия», «привилегия»), франши́за (фр.

franchise — льгота, привилегия), коммерция концессияһы — баҙар субъекттары араһындағы мөнәсәбәттәр төрө, бер яҡ (франчайзер) икенсе яҡҡа (франчайзи) билдәле бер хаҡҡа (роялти) ниндәй ҙә булһа бер бизнес төрөн алып барыуҙың бизнес-моделен ҡулланыуға хоҡуҡты тапшыра. Бер яҡ (франчайзер) икенсе яҡҡа (франчайзи), франчайзерҙың тауар билдәләрен һәм/йәки брендтарын ҡулланып, уның исеменән эш итеү хоҡуғын һата.

Франчайзинг
Рәсем
Франчайзинг: Франчайзинг төшөнсәһе, Рәсәй хоҡуҡиәтендә франчайзинг: коммерция концессияһы договоры, Франчайзингтың өҫтөнлөктәре Франчайзинг Викимилектә
Франчайзинг: Франчайзинг төшөнсәһе, Рәсәй хоҡуҡиәтендә франчайзинг: коммерция концессияһы договоры, Франчайзингтың өҫтөнлөктәре
McDonald’s — донъялағы иң билдәле франшизаларҙың береһе

Франчайзинг төшөнсәһе

Дөйөм алғанда, франчайзинг — ул тауар билдәһен йәки коммерция тамғаһын «арендалау». Франшизаны ҡулланыу франчайзер (франшизаны биреүсе) һәм франчайзи (уны алыусы) араһындағы договор менән көйләнә. Договорҙа франшизаны файҙаланған өсөн түләү күләме (ул тотороҡло дәүмәлдә, билдәле бер осорҙа бер тапҡыр түләнә торған, һатыуҙарҙан процент рәүешендә булырға мөмкин) билдәләнә.

Рәсәй хоҡуҡиәтендә франчайзинг: коммерция концессияһы договоры

Рәсәй ҡануниәтендә франчайзинг мөнәсәбәттәре коммерция концессияһы договоры менән көйләнә.

Коммерция концессияһы договорына ярашлы, бер яҡ (хоҡуҡ эйәһе) икенсе яҡҡа (ҡулланыусыға) билдәләнгән мөҙҙәткә йә мөҙҙәтен күрһәтмәйенсә ҡулланыусының эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендә тауар билдәһенә, хеҙмәтләндереү билдәһенә, шулай уҡ договорҙа ҡаралған айырым хоҡуҡ объекттарына хоҡуҡ эйәһенең айырым хоҡуҡтары тупланмаһынан файҙаланыу хоҡуғын һатып бирә.

Коммерция концессияһы договоры яҡтары булып коммерция ойошмалары һәм индивидуаль эшҡыуар булып теркәлгән граждандар сығыш яһай ала. ДДщы

Франчайзингтың өҫтөнлөктәре

Франчайзер өсөн

  • Бизнесты үҫтереү өсөн менеджментты ҡатмарлаштырыуҙың кәрәге юҡ. Төбәк менеджерҙары бурыстарын бизнес буйынса уртаҡсылар башҡара.
  • Капиталға ихтыяж кәмей. Һәр франчайзи персонал табыу һәм уҡытыу, сифатҡа контроль, реклама, ҡорамалдар һәм ярҙамсы материалдар һатып алыу сығымдарын үҙе күтәрә.
  • Роялти һәм һатыу күләме артыуы.
  • Реклама. Франчайзинг селтәрен үҫтереү бренд өсөн шәп реклама булып тора.

Франчайзи өсөн

  • Һыналған бизнес-системаны ҡулланыу.
  • Бизнес алып барыу өсөн ҡулай тармаҡ һайлау мөмкинлеге.
  • Уңышһыҙлыҡҡа осрау ихтималлығының түбән булыуы.
  • Баҙар яулауҙың еңелләшеүе.
  • Реклама һәм маркетинг сығымдарының бик әҙ булыуы.
  • Франчайзерҙың мәғлүмәт һәм белем базаһына инеү.
  • Гарантиялы поставкалар системаһы менән тәьмин ителгәнлек.

Франчайзингтың етешһеҙлектәре

  • Франчайзи франчайзер билдәләгән ҡағиҙәләргә һәм сикләүҙәргә буйһонорға тейеш.
  • Франчайзи сеймалды һәм продукцияны күп осраҡта франчайзер билдәләгән поставкалаусыларҙан алырға тейеш.
  • Франчайзи өсөн бизнестан сығыуҙың үтә ҡаты шарттары ҡуйылыуы ихтимал.
  • Франчайзи үҙәкләштерелгән маркетинг һәм реклама мәсьәләләренә йоғонто яһай алмаһа ла, ул кампаниялар өсөн түләргә мәжбүр.

Коммерция концессияһы договорының йомшаҡ яҡтары

  • Йәшерен мәғлүмәттең насар һаҡланыуы.
  • Франшиза предприятиелары субъектив сәбәптәр (компетентһыҙ етәкселек, франчайзерҙың производство стандарттарын һәм тәҡдимдәрен үтәмәү һ.б.) арҡаһында зыянға эшләүсе булып сыҡҡан осраҡта ҡануниәт яғынан һаҡлау юҡлығы. Эшлекһеҙ франчайзи брендҡа тап төшөрә.
  • Франшиза селтәренән сыҡҡан элекке франчайзи ҡасандыр уға франчайзер биргән технологияларҙы, эшләнмәләрҙе һәм тәҡдимдәрҙе ҡулланып үҙ эшен асҡан осраҡта, франчайзерҙың ҡануниәт тарафынан яҡланмауы.
  • Продукттар сифаты өсөн солидар (уртаҡ) яуаплылыҡ. Бындай яуаплылыҡ төрө бизнесты бергә алып барғанда ҡулай. Ә франшизаға ярашлы, франчайзи баш компанияға ҡарағанда күпкә ҙур үҙаллылыҡҡа эйә. Франчайзер франчайзи эшмәкәрлегенең коммерция концессияһы договорында ҡаралған өлөшөн генә контролдә тота, франчайзи бизнесын намыҫһыҙ алып барһа ла, франчайзер договорҙа ҡаралғандан ситкә сыға алмай. Шул уҡ ваҡытта сифатты боҙған өсөн франчайзер ҙа, франчайзи ҙа бер тиң яуаплы.
  • Коммерция концессияһы договорын оҙайтҡан осраҡта уның шарттарын тик ике яҡтың килешеүе буйынса ғына үҙгәртеү мөмкинлеге. Әлбиттә, франшиза менән файҙаланыуҙы оҙайтырға теләгән франчайзи шарттарҙың насарланыуы менән ризалаша алмай, был йыш ҡына франчайзерҙың бизнес мәнфәғәттәренә ҡаршы килә, сөнки договорҙы төҙөгән мәлдән алып баҙарҙа хәлдең тамырҙан үҙгәреүе ихтимал, һәм франшиза хужаһы зыян күрә.

Билдәле франчайзер компаниялар

Хеҙмәттәр баҙары һәм сауҙа

  • Донъяла «McDonald’s» ресторандарының 15 проценты ғына «McDonald’s» корпорацияһына тура буйһона. Ҡалғандары генераль (милли) дистрибьюторҙарҙың (франчайзиҙарҙың) милке булып тора. Уның шарттары бик ҡаты — договорҙа бөтә ваҡ-төйәк, хатта өҫтәлдәрҙең төҫө һәм үлсәмдәренә тиклем барыһы ҡарала.
  • Спорт кейеме етештереүсе «Columbia sportswear company» хәҙер тулыһынса франчайзинг буйынса эшләй. Шарттары үтә ҡаты түгел, иң мөһиме — сауҙа урамында кәм тигәндә 100 квадрат метрлы айырым торған йә сауҙа үҙәгендәге бина булыуы; тауар һатып алыуҙың башланғыс хаҡы — минимум 80 мең $.
  • Рәсәйҙә франчайзинг эшмәкәрлеге менән билдәле компаниялар: «1С» (2012 йылда 4500-ләп франчайзи), «X5 Retail Group» — 8 363 «Пятёрочка» универсамы, 539 «Перекрёсток» супермаркеты, 91 «Карусель» гипермаркеты, 194 «Перекрёсток Экспресс» магазины (2016 йылдың 31 декабренә).
  • «METRO Cash & Carry» компанияһы «Фасоль» ваҡлап һатыу франшизаһын тәҡдим итә (2017 йыл аҙағына 300-ләгән магазин).

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Стивен Спинелли-мл., Роберт М. Розенберг, Сью Берли. Франчайзинг = Franchising: Pathway to Wealth Creation. — М.: «Вильямс», 2006. — С. 384. — ISBN 0-13-009717-9.

Һылтанмалар

Tags:

Франчайзинг төшөнсәһеФранчайзинг Рәсәй хоҡуҡиәтендә франчайзинг: коммерция концессияһы договорыФранчайзинг тың өҫтөнлөктәреФранчайзинг тың етешһеҙлектәреФранчайзинг Коммерция концессияһы договорының йомшаҡ яҡтарыФранчайзинг Билдәле франчайзер компанияларФранчайзинг ИҫкәрмәләрФранчайзинг СығанаҡтарФранчайзинг ҺылтанмаларФранчайзингИнглиз теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ҡояш системаһыВики2018 йылЕйәнсураПекин23 декабрьОрхусҺөтимәрҙәрАҡбаш сыпҡайСаха РеспубликаһыТбилисиМөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙыБүреКитап (нәшриәт)Волга буйы БолғарыМөхәммәт Ғәбдү1999 йылШухтовкаЗигмунд Фрейд29 мартОло ҠыҙылбайИсландияСталин Иосиф ВиссарионовичҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыӘлмөхәмәтов Илдар Әмин улыСоциализмДанияПакистанГордеев Михаил ВикторовичВуди АлленРеза шаһ Пехлеви27 мартНАТООкеанШәрәфетдинов Дамир Молҡаман улыГемоглобинБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреВольфганг Амадей МоцартБрежнев Леонид ИльичСовет Социалистик Республикалар СоюзыБиологияДоминикаБостонКөҙИжтиһадТаштамаҡИндонезия1861 йылИләкшиҙеХолокостИнженерлыҡ эшеНью-ДелиБад-Шлема1996 йылДиего Марадона27 сентябрьСводеш исемлегеХельсинкиЛюляПали телеУҡҫынныЫрымбур өлкәһеВысоцкий Владимир СемёновичБесәйФутбол буйынса Англия йыйылма командаһы🡆 More