Социаль Эшҡыуарлыҡ

Социаль эшҡыуарлыҡ — социаль мәсьәләләрҙе еңеләйтеү йәки хәл итеү өсөн йүнәлтелгән эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге.

Тарихы

«Социаль эшҡыуарлыҡ» (ингл. social entrepreneurship) һәм «социаль эшҡыуар» (ингл. social entrepreneur) төшөнсәләре беренсе тапҡыр 1960 йылдарҙа социаль үҙгәртеүҙәргә бағышланған инглиз әҙәбиәтендә телгә алына. Акоша: Йәмғиәт өсөн инновация (Ashoka: Innovators for the Public) компанияһына нигеҙ һалыусы Билл Дрейтондың (Bill Drayton) һәм Чарльз Лидбитерҙың тырышлығы арҡаһында 1980 йылдарҙан киң ҡулланыла.

1950—1990 йылдарҙа социаль эшмәкәрлектең үҫешендә Майкл Янгтың (Michael Young) роле ныҡ ҙур була. Янгты Гарвард профессоры Дэниэл Белл «социаль өлкәлә донъялағы иң уңышлы эшҡыуар» тип атай, уның тырышлығы менән донъяла 60-тан артыҡ ойошма төҙөлә, улар иҫәбенә Бөйөк Британиялағы бер нисә Мәктәпте лә индерергә була. Икенсе британ эшҡыуары булып лорд Мосон һанала, ул Британия империяһы ордены кавалеры. Эндрю Мосонға (Andrew Mawson) пэр титулы 2007 йылда иҡтисади — социаль яңыртыу һәм ҡала майҙанын яҡшыртыу өсөн бирелә. «Социаль эшҡыуар» китабының авторы һәм компанияның идарасыһы Эндрю Мосон һәм партнерҙары (ингл. Andrew Mawson Partnerships), уның тәжрибәһен таратыуҙа ҡатнаша.

Ун туғыҙынсы һәм егерменсе быуаттарҙа ҡайһы бер уңышлы эшҡыуарҙар үҙҙәренең инновацияларын таратыуҙа ярҙам күрһәтә, уларҙың файҙаһы шул тиклем ныҡ баһалана, хатта дәүләт ярҙамын алалар.

Рәсәйҙә социаль эшҡыуарлыҡ XIX—XX быуаттарҙа уҡ барлыҡҡа килә. Иоанн Кронштадтский нигеҙ һалған егерлелек йорто, социаль эшҡыуарлыҡтың миҫалы тип атарға була. Бында тәләге булған һәр кеше, яңғыҙ ҡатындарҙан башлап йортһоҙҙарға тиклем үҙҙәренә эш, йәшәү урына йә берәй шөғөл тапҡан. Егәрлелек йорто идеяһы һуңғараҡ бөтә Рәсәйгә тарала.

Бөгөнгө көндә социаль эшҡыуарлыҡ

2006 йылда тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы алған, Грамин (Grameen Bank) банкына нигеҙ һалған Мөхәммәт Юныс хәҙерге заманда иң танылған социаль эшҡыуар һанала.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Tags:

Социаль Эшҡыуарлыҡ ТарихыСоциаль Эшҡыуарлыҡ Бөгөнгө көндә социаль эшҡыуарлыҡСоциаль Эшҡыуарлыҡ ИҫкәрмәләрСоциаль Эшҡыуарлыҡ ӘҙәбиәтСоциаль Эшҡыуарлыҡ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Вена2023 йылСөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы1982 йылЭҙләүҙе оптималлаштырыуИран пиццаһыВулканҒәлин Венер Йәғәфәр улыПутин Владимир Владимирович6 декабрьЮғары кимәлдәге милли доменГеродот1872 йылҘур шартлауТөҙөлөшНиколаевка ауыл Советы (Өфө районы)Грузин телеИртәнге намаҙНью-ЙоркУрал (йылға)СауҙаЯҫы селәүсендәр1 июнь17 ғинуарWorldCat (библиографик мәғлүмәт базаһы)Әл-Худжурат сүрәһеБашҡорт телеМәҡәлдәр һәм әйтемдәрБашҡорт халыҡ ижады (китап серияһы)Хәбиров Радий Фәрит улыБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыАрКүмәклектәр теорияһыӘбүл-Хәсән әл-ӘшғариТранслитерацияИсем (һүҙ төркөмө)Шарль де ГолльКоми телеӘссәләмү ғәләйкүмШоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улыЙәһүдилекБайғаҙы (Силәбе өлкәһе)БельгияГеохронологик шкалаҺүҙШашҡан (ҡасаба)Рун яҙмаһыӘн-Нәжәф4 мартаҠытайТолстой Лев НиколаевичФевраль (Шаҡай)Лена (Көйөргәҙе районы)The EconomistМолукка утрауҙарыГрейс Келли4 ноябрьШвейцарияХоҡуҡКоклеКөнсығышҠанСыуашстанСербияБашҡорт туй йолаларыПунаБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыЕте йыллыҡ һуғышКолумбия🡆 More