Сафин Фаил Ғабдулла Улы: социолог

Сафин Фаил Ғабдулла улы (20 ғинуар 1959 йыл) — ғалим-социолог.

1994 йылдан Этнологик тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре, 1996 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2004 йылдан — этнополитология бүлеге мөдире. Тарих фәндәре докторы (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Сафин Фаил Ғабдулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Сафин Фаил Ғабдулла Улы: Биографияһы, Фәнни эшмәкәрлеге, Ғилми хеҙмәттәре СССР
Тыуған көнө 20 ғинуар 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Бик-Ҡарамалы, Дәүләкән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө социолог
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы

Фаил Ғабдулла улы Сафин 1959 йылдың 20 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Бик-Ҡарамалы ауылында тыуған. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылда — монтёр, әсәһе һауынсы була.

Дәүләкән ҡалаһының беренсе урта мәктәбен тамамлағас, колхозда эшләй.

  • 1977—1979 йылдарҙа Армияла хеҙмәт итә.
  • 1979 йылдан 1985 йылға тиклем Дәүләкән районы Бик-Ҡарамалы урта мәктәбендә уҡытыусы һәм мәктәп директоры булып эшләй.
  • 1985 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
  • 1994 йылда — Миклухо-Маклай исемендәге этнология һәм антропология институтының аспирантураһын тамамлай.
  • 2004 йылдан — этнополитология бүлеге мөдире (ИЭИ УНЦ РАН)

Бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында Р. Г. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының этнополитология бүлеген етәкләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

Волга-Урал регионы халыҡтарының этнотел һәм этносәйәси процестарҙы, этнодәүләт һәм этнос-ара мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүгә арналған 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәттәр яҙған. Донъяның төрлө ҡалаларында үткәрелгән халыҡ-ара ғилми конференциялар, семинарҙар һәм симппозиумдарҙа ҡатнашыусы, , атап әйткәндә: Чикаго (1994), Майами (1996), Мангейм (ФРГ), Хельсинки (1999), Брюссель (2007).

Ғилми хеҙмәттәре

  • Этно—языковые процессы в Башкортостане в XX столетии. М., 2000 г.
  • Язык в технологии кадровой политики. История и современность: опыт Башкортостана, М., 2002 г.
  • Вызов этничности в тенденции проявления идентичности, СПб, 2010 (авторҙаш).

Сафин Фаил Ғабдулла Улы: социолог

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
  • Джон һәм Катрин Мак Артур гранты лауреаты (1996)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Сафин Фаил Ғабдулла Улы БиографияһыСафин Фаил Ғабдулла Улы Фәнни эшмәкәрлегеСафин Фаил Ғабдулла Улы Ғилми хеҙмәттәреСафин Фаил Ғабдулла Улы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреСафин Фаил Ғабдулла Улы1959 йыл20 ғинуарБашҡортостан РеспубликаһыСоциологияФән

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ираҡ һуғышыЛюдвиг ван БетховенЭритреяЯрымутрауВодородКадмийКатолицизмКатмандуМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыСимфоник поэмаМакаоӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыХафизов Динмөхәмәт Сәмәхужа улыФадеева Анна Алексеевна2006 йылДегәнәкБашҡортостандың үҫемлектәр донъяһы2000 йылАҡмулла1971 йылКүсимов Таһир Тайып улыХань (династия)ЛивияСәғәт бүлкәтеҠомарлы уйынФредерик ШопенШанлыурфаӘхәтов Искәндәр Шәүкәт улыСовет РәсәйеGoogleКатолик сиркәүе29 апрельБашҡортостан РеспубликаһыHTMLЙорт сусҡаһыИталияИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улыМәғлүмәтВ (кирил хәрефе)ЗекерАлтынбаев Рәнис Рәйес улыБутанҺыҙыҡсаГитараМария-АнтуанеттаӘкиәт8 майБлогАнтальяАмерика Ҡушма ШтаттарыИсламОло Шатаҡ (тау)🡆 More