Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам Улы

Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам улы (12 октябрь 1915 йыл — 22 февраль 1965 йыл) — театр актёры, режиссёр, ҡурайсы.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957).

Ғәйфулла Сарбаев
Исеме:

Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам улы

Тыуған ваҡыты:

12 октябрь 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы, Орск өйәҙе, Хәлил ауылы

Вафат ваҡыты:

22 февраль 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (49 йәш)

Вафат урыны:

Сибай

Һөнәре:

актёр, режиссёр

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Театр:

Сибай башҡорт дәүләт драма театры

Наградалары:
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1943
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1957

Биографияһы

1915 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Хәлил ауылында тыуа. Бик иртә атайһыҙ ҡала. Башланғыс белемде Хәлил ауылы мәктәбендә ала. Йәй көндәрендә һарыҡ көтә, шул мәлдә ул ҡурайға тартыла, был музыка ҡоралында ныҡлап уйнарға өйрәнә. Үҫмер сағынан агитбригада сығыштарында ҡатнаша, шуға ла уны район агитбригадаһы составына индерәләр. Райондағы йәштәр араһында оҫта ҡурайсы булып танылған егеткә музыка буйынса артабан уҡырға тәҡдим итәләр. 1939 йылда Өфө театр-художество училищеһын тамамлай (Х. Бохарский курсы). Тәүҙә Ҡыйғы театрында эш башлай, шунан Баймаҡ театрына күсә. Бөйөк Ватан һуғышына китер алдынан Баймаҡ театрының баш режиссеры була.

Ғәйфулла Сарбаев 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғыша, яуҙа ла ҡурайынан айырылмай. Дивизияның ул саҡтағы политбүлек начальнигы Сабир Ҡадиров үҙенең хәтирәләрендә («Күренекле яҙыусылар Башҡорт дивизияһында»,"Ағиҙел", 1981, № 5) Ғәйфулла Сарбаевтың күренекле урыҫ яҙыусыһы Константин Симонов алдында «Азамат» көйөн тәүҙә ҡурайҙа уйнауы, аҙаҡ йырлап та ишеттереүе тураһында яҙа.

Ҡурайына һәр саҡ тоғро булған Ғәйфулла Сарбаев 49 йәшендә, 1965 йылдың 22 февралендә вафат була.

Наградалары һәм маҡтаулы исемдәре

Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (18.10.1943).

РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1957).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.;

Ю. И. Ғәйнетдинов. Ҡурай һәм ҡурайсылар. Өфө: АльфаРеклама, 2014. Т. 1 000 экз. — 424 б.


Tags:

Сарбаев Ғәйфулла Фәхрислам Улы БиографияһыСарбаев Ғәйфулла Фәхрислам Улы Наградалары һәм маҡтаулы исемдәреСарбаев Ғәйфулла Фәхрислам Улы ИҫкәрмәләрСарбаев Ғәйфулла Фәхрислам Улы ҺылтанмаларСарбаев Ғәйфулла Фәхрислам Улы12 октябрь1915 йыл1965 йыл22 февральБөйөк Ватан һуғышы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ТарихКитапҒүҫмән ибн МәҙғүнТәһәрәтҠытай яҙыуыБратиславаХолокостОло ҠыҙылбайСәтләүекКамбоджаКатолик сиркәүеМесопотамияСалауат (Ислам)Төрки халыҡтарӘл-Ғәләҡ сүрәһеДостоевский Фёдор МихайловичНанотехнологияЭнцелад (юлдаш)Хорватияла исламДәүләт оборона комитетыAkStarГеографик киңлекАҫыл таштарОнӘл-Бәҡара сүрәһеМультипликацияЛуи де Фюнес2 декабрьМагнитогорскСәхәрВИЧ-инфекцияАвгустусбургБашҡорт телендә транскрипцияИрекле сауҙа (фритредерлыҡ)ҺимереүДоһаГеорг Фридрих ГендельМатериалдар өйрәнеүКәбисә йылКаддафи МуаммарРәсәй Федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәренең Һарытау хәрби институтыУрта быуаттарҒәрәп телеГагарин Юрий АлексеевичХеопс пирамидаһыЭкспериментЛафает Рональд ХаббардНамазова Адилия Аваз ҡыҙыӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыҠөрьәнЛенинград өлкәһеБарак ОбамаКузеев Рәил Ғүмәр улы🡆 More