Салауатова Рәмилә Фәхретдин Ҡыҙы

Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы (2 февраль 1951 йыл, БАССР, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы) — мәғариф хеҙмәткәре, йәмәғәтсе.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2009).

Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Салауатова Рәмилә Фәхретдин Ҡыҙы СССР
Салауатова Рәмилә Фәхретдин Ҡыҙы РСФСР
Салауатова Рәмилә Фәхретдин Ҡыҙы Рәсәй
Тыуған көнө 2 февраль 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

Салауатова (Мырҙағолова) Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы 1951 йылдың 2 февралендә Башҡортостан АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуа.

1966 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбен уңышлы тамамлағандан һуң Бөрө дәүләт педагогия институтының химия һәм биология факультетына уҡырға инә. Йәш белгес Байғаҙы, Байназар, Иҫке Собханғол һәм Ғәҙелгәрәй мәктәптәрендә химия һәм биология уҡытыусыһы, директор урынбаҫары булып эшләй.

1998 йылдан алып 2005 йылға тиклем Иҫке Собханғол урта мәктәбе директоры , 2005—2010 йылдарҙа Иҫке Собханғол ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы эшен башҡара.

Төп эшенән тыш Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. 2018—2022 йылдарҙа райондың ветерандар советы председателе булып эшләй.

2010 йылдан алып Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы район ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй. Был өлкәлә «граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын тәьмин итеүгә тос өлөш индергәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн» 2022 йылда Салауатова Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы менән бүләкләнә

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

«Йыл директоры 2004», «Башҡортостан Республикаһының халыҡ мәғарифы отличнигы» (2004), «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» (2009), «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре» исемдәренә лайыҡ. Әлеге ваҡытта район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, муниципаль район хакимиәте комиссияһының яуаплы секретары булып тора.

2021 йылда Өфөлә үткән «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» бөтә Рәсәй конкурсында Рәмилә Фәхретлин ҡыҙы Салауатова башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтенең билдәле активисы Рабиға Кушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы менән бүләкләнә.

«Халыҡ традициялары нигеҙендә ауыл уҡыусыларын экологик тәрбиәләү», «Башҡорт халыҡ йолалары нигеҙендә малайҙар тәрбиәләү» һәм «Уҡыусыларҙың эстетик мәҙәниәтен тәрбиәләүҙең педагогик шарттары» китаптары авторы. Иҫке Собханғол ауылында йәшәй.

Иҫкәрмәләр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар

Tags:

Салауатова Рәмилә Фәхретдин Ҡыҙы БиографияһыСалауатова Рәмилә Фәхретдин Ҡыҙы Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреСалауатова Рәмилә Фәхретдин Ҡыҙы ИҫкәрмәләрСалауатова Рәмилә Фәхретдин Ҡыҙы Шулай уҡ ҡарағыҙСалауатова Рәмилә Фәхретдин Ҡыҙы ҺылтанмаларСалауатова Рәмилә Фәхретдин Ҡыҙы1951 йыл2 февральБөрйән районыИҫке Собханғол (Бөрйән районы)

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Туйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙыМакедон телеҠолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙыАвстралияЭкологияТикеев Данис Солтан улыЗакир ҺаҙыйСифатБашҡорт шәжәрәһеЭҙләүҙе оптималлаштырыуТүбәнге Новгород өлкәһеСатурн (планета)Башҡортостан байрамдары23 апрельXII быуатӘрмәнстанХрущёв Никита СергеевичЖурналистикаИнглиз телеГәрәев Муса Ғайса улыДжимми УэйлсТәкәләр (ырыу)БиблияБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреХажБеренсе донъя һуғышыХанты-Манси автономиялы округы — ЮграЕрКаспаров Гарри КимовичЛос-АнджелесБарабанӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыYouTubeЯпонияның милли парламент китапханаһы1991 йылКонституцион монархияКаракасҒарипов Рәми Йәғәфәр улыАмерика Самоаһы6 ноябрьБеларусь14 ноябрьЙондоҙҙарРизаитдин ФәхретдиновАуылБашҡорт ВикипедияһыАвтомобиль6 декабрьУйынсыҡОктябрь (Ҡарасай)Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улыИорданияӘхмәтзәки Вәлиди ТуғанҒиндуллин Фәрит Хөрмәтулла улыОло ӘбешИслам тарихыКәкүкБатицкий Павел Фёдорович112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыНаполеон IРус телеТаралған йондоҙҙар тупланмаһыМәғрифәтселек дәүереХәйбуллин Ишморат Нәзир улыВикиҺуғышQIWI🡆 More