Ньюфаундленд

Ньюфа́ундле́нд (ингл. Newfoundland — букв.

«яңы табылған ер», МФА: [nju:fənˈlænd], франц. Terre-Neuve — «яңы ер») — Төньяҡ Американың төньяҡ-көнсығыш ярҙары янындағы утрау. Лабрадор ярымутрауы ерҙәре менән бергә Ньюфаундленд һәм Лабрадор провинцияларын барлыҡҡа килтереп, Канада составына инә.

Ньюфаундленд
ингл. Newfoundland, фр. Terre-Neuve
2004 йылдың 7 майҙа төшөрөлгән спутник фотоһүрәте
2004 йылдың 7 майҙа төшөрөлгән спутник фотоһүрәте
Характеристики
Майҙаны111 390 км²
Иң бейек нөктәһе814 м
Халҡы479 538 кеше (2016)
Урынлашыуы
HGЯO
АкваторияАтлантик океан
ПровинцияНьюфаундленд һәм Лабрадор
Канада
Красная точка
Ньюфаундленд
Канада Ньюфаундленд һәм Лабрадор
Красная точка
Ньюфаундленд
Ньюфаундленд Ньюфаундленд Викимилектә

Географияһы

Эре лиман (эстуарий) барлыҡҡа килтереп, Атлантик океандан Изге Лаврентий ҡултығын ҡаплай. Лабрадор ярымутрауынан Белл-Айл (Бель-Иль) боғаҙы һәм көньяҡ-көнбайышта Кабота боғаҙы менән Яңы Шотландиянан айырылып тора. Ньюфаундлендтың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндәге Берлин ярымутрауы ярҙарынан алыҫ түгел ерҙә Францияның Сен-Пьер һәм Микелон диңгеҙ аръяғындағы берләшмәһе утрауҙары ята. Канада энциклопедияһы мәғлүмәттәре буйынса утрауҙың майҙаны — 111 390 км², ул донъяла майҙаны буйынса 16-сы һәм Канадала 4-се урынды биләй. Яр буйы оҙонлоғо 9871 км. Утрау формаһы буйынса өсмөйөшкә яҡынлаша. Диңгеҙгә ҡарай ныҡ һуҙылған ике ярымутрау уға ошондай форма бирә: төньяҡ-көнбайышта Бель (Белл) һәм көньяҡ-көнсығышта Авалон.

Рельефы башлыса таулы һәм ҡалҡыу, уртаса бейеклеге 400-ҙән алып 600 метрға тиклем. Канада энциклопедияһы утрау территорияһында дүрт айырым төбәкте айырып күрһәтә:

  • Көнбайыш яр буйында диңгеҙ кимәленән 814 м тиклем бейеклектәге түбәләрҙән торған Лонг-Рейндж тауҙары өҫтөнлөк итә (Кабокс тауы — Ньюфаундлендтың иң бейек нөктәһе). Тауҙар һәм диңгеҙ араһындағы бер нисә участкала яр буйындағы урманлы тигеҙлектәр ята, ә бер нисә урында уларға фьордтарға оҡшаш ҡултыҡтар инә, уларҙың иң ҙурҙары — Бей-оф-Айлендс һәм Бонн. Тауҙарҙа боҙлоҡтан барлыҡҡа килгән тәрән үҙәндәр байтаҡ. Көнбайыш ярҙарындағы ҡултыҡтар һәм бухталар буйында халыҡ тығыҙ урынлашҡан.
  • Утрауҙың эске өлөшө Ньюфаундлендтың төп йылғалары барлыҡҡа килтергән һыу айырғыстары буйлап бейеклектәрҙең йыш алмашыныуы булған яйланған тора. Һыу айырғыстарҙың битләүҙәре киң урман ултыртмалары менән ҡапланған, ғәҙәттә урман йәки тау сәнәғәте менән бәйле торама пункттар (Гандер ҡалаһы) аҙ һанлы һәм бер-береһенән алыҫта урынлашҡан.
  • Ҙур Төньяҡ ярымутрауҙан Авалон ярымутрауына тиклем Атлантик океанға боролған төньяҡ-көнсығыш яр буйы ныҡ йырғыланған ҡалҡыулыҡтар, морондар һәм боғаҙҙар айырылып тора. Морондар һәм яр буйы утрауҙары, ғәҙәттә, тәпәш ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған, әммә һыу киҫелешенән алыҫтараҡ Ньюфаундлендтың был өлөшө ысын урман менән ҡапланған. Күп кенә бухта ярҙарында һәм ҡайһы бер утрауҙарҙа кеше йәшәгән урындар бар.
  • Көньяҡ яр буйына ла боҙлолоҡ сигенгәндән һуң күтәрелгән урынға хас йырғыланған яр һыҙаты хас. Төньяҡ-көнсығыштан айырмалы рәүештә, утрауҙың был өлөшөндәге ҡултыҡтарҙы Арктиканан ағып сыҡҡан боҙҙар менән ҡамасауланмай.
Ньюфаундленд 
Утрау картаһы

Утрауҙағы һыу йыйыу бассейнының күпселек өлөшө дүрт иң ҙур йылғаға тура килә — Эксплойтс, Гандер, Хамбер һәм Терра-Нова. Утрау территорияһында бик күп күлдәр (иң ҙуры — Гранд-Лейк), бәләкәй шишмәләр һәм ҡыҫҡа йылғалар бар. Һаҙлыҡтар таралған. Утрауҙың эске өлөшөндәге бик күп ваҡ күлдәр Смолвуд һыуһаҡлағысына каналдар һәм плотиналар ярҙамында тоташтырылған.

Утрауҙың ярҙары күбеһенсә ҡаялы, ныҡ йырғыланған, йыш ҡына упҡын менән тамамлана. Көнсығышта һәм төньяҡ-көнсығышта фьордалар һәм ҡомаяҡтар, көнбайышта - яр буйы уйһыулыҡтары осрай.

Климаты уртаса, дымлы. Утрау климатына континент яғынан килгән һәм уның атлантик яры буйлап хәрәкәт иткән уртаса киңлек штормдары йоғонто яһай. Өҫтөнлөк иткән көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығыш елдәре утрауға һалҡын Лабрадор ағымы районынан һалҡын һауа массаларын күсергәнгә күрә, Ньюфаундлендта яҙ һуңыраҡ килә, ә йәй һалҡынса була. Ғинуарҙа һауа температураһы −10 °C алып −4 °C тиклем, ә июлдә 10 °C алып 15 °C тиклем. Яуым-төшөмдөң күләме йылына 750 миллиметрҙан 1500 миллиметрға тиклем. Иң күп яуым-төшөм (йылына 1500 миллиметрҙан ашыу) көньяҡ-көнсығышта Авалон һәм Берин ярымутрауҙары тирәһендә теркәлә һәм көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә кәмей. Утрауҙың төньяғында яуым-төшөмдөң яртыһы ҡар рәүешендә яуа, ә көньяҡ-көнсығышта был күрһәткес ни бары 12%.

Көньяҡ ярынан тыш, яр буйҙарындағы һыуҙар йылына бер нисә айға боҙ менән ҡаплана. Утрау тирәләй күп һанлы айсбергтар йөҙөп йөрөй.

Флора һәм фаунаһы

Утрауҙың тәбиғәте күрше континенталь тәбиғәттән әллә ни айырылмай, эндемиктар аҙ. Көньяҡ-көнбайыш өлөшө ылыҫлы урмандар менән ҡапланған: ҡара һәм күк шыршы, бәлзәм бирә торған аҡ шыршы, шулай уҡ ҡайындар ҙа осрай. Һаҙлыҡтарҙың таралыуы арҡаһында мүктәр, һаҙ емештәре лә бар.

Ньюфаундлендта быуат башында интродукцияланған мышылар ваҡыт уҙыу менән, урман карибуһының көтөүҙәрен уҙып китеп, утрауҙағы эре ҡырағай хайуандар араһынан иң таралғандары булып китә. Утрауҙа айыуҙар, бүреләр, ньюфаундленд төлкөләре төйәк итә, яр буйындағы райондарҙа диңгеҙ имеҙеүселәренең ятыуҙары бар: морждар, диңгеҙ бесәйҙәре. Эргә тирәләге диңгеҙҙә кит, косаткалар, устрицалар, крабтар осрай, ә тәбиғәтте һаҡлау саралары һөҙөмтәһендә балыҡтарҙың һаны (сельдь, треска, пикша, мойва, камбала һәм башҡалар) арта. Утрау күп төр ҡоштарҙың оя ҡороу урыны булып тора.

Халҡы

Ньюфаундлендта йәшәүселәр Ньюфаундленд һәм Лабрадор провинцияһы халҡының күпселеген тәшкил итә. 2016 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, провинцияла йәшәгән 528 мең кешенең 501,6 меңе Ньюфаундленҡа тура килгән. Иң ҙур ҡала — Сент-Джонс: 2016 йылда, халыҡ иҫәбен алыуҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, унда 108 860 кеше йәшәгән, ә ҡала агломерацияһы сиктәрендә — яҡынса 206 мең. Башҡа әһәмиәтле ҡала үҙәктәре — Корнер-Брук, Гранд-Фолс-Уинсор һәм Бей-Робертс. 2016 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, ҡала ерендә утрау халҡының 58% йәшәгән, ҡалала йәшәүселәрҙең артыуы күҙәтелгән.

Халыҡтың күпселек өлөшө Бөйөк Британиянан һәм Ирландиянан килгән күскенселәр тоҡомонан. Француз,күпмелер немец һәм голланд күскенселәренең вариҫтары бар. Элек утрауҙа португал һәм испан колонистары, шулай уҡ төп индеецтар халҡы (Ньюфаундлендта микмаҡтар йәмғиәте йәшәүен дауам итә) һәм инуиттар йәшәгәндәр.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Ньюфаундленд // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Ньюфаундленд // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.

Һылтанмалар

Tags:

Ньюфаундленд ГеографияһыНьюфаундленд Флора һәм фаунаһыНьюфаундленд ХалҡыНьюфаундленд ИҫкәрмәләрНьюфаундленд ӘҙәбиәтНьюфаундленд ҺылтанмаларНьюфаундлендИнглиз телеКанадаМеждународный фонетический алфавитТөньяҡ АмерикаФранцуз телеХалыҡ-ара фонетик алфавит

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Нөктә (тыныш билдәһе)Ҡара үлемМадридXX быуатДеникин Антон ИвановичДегәнәкБеренсе донъя һуғышыИран телдәреҠарағалпаҡтар10 апрель1947Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһыРамаҙанГрейс КеллиНервы системаһыМэрАксум батшалығы1981 йылРибонуклеин кислотаһы (РНК)ФранцияБашҡортостан Республикаһының 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарыАхун1951 йылБашҡортостан мәҙәниәте10 ғинуарҠалтасы районыСемантикаМәҙәниәт1 декабрьФатимиҙарӘҙәбиәтШри-ЛанкаФәнМөхәммәт (Пәйғәмбәр)Хәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыЗороастризмЖурналистикаЗарипов Ирек Фәсхетдин улыБрунько Александр ВиленовичМәскәү20 сентябрьӘбү-ДәбиКабулБотаника25 мартКубаБашҡортостан тарихыТарихҒәзизов Искәндәр Хәниф улыБашҡорт-мишәр ғәскәреЭнцелад (юлдаш)ВикиМайХәүзаБронза быуатыПлутархАлмаш (һүҙ төркөмө)Башҡорт телеЦунамиИлиадаЯпонияның милли парламент китапханаһыНанкинЧан Кайши1913 йыл16 июльЕңел атлетика🡆 More