Науменков Олег Александрович (6 февраль 1948 йыл, Бухарест, Румыния — 28 февраль 2004 йыл, Өфө) — СССР һәм Рәсәй тарихсыһы, тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының сит ил тарихы кафедраһы профессоры, БДУ -ынң Яңы һәм Иң яңы тарих кафедраһы мөдире (1989—1999), XX быуат Бөйөк Британия партия-сәйәси тарихын тикшереүсе
Науменков Олег Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 6 февраль 1948 |
Тыуған урыны | Бухарест, Румыния |
Вафат булған көнө | 28 февраль 2004 (56 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | тарихсы, университет уҡытыусыһы |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Санкт-Петербург дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] |
Олег Александрович Науменков Бухареста тыуған (Румыния). 1966 йылда Ленинград дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. 1971 йылда университетты тамамлап, аспирантураға уҡырға инә. 1974 йылда «Современная буржуазная историография раздела Африки» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай». Шул йылдарҙа уҡ Башҡорт дәүләт университетында уҡыта башлай. 1989 йылда БДУ-ның Яңы һәм Иң яңы тарих кафедраһы мөдире итеп һайлана. Кафедраны 1999 йылға тиклем етәкләй. 1993 йылдан — профессор.
1992 йылда «Становление и эволюция консервативной партии Великобритании в 1846—1886 годах: внутриполитический и идеологический аспекты» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Көнсығыш илдәрҙең яңы тарихы буйынса курстар, XX быуатта Азияла авторитар һәм диктатор режимдары тарихы буйынса махсус курстар уҡый.
Британия клубы төбәк ойошмаһын, Британия тарихы тикшеренеүселәр ассоциацияһын етәкләй. БАССР «Белем» йәмғиәте лекторы була.
РФ юғары мәктәбенең почетлы хеҙмәткәре (2002).
БДУ-ның дәүләт идаралығы һәм тарих институтында О.А.Науменковҡа арналған «Запад и Восток в глобальных трансформациях: история и современность» фәнни сессия уҙғарыла.
Төп ҡыҙыҡһыныу сфераһы — XIX быуаттың икенсе яртыһында Англияла сәйәси һәм партия тормошо.
Үҙ эштәрендә О А.Науменков Бөйөк Британияның Консерватив фирҡәһенең эске сәйәсәте практикаһын һәм идеологияһының формалашыуы һәм үҫеше концепцияһын әйтеп бирә. Ватан историографияһында тәүге тапҡыр консерваторҙарҙың һәм уларҙың дәғүәселәренең һайлау алды стратегияһын һәм тактикаһын анализлай, һайлау һөҙөмтәләре ҡарала, буржуазияға һәм урта ҡатламдарға иғтибарҙы һаҡлап ҡалып, төрлө социаль төркөмдәргә партияның эҙлекле рәүештә ориентацияһы күрһәтелә. Ҡарарҙар ҡабул итеү логикаһы һәм механизмы ҡарала, партия етәкселегенә баҫым төркөмдәре — абруйлы социаль- иҡтисади төркөмдәрҙең: аграрийҙарҙың (алпауыт һәм фермерҙарҙың), иҡтисад, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф закондары сығарыуға ҡаршы килеүселәрҙең, иҫерткес эсемлектәр менән һатыу итеүселәрҙең, карап һәм шахта хужаларының йоғонтоһо асыҡлана. Автор Консерватив фирҡә лидерҙарының идея-фәлсәфәүи ҡараштарын тикшерә, уларҙы либераль идеологтарҙың ярашлы ҡараштары менән сағыштыра. Консерватив партия үҫешенең осорҙарға бүленеше эшләнә, һәр этабы ентекләп тасуирлана. Науменков консерваторҙарҙың традицион ҡиммәттәргә тоғро ҡалып, «торизмды демократлаштырыуҙы» башлау, социаль лозунгтарҙы ҡулланып, һайлаусыларға эшселәр мөхитенән тәьҫир итеү рычагтарын булдырыу, күп халыҡтың ярҙамын тәьмин итеү өсөн һығылмалылыҡ күрһәтеү һәм йәмғиәт ризаһыҙлығын дөрөҫ баһалауҙы күрһәтә. .
Науменков тарафынан анализланған Бөйөк Британияның эске сәйәсәтенә йоғонто яһаусы төп шәхестәр булып, Эдвард Стэнли, граф Дерби; Роберт Гаскойн-Сесил, маркиз Солсбери; Бенджамин Дизраэли тора.
Страница(недоступная ссылка) в Башкирской энциклопедии
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Науменков Олег Александрович, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.