Мәжлес (ғәр.
Термин ислам донъяһы менән тел йәки мәҙәни бәйләнештәре булған илдәрҙә административ, социаль йәки дини булһын, дөйөм мәнфәғәттәре булған төркөмдәр араһында төрлө типтағы махсус йыйылыштарҙы тасуирлау өсөн файҙаланыла.
Мәжлес шулай уҡ закондар сығарыу органына ҡарай ала һәм ислам мәҙәниәте өҫтөнлөк иткән ҡайһы бер дәүләттәрҙәге закондар сығарыу советтары йәки йыйылыштар атамаһында ҡулланыла
«Мәжлес» термины шулай уҡ ҡунаҡтарҙы ҡабул иткән һәм күңел асҡан айырым урынды билдәләү өсөн ҡулланыла.
Исламға тиклемге Ғәрәбстанда Мәжлес ҡәбиләләр советы була, унда ир-егеттәр дөйөм мәнфәғәт тыуҙырған ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнаша. Советҡа юлбашсы (шәйех) етәкселек итә. Хаҡ хәлифәт идара итеү осоронда «Мәжлес-әш-Шура» ойошторола. Мәжлес ул саҡта яңы хәлифә һайларға тейеш була. Әбү-л-Хәсән әл-Мәүәрди бәйән итеүенсә, мәжлес ағзалары өс шартты үтәргә тейеш була: улар ғәҙел булырға тейеш, яҡшы хәлифәне насар хәлифәнән айырырлыҡ белемгә эйә булырға тейеш, һәм иң яҡшы хәлифәне һайлар өсөн етерлек ғаҡылға һәм фекерләүгә эйә булырға тейеш.
Исемлектә исемдәрендә мәжлес термины булған дәүләт парламенттары күрһәтелгән.
Исемлектә милли конгрестар һәм йәмғиәттәр күрһәтелгән, уларҙың исемдәрендә мәжлес термины бар.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Мәжлес, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.