Манапов Ирек Усман Улы

Манапов Ирек Усман улы (7 май 1947 йыл) — инженер-механик.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2005). Почетлы моторҙар эшләүсе (2005), 2‐се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2000), Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2009).

Манапов Ирек Усман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ Манапов Ирек Усман Улы Рәсәй
Манапов Ирек Усман Улы Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 7 май 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Ҡыйышҡы, Ҡабаҡ ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик

Биографияһы

Манапов Ирек Усман улы 1947 йылдың 7 майында Башҡорт АССР‑ының Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Ҡыйышҡы ауылында тыуған. 1966 йылда Өфө авиация техникумын, 1972 йылда Өфө авиация институтын тамамлай һәм инженер-механик һөнәре ала. 1966 йылда Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә цехта көйләүсе булып хеҙмәт юлын башлай, 1970 йылдан башлап инженер-технолог. 1972—1973 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1973 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә инженер-технолог, реконструкциялау буйынса цех начальнигы урынбаҫары, техник бүлек буйынса цех начальнигы урынбаҫары, 3в1 цехы начальнигы, ә 1988 йылдан — баш технолог, 2002 йылдан — баш инженер булып эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

Манапов Ирек Усман улы рационализаторлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, патенттар авторы. Уның ҡатнашлығында һалҡын вальцовкалау ысулы менән көрәксәләр әҙерләү технологияһы ғәмәлгә индерелә, нефть ташыу өсөн насостарҙы сериялы етештереү уйлап табыла һәм үҙләштерелә. Ирек Усман улы Манапов етәкселегендә АЛ‐31СТ, Д436Т1, УМЗ‐340/341, ҡаргиҙәр һәм башҡа двигателдәр өсөн төп изделиелар етештереүгә технологик әҙерлек үткәрелә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (2005),
  • Почетлы моторҙар эшләүсе (2005),
  • 2‐се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2000),
  • Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2009)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Манапов Ирек Усман Улы БиографияһыМанапов Ирек Усман Улы Фәнни эшмәкәрлегеМанапов Ирек Усман Улы Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәреМанапов Ирек Усман Улы ИҫкәрмәләрМанапов Ирек Усман Улы ҺылтанмаларМанапов Ирек Усман Улы1947 йыл7 май

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

2005 йылСифатВашингтонМалайзияСтрасбургРафиҡов Ғәббәс Ғабдрафиҡ улыБАССР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлегеХалыҡ-ара стандарт серия номерыБашҡортостандың үҫемлектәр донъяһыСалауат ЮлаевКеше хоҡуҡтарыБөжәктәрҠомарлы уйынҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрЛаосҺүҙӘзербайжанУкраинаЦиклоптарКрушельницкая Саломея Амвросиевна1855 йылУрыҫтар30 апрельҮҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүИюньКабо-ВердеОло Шатаҡ (тау)Электрон почтаМәжит Ғафури 1921 йылғы аслыҡ тураһында3 майСпермаӘхәтов Искәндәр Шәүкәт улыМәрхәбә ХафизоваСоловей-разбойник (рус фольлоры)Әхмәтшин Рәлиф Фәйзел улыАғасБашҡорт дәүләт университетыБөйөк француз инҡилабы1959 йылВикиСуфый сиңерткәСабаҡай мәмерйәләреШвейцарияФәнЗагребНемец телеБаш битСмоленскҺауа торошоФевраль26 февральГуамРәсәйМалиВанкуверУэльс🡆 More