Ломиса Сиркәүе

Ломиса сиркәүе ( Грузия: ლომისა), изге Георгийға арналған урта быуат Көнсығыш Грузияның христина ғибәҙәтханаһы.

Был ябай таш сиркәү IX йәки X быуаттарҙа төҙөлгән, диңгеҙ кимәленән яҡынса 2200 м бейеклектә ята. Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡыһы

Ломиса сиркәүе
груз. ლომისა
Нигеҙләү датаһы IX быуат
Рәсем
Дәүләт Ломиса Сиркәүе Грузия
Административ-территориаль берәмек Душетский муниципалитет[d]
Урын Мцхета-Мтианети
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Ломиса Сиркәүе Ломиса сиркәүе Викимилектә

Урынлашыуы

Ломиса Сиркәүе 
Үҙәндең дөйөм күренеше.

Душети муниципалитетының Квемо Млета ауылынан көньяҡҡа ҡарай ете саҡрым, Петиттан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 18 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан

Архитектураһы

Ломиса Сиркәүе 
Ломиса манараһының емереклектәре.

Ломиса-ябай сиркәү, күләме 14,5 × 7,8 м, таштан төҙөлгән. Баштағы бинаһы IX йәки X быуаттарға ҡарай. Көньяғында һәм төньяғында һуңыраҡ төҙөлгән ике төкәтмәһе бар. Сиркәүҙең ҡайһы бер өлөштәре харабаға әйләнгән. Интерьеры тарихы дауамында бер нисә тапҡыр реконструкциялана. Бина бер нисә ҡоролманың харабалары менән уратып алынған. Сиркәүҙең көмбәҙле түшәмдәре аркаға таянып тора.

Тарихы

Ломиса Сиркәүе 
Теләктәр ҡабул булһын өсөн диндарҙар муйынына таҡҡан тимер сынйыр.

Сиркәү интерьерында XVI-XVI быуаттарҙың грузин телендәге текстары менән имәндән ағас ишек һаҡланған. Сиркәүҙә шулай уҡ иҫке тимер сынйыр һаҡланған, уны диндарҙар муйынына тағып алалар һәм теләктәренең ҡабул булыуын һорайҙар

Ломисала урындағы халыҡ һуғыш һәм тыныслыҡ һорауҙары буйынса йыйыла торған булған.

Сиркәүҙең иҫән ҡалған ҡайһы бер әйберҙәре һаҡлау өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы булған Тбилиси музейҙарына тапшырыла.

Ломисала фестиваль

Ломиса Сиркәүе 
Ломиса сиркәүендә 2011 йылғы фестиваль

Ломиса сиркәүендә йыл һайын "Ломисоба" булараҡ билдәле фестиваль үтә. Йыл һайын, Пасханан һуң етенсе аҙнаның шаршамбыһында төрлө төбәктәрҙән Ломиса сиркәүенә хаж ҡыла киләләр. Сиркәүҙән алыҫ түгел үҙәнгә йөҙләгән һарыҡты ҡорбанға алып киләләр.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Ломиса Сиркәүе УрынлашыуыЛомиса Сиркәүе АрхитектураһыЛомиса Сиркәүе ТарихыЛомиса Сиркәүе Ломисала фестивальЛомиса Сиркәүе ИҫкәрмәләрЛомиса СиркәүеГрузин телеГрузия

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ВикиБалаҫБыуатЧэнду1785 йылРус-япон һуғышы13 мартИнглиз телеХоҡуҡАллаярова Фирүзә Мирхәт ҡыҙы2011ЫрымбурЯбай бегемотРафаэль СантиИльясов Ғәзим Ғәлим улыМайкл ДжексонСумыТәкбирБорсаҡБукҠарасай-Черкес Республикаһы1771 йылКембридж университетыСуйӘл-Фатиха сүрәһеЙәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улыБерләшкән Милләттәр ОйошмаһыМаковский Владимир ЕгоровичКатолицизмРостов АренаМарко ПолоИнгрид Бергман30 июль1804 йылТәре яуҙарыХисамова Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙыАйытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙыКриптовалютаАлтын глобусХәнәфи мәҙһәбСөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улыВикикитапханаНазар НәжмиМәлих ХарисҘәбихәВолга буйы БолғарыТоҙҙарЫсынбарлыҡГамелан🡆 More