Латвияла Ислам

Төрлө сығанаҡтар буйынса, Латвияла 0,5 алып 12 меңгә тиклем мосолмандар йәшәй (күбеһенсә сунниттар).

2007 йылда илдә 15 мосолмандар общинаһы теркәлгән. Ригала мосолман ойошмалары байтаҡ («Иҙел», «Иман», «Ислам» һәм «Ҡөрьән» йәмғиәттәре) һәм Даугавпилста «Иҙел» йәмғиәте бар.

Латвияла ислам
Дәүләт Латвияла Ислам Латвия

Тарихы

XIX быуат

Хәҙерге Латвия биләмәһендә мосолмандарҙың булыу-булмауы беренсе тапҡыр 1838 йылда билдәләнә. 1897 йылда ислам динен тотҡан кешеләр һаны кеше 1 671 булған. Унда йәшәгән мосолмандар татар һәм башҡа төрки халыҡтарға ҡараған; уларҙың күбеһе был төбәктә үҙ ихтыярҙары менән булмай, мәҫәлән, улар араһында Ҡырым һәм Рус-төрөк һуғыштарының ғосман хәрби әсирҙәре күп булған. Рус-төрөк һуғышынан һуң йөҙләп тиерлек төрөк әсирҙәре Цесис ҡалаһына ебәрелгән, унда 30 -ға яҡыны климаттың ҡырҡа үҙгәреү арҡаһында һәләк булған, сөнки йәшәү өсөн яраҡһыҙ биналарҙа йәшәгән, ә унда һалҡындан һаҡланыу өсөн кәрәк-яраҡ булмаған

XX быуат

1902 йылда мосолман общинаһы хөкүмәт тарафынан рәсми рәүештә таныла һәм ойошторола. Йәмғиәт үҙенең башлығы итеп Давидов Ибраһимды һайлай. Хәҙерге Латвия биләмәһендә йәшәгән күп мосолмандар XX быуат башында рус армияһына саҡырыла. Күпселеге хеҙмәтен тамамлағандан һуң Мәскәүгә китә. Хәҙерге Латвия биләмәһендә даими йәшәгән мосолмандарҙың күбеһе Беренсе донъя һуғышында ҡулға алына. Был властар тарафынан хәүефһеҙлек йәһәтенән эшләнә, уларҙың фекеренсә, төрөк сығышлы граждандар именлек өсөн ҡурҡыныс тыуҙыра, сөнки Ғосман империяһы һуғышта Рәсәй дошмандарының береһе була. Уларҙың күпселеге Мәскәүгә оҙатыла.

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы ваҡытында Латвияға ҡасаҡтар күсеп килә, улар араһында төрлө этник сығышлы мосолмандар була, әммә латыштар уларҙың бөтәһен дә төрөк һымаҡ ҡабул итә. 1921 йылда рига мосолман берләшмәһе лидеры булып имам Хөснөтдинов Шакир һайлана, был вазифаны ул 1940 йылға тиклем биләй.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Латвияла Ислам ТарихыЛатвияла Ислам ИҫкәрмәләрЛатвияла Ислам ҺылтанмаларЛатвияла Ислам2007 йылДаугавпилсЛатвияМосолманРига

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Скароне ЭкторСтәрлетамаҡ өйәҙеҠырҡҡоласТуҡыусылыҡ20 сентябрьЛивияЙәкшәмбеКәрим (исем)2002 йылХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыЭминемҒайса (пәйғәмбәр)Көнбайыш ВиргинияУотфорд2013 йылСалауат ЮлаевХалыҡ-ара стандарт серия номерыКүрһәткесле функцияИндуизмСәғәтXX быуатЭнциклопедияБашҡорт телеҠыҙылғанатКүмәклекОло ҠыҙылбайКилограмм2003 йылWindowsСтатистикаАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыҠара сәсәкӘкиәтАрыҫлан петроглифтарыСәхәрБөйөк депрессияБаш битБөйөк Моголдар империяһыГерингсвальдеОҡшашлыҡКанадаБөйөк БританияАжмерКурсорКаллисто (юлдаш)Америка Ҡушма Штаттарының административ бүленешеСоциализмФутбол буйынса Англия йыйылма командаһыМузыка11 апрельКансай халыҡ-ара аэропортыИнстаграмКаддафи МуаммарҺинд цивилизацияһыМонголияСофия НассаускаяБабилияСулпанФутболБашҡорт телендә транскрипция🡆 More