Крефельд (нем. Krefeld (i); 1929 йылға тиклем: нем. Сrefeld) — Германияның ер буйһоноуындағы ҡалаһы, Төньяҡ Рейн-Вестфалия федераль ерендә урынлашҡан.
Ҡала Дюссельдорф административ округына буйһонған. Район ер буйһоноуындағы ҡала. Халҡы: 225 144 (2015; 2012 йылда — 222 026; 2009 йылда — 236,3 мең; 2000 йылда — 241,8 мең) кеше. Ҡала 137,68 км² майҙанды биләй. Рәсми коды — 05 1 14 000.
Ҡала туғыҙ районға бүленә.
Крефельд ҡалаһы Ульяновскиҙың туғандаш ҡалаһы.
Ҡалала DUEWAG заводы эшләй.
Ҡала Рим ваҡытында уның легиондары Гелдубта хәрби лагерь төҙөгәндә нигеҙләнгән. 1105 йылдағы яҙмаларҙа Крефельд исеме Кринвельд тип яҙылғаны осрай..
Граф ҡатын Вальбурга 1598 йылдың февралендә Крефельдты принц Мориц Оранскийға бүләк итә. Вальбурга үлгәндән һуң 1600 йылда Иоганн Вильгельм Клевский был ерҙәрҙе үҙләштерә, әммә Мориц 1601 йылда мираҫын уңышлы яҡлай. Крефельд ҡалаһы Оранский йорто юрисдикцияһы аҫтында Нидерландтың Алтын быуаты буйына ҡала. Был ҡаланың үҫеше ошо быуатта башлана.
Виллен III Оранский вафат булғандан һуң 1702 йылда Крефельд Пруссия короллеге составына индерелә. 1872 йылда Креффельд Рейн Пруссияһы сиктәрендә бойондороҡһоҙ ҡала була. 1918 йылда, Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Бельгия уны оккупациялағандан һуң армияһының базаһы сифатында ҡуллана.
1929 йылда Эрдинген менән Крефельд берләшеп, Крефельд-Эрдинген ҡалаһын ойоштора; 1940 йылда ҡаланың исеме ҡыҫҡартылып Крефельд тип атала башлай.
Туҡыу мануфактураһы элек-электән Крефельд ҡалаһын данлап килгән. Ҡалала немец туҡыма музейы (Textilmuseum Deutsches), Ебәк мәҙәниәте музейы (der Haus Seidenkultur) бар. Крефельд ҡалаһында иң билдәле Blind Guardian немец рок төркөмө барлыҡҡа килгән.
Ҡалала «Крефельд Пингвин» хоккей клубы бар, ул Немец хоккей лигаһында сығыш яһай.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Крефельд, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.