Кариб берләшмәһе (ингл. Caribbean Community (CARICOM)) — Үҙәк һәм Көньяҡ Американың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан илдәрҙең сауҙа-иҡтисади берлеге.
Кариб берләшмәһе | |
Caribbean Community | |
Ағза | Антигуа һәм Барбуда |
---|---|
Ойошма төрө | Сауҙа-иҡтисади союз |
Рәсми телдәре | |
Етәкселәре | |
Генераль секретарь | |
Рәйес | |
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләнгән ваҡыты | |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Тармаҡ | Иҡдисади союз |
Кариб берләшмәһе Викимилектә | |
Иҡтисад өлкәһендә таможня пошлиналарын һәм импортҡа һан яғынан сикләүҙәрҙе бөтөрөү юлы менән CARICOM илдәрен яҡынайтыу планлаштырыла; дөйөм таможня режимын урынлаштырыу; дөйөм сауҙа һәм ауыл хужалығы сәйәсәте үткәреү; аҡса һәм финанс сәйәсәтен координациялау; кешеләрҙең, капиталдарҙың һәм хеҙмәттәрҙең ирекле хәрәкәтенә сикләүҙәрҙе бөтөрөү; инфраструктура, туризм, транспорт һәм элемтә өлкәһендә хеҙмәттәшлек.
Кариб ирекле сауҙа ассоциацияһы булған осорҙа таможня кәртәләре һәм урындағы етештерелгән тауарҙарҙың ҙур өлөшөн импортлау буйынса һан сикләүҙәре бөтөрөлә. CARICOM булдырылған ваҡытҡа тиклем үҙ-ара сауҙаның 90 проценты тиерлек таможня пошлиналарынан азат ителгән була. Чагуарамас килешеүе, ташламалар исемлегенә индерелгән сикләнгән төркөмдән тыш, бөтә тауарҙарға ла тиерлек таможня һалымын бөтөрөү ҡаралған. CARICOM-дың аҙ үҫешкән илдәре өсөн сауҙаны тулыһынса либералләштереү өсөн ун йыл ваҡыт билдәләнгән. 1985 йылда «өсөнсө» илдәргә ҡарата дөйөм таможня тарифын индереү күҙ уңында .
Уға нигеҙ һалыусыларҙың һәм тәүге ағзаларының береһе булалар:Барбадос, Гайана, Тринидад һәм Тобаго, Ямайка
2005 йылда 15 дәүләт Кариб берләшмәһенең һәм дөйөм баҙарҙың тулы хоҡуҡлы ағзаһы була:
• Антигуа һәм Барбуда (1974 йылдың 4 июлендә ҡушыла)
• Багам утрауҙары (1983 йылдың 4 июлендә ҡушылалар) — берләшмә ағзалары булып торалар, әммә дөйөм баҙар программаларында ҡатнашмайҙар
• Барбадос (1973 йылдың 1 авгусында ҡушыла)
• Белиз (1974 йылдың 1 майында ҡушыла)
• Доминика (1974 йылдың 1 майында ҡушыла)
• Гренада (1974 йылдың 1 майында ҡушыла)
• Гайана (1973 йылдың 1 авгусында ҡушыла)
• Гаити Республикаһы (1998 йылдың 4 июленән берләшмәнең ваҡытлыса ағзаһы, 2002 йылдың 2 июленән даими ағзаһы)
• Ямайка (1974 йылдың 1 авгусында ҡушыла)
• Монтсеррат (Бөйөк Британия территорияһы, 1974 йылдың 1 майында ҡушыла)
• Сент-Китс һәм Невис (1974 йылдың 26 июлендә ҡушылалар)
• Сент-Люсия (1974 йылдың 1 майында ҡушыла)
• Сент-Винсент һәм Гренадин (1974 йылдың 1 майында ҡушыла)
• Суринам (1995 йылдың 4 июлендә ҡушыла)
• Тринидад һәм Тобаго (1973 йылдың 1 авгусында ҡушылалар)
2005 йылда түбәндәге илдәр CARICOM-дың ассоциацияланған ағзалығына эйә була:
• Британия Виргин утрауҙары (июль, 1991 йыл)
• Теркс һәм Кайкос утрауҙары (июль, 1991 йыл)
• Ангилья (июль, 1999 йыл)
• Кайман Утрауҙары (2002 йылдың 16 майы)
• Бермуд утрауҙары (2003 йылдың 2 июле)
2010 йылда берләшмәлә күҙәтеүсе илдәр:
• Аруба
• Кюрасао
• Бонайре
• Колумбия
• Мексика
Берләшмәнең юғары органы булып дәүләт башлыҡтары конференцияһы тора, башҡарма органдары — Министрҙар Советы һәм Генераль Секретариат, шулай уҡ даими комитеттар һәм махсус эшсе төркөмдәр. Штаб-квартираһы Гайананың Джорджтаун ҡалаһында урынлашҡан.
CARICOM («the Caribbean Community and Common Market») берләшмәһе 1973 йылдың 1 авгусында үҙ көсөнә ингән Чагуарамас килешеүе тарафынан барлыҡҡа килә. Тәүҙә килешеү дүрт ил тарафынан төҙөлгән һәм ҡул ҡуйылған булған — Барбадос, Ямайка, Гайана һәм Тринидад һәм Тобаго.
1958 йылдың 3 ғинуарынан 1962 йылдың 31 майына тиклем булған Вест-Инд Федерацияһының үҙтаралышынан һуң Кариб диңгеҙе бассейнының инглиз телле илдәре тарафынан булдырылған 1965—1972 йылдарҙағы КАРИФТА-ның (Кариб ирекле сауҙа итеү ассоциацияһы (англ. «en: Caribbean Free Trade Association» (CARIFTA)) юридик вариҫы тип CARICOM иғлан ителә.
Кариб берләшмәһе Викимилектә |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Кариб берләшмәһе, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.