Вәлиев Әкрәм Мөхәррәм Улы: яҙыусы, тәржемәсе

Вәлиев Әкрәм Мөхәррәм улы, Әкрәм Вәли (28 июль 1908 йыл — 19 март 1963 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945).

Вәлиев Әкрәм Мөхәррәм улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 28 июль (10 август) 1908
Тыуған урыны Аблай ауылы, Зәйет улусы[d], Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 19 март 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (54 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир
Биләгән вазифаһы баш мөхәррир[d]
Уҡыу йорто К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

Вәлиев Әкрәм Мөхәррәм улы 1908 йылдың 28 июлендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Аблай ауылында тыуған.

Башланғыс белемде үҙ ауылында ала. 1932 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. 1932—1924 йылдарҙа әрме лә хеҙмәт итә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Башҡортостан Яҙыусылар союзында идара сәркәтибе булып һәм күп кенә йылдар Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй.

1952—1955 йылдарҙа «Әҙәби Башҡортостан» журналының редакторы була.

Әкрәм Вәлиҙең «Көс» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1931 йылда донъя күрә.

Һуғыштан һуң Әкрәм Вәли тағы ла ижад эшенә тотона һәм байтаҡ әҫәрҙәр ижад итә, проза өлкәһендә, балалар ижадыгда ла танылды. Күп кенә әҫәрҙәр тәржемә итте. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы

Китаптары

  • «Көс» — 1931 йыл, Өфө.
  • «Башҡортостан, һине йырлайым» — 1932 йыл Өфө.
  • «Туҡта, кем килә?» — 1935 йыл, Өфө.
  • «Бәхет иле» — 1938 йыл, Өфө.
  • «Иптәштәргә» — 1942 йыл, Өфө.

Наградалары

Ҡыҙыл Байраҡ ордены (26.05.1945 )

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Вәли (Вәлиев) Әкрәм Мөхәррәм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июль 2018)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июль 2018)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 11 июль 2018)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 11 июль 2018)

Tags:

Вәлиев Әкрәм Мөхәррәм Улы БиографияһыВәлиев Әкрәм Мөхәррәм Улы КитаптарыВәлиев Әкрәм Мөхәррәм Улы НаградаларыВәлиев Әкрәм Мөхәррәм Улы ИҫкәрмәләрВәлиев Әкрәм Мөхәррәм Улы ҺылтанмаларВәлиев Әкрәм Мөхәррәм Улы СығанаҡтарВәлиев Әкрәм Мөхәррәм Улы19 март1908 йыл1963 йыл28 июльБөйөк Ватан һуғышыҠыҙыл Байраҡ ордены

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

2 декабрьҒайса (пәйғәмбәр)Әл-Ғәләҡ сүрәһеСәтләүекНикарагуаДоситей ОбрадовичСүриәлә граждандар һуғышыБоронғо Рим11 апрельВикиМәрйәм (исем)Ҡытай Халыҡ РеспубликаһыПневмонияҒосман империяһыТулыланыусы энергияИндонезияАмерика Ҡушма Штаттарының административ бүленешеОкеанияҰҒүмәр ибн әл-ХәттабАргентинаЭдди МерфиБайт27 июльРуденко Сергей ИвановичАстрономияМарс (Ауырғазы районы)Нартайлаков Мажит АхметовичБөйөк БританияЗидан ЗинединЛюдвиг ван БетховенЕкатерина IIСеченов Иван Михайлович2003 йылҒәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусыларыПольшаКацусика ХокусайҠәбиләРеинкарнацияЮпитерМаргарет ТэтчерГерман ГессеЛатин телеӘһәмәниҙәр дәүләтеЛюляЛуксараТигеҙләмәҠырҡҡолас25 ғинуарКвадрат тигеҙләмәЗәбурИнстаграмПакистанБөйөк Моголдар империяһыНастасоваӘбүғәлисинаУрта быуаттарМайкл ДжексонНахтерштедтТолмачевка (Ауырғазы районы)🡆 More