Амориҙар, аморриҙар, амориттар — боронғо Алғы Азияла йәшәгән, амори телендә һөйләшкән көнбайыш семит халҡы.
Амориҙар | |
Туған тел | Аморейский язык[d] |
---|---|
Телгә алынған хеҙмәттәр | Genesis 10[d] |
Амориҙар Викимилектә |
Сутиҙар (ҡайһы бер сығанаҡтарға ярашлы, өс амори ҡәбиләһенең береһенең үҙатамаһы), легендар ата-баба Суттан башланған шәжәрәһен тергеҙгән; Әҙәм менән Һауаның өсөнсө улы Сифты (йәһүд текстарында Шет) Сут тип белгәндәр.
Донъя тарихы майҙанына амориҙар беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡта сыға, улар Ҡәнғән (Ханаан) менән Шумер араһында Сүриә сүле буйлап күсеп йөрөгән малсы семит ҡәбиләләре була. Иң боронғо амори ҡалаһы тип Угарит һанала.
Беҙҙең эраға тиклем 4-се мең йыллыҡта Ғәрәбстанда төпләнгән семит ҡәбиләләре араһында бер нисә ареал айырылып тора, ә 4-се мең йыллыҡ аҙағы — 3-сө мең йыллыҡ башында халыҡтарҙың күпләп күсенеүе бара. Урта Евфратҡа сыҡҡан һәм аҙаҡ Месопотамияға күскән көнсығыш семиттар аккадтарҙың элгәре була. Сүриә сиге буйында йәшәгән һәм аҙаҡ Сүриә менән Үрге Месопотамияға таралған төньяҡ семиттар эблаиҙар булараҡ билдәлелек ала. Ғәрәбстандың төньяҡ-үҙәк өлөшөндә йәшәгән көнбайыш семиттар амориҙарҙың, ҡәнғәндәрҙең һәм боронғо йәһүдтәрҙең ата-бабаһы була. Көнбайыш семит ҡәбиләләренең бер өлөшө Сүриәгә күсә, унан Ҡәнғәнгә тарала һәм төпләнеп, ер эшкәртеү менән шөғөлләнеп йәшәй башлай. Уларҙан ҡәнғәндәр килеп сыға. Бер өлөшө далала ҡала һәм күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнә. Улар сутиҙарҙың элгәре була. Беҙҙең эраға тиклем 2400 йылдарҙа сутиҙар шумерҙарҙың көньяҡ күршеһе була.
Тәүҙә амориҙар патриархаль ырыуҙар булып йәшәй.
Беҙҙең эраға тиклем XXII быуат башында сутиҙар Евфрат буйлап төньяҡ-көнбайышҡа табан урынлаша, Джебель-Бишри таулығын һәм Сүриәнең күрше өлкәләрен биләй, унда ерле көнбайыш семит халҡы эблаиҙарҙы йота; ошонан һуң сутиҙарҙы месопотамса «амори» («көнбайыш кешеләре» тип тәржемә ителә) тип йөрөтә башлайҙар, уға тиклем эблаиҙарҙы шулай тигәндәр. Ошо хәлдәр барышында сутиҙарҙың өс төп ҡәбиләһе айырылған: төньяҡ-көнбайышта сутиҙар (улар шулай уҡ дидандар), үҙәктә ханиҙар һәм көньяҡта, көньяҡ-көнсығышта бини-яминдар.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Амориҙар, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.