Алексеева Ирина Васильевна (16 апрель 1954 йыл, Куйбышев, Куйбышев өлкәһе) — СССР һәм Рәсәй музыка педагогы һәм белгесе.
Сәнғәт ғилеме докторы (2006), профессор (2006). Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2004).
Ирина Васильевна Алексеева | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | сәнғәт |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | Гнесиндар ис. МПИ |
Ғилми дәрәжәһе | сәнғәт ғилеме докторы |
Ғилми исеме | профессор |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Ирина Алексеева |
Ирина Васильевна Алексеева 1954 йылдың 16 апрелендә Куйбышев ҡалаһында тыуа.
1974 йылда ул Куйбышев музыка училищеһын тамамлай. 1979 йылда Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге Музыка-педагогия институтында уҡып сыға.
1978 йылдан алып Мәскәү өлкәһе Черноголовка ҡасабаһының сәнғәт мәктәбендә уҡытыу эшен алып бара. 1979 йылдан башлап Өфө дәүләт сәнғәт институтында эшләй. 2002 йылдан алып музыка теорияһы кафедраһының мөдире вазифаһын башҡара.
Бер үк ваҡытта 2007 йылдан алып «Проблемы музыкальной науки» журналының яуаплы секретары була.
2003 йылдан алып Өфөлә Башҡортостан йәш композиторҙары төбәк конкурсын үткәреү инициаторы һәм ойоштороусыһы.
2006 йылда Ирина Васильевна сәнғәт ғилеме докторы исемен яҡлай, шул уҡ йылда профессор дәрәжәһен яулай.
2004 йылда Башҡортостандың мәғариф отличнигы, 2017 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исемдәре менән бүләкләне.
Ирина Васильевна ғилми эшмәкәрлеге иң тәүҙә музыкаль поэтикаға һәм семантикаға арналған. Ул 40‑тан ашыу ғилми эш авторы була. Шулар араһында уҡытыу‑методик ҡулланмалар, музыкаль вуздар өсөн музыка семантика буйынса уҡытыу программалары бар.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Алексеева Ирина Васильевна, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.